Бөрө районы флагы

Бөрө районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Бөрө районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Тарихы

Бөрө районының флагы 2006 йылдың 12 июлендә Бөрө районы муниципаль советының 202-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2967, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 041 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы

Бөрө районы флагы район герб композицияһын аҡ, йәшел, ҡыҙыл һәм ҡарар төҫтәрҙә ҡабатлаған, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма.

Нигеҙләү

Бөрө районы флагы райондың административ үҙәге булып торған Бөрө ҡалаһының тарихи гербы нигеҙендә, тәбиғи үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып эшләнгән.

1782 йылдың 3 (16) июлендә Рәсәй империяһы Сенаты менән раҫланған Бөрө ҡалаһы гербында «һыу турғайы урынлашҡан, бындай һирәк ҡоштар ҡаланың тирә-яғында бик күп». Һыу турғайы — һирәк осраған ҡош, әммә Бөрө районының таҙа, саф һыу сығанаҡтарында улар етерлек.

Бөрө ҡалаһы һәм Бөрө районы берҙәм административ-территориаль берәмек булараҡ, һыу турғайы уртаҡ төп символ булып тора һәм урындағы халыҡтың эшһөйәрлеген, уйҙарының изге булыуын сағылдыра.

Район ерҙәренең уңдырышлылығын, бөтә республикаға даны таралған алмаларҙың күплеген ике алма ботағы һынландыра. Бер үк ваҡытта улар — халыҡтарҙың дуҫлығы һәм татыулығы символы ла. Алмалар — тормош тантанаһы, уларҙың ҡыҙыл төҫө — мөхәббәт һәм ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм киң күңеллелек символы ла.

Йәшел төҫ шатлыҡ, азатлыҡ һәм тыныслыҡты һүрәтләй. Фондағы аҡөмөш төҫ -иман, сафлыҡ, ихласлыҡ һәм киң күңеллелек билдәһе.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә