Ейәнсура районы флагы

Ейәнсура районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Тарихы

Ейәнсура районының флагы 2006 йылдың 17 июлендә Ейәнсура районы муниципаль советының 9/5 ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3214, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 019 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы

Киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма сатрашлап аҡ (һап эргәһендә өҫтә һәм ҡаршы яҡта аҫта), йәшел дүртмөйөштәргә бүленгән. Уларҙың өҫтөндә диаметры туҡыма оҙонлоғоноң 1/3 өлөшөнә тиң түңәрәк, уның уртаһында аҡ төҫтәге осорға әҙерләнгән торна һүрәтләнгән.

Нигеҙләү

Ейәнсура районы флагы районда йәшәгән халыҡтың тарихи үткәнен сағылдырған герб нигеҙендә булдырыла.

Башҡорттар быуаттар дауамында үҙ тарихын шәжәрәләрҙә теркәп барған. ХIV-ХVI быуаттарҙа тарихи йылъяҙмаларҙың яңы төрө — тәуарих жанры барлыҡҡа килә. Төрки тәуарихтары араһында Урал менән Волга араһында ижад ителгән «Сыңғыҙнамә» әһәмиәтле урын алып тора. Был тарихи яҙмала Сыңғыҙхандың башҡорт ырыуҙары юлбашсыларына билдәле бер символика биреүе тураһында бәйән ителә. Шунан алып үҫәргәндәрҙең ағасы — миләш, ҡошо — торна, ораны — туҡһаба, тамғаһы — ҡойошҡан.

Үҙәк фигура — аҡ торна — уяулыҡ, тоғролоҡ символы, йәшәү көсөн, абсолют рухты һәм асыҡ зиһенде сағылдыра. Уның ҡағыныу өсөн елпегән ҡанаты алға, киләсәккә ынтылышты, кешенең — бигерәк тә ейәнсураларға хас булғанса, ауырлыҡтарҙы еңеү һәләтен күрһәтә.

Зәңгәр һәм йәшел төҫтәр — райондың республиканың экологик таҙа райондарының береһе булыуы билдәһе.

Йәшел төҫ — муллыҡ, уңдырышлылыҡ, шатлыҡ, азатлыҡ, һиллек һәм тыныслыҡты символлаштыра; зәңгәр төҫ — ниәттәрҙең асыҡ һәм саф булыуын; көмөш төҫ — иманды, ихласлыҡты, саф күңеллелекте һәи миһырбанлыҡты; алтын төҫ — байлыҡты, ғәҙеллекте, ныҡлыҡты, үҙ аллылыҡты һәм дәрәжәне.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә