Иглин районы флагы

Иглин районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Иглин районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Тарихы

Иглин районының флагы 2006 йылдың 23 июнендә Иглин районы муниципаль советының ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2982, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 004 һаны менән теркәлә. Авторы — Илдар Шәйәхмәтов.

Тасуирламаһы

Нигеҙе — зәңгәр ерлек булған, аҫҡы йәшел өлөшөн һары һыҙат айырып торған, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Үҙәктә ике яҡҡа атламаһы сығып торған һары ромб урынлашҡан. Уның уртаһындағы дүртмөйөш һәм атлама өҫтөндәге өсмөйөш ҡыҙыл төҫтә, улар тар ғына һары һыҙат менән ҡаймаланған.

Нигеҙләү

Боронғо мең һәм көҙәй ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә урынлашҡан Иглин районы флагы райондың тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлектәренән сығып эшләнгән герб нигеҙендә булдырыла. Уның төп фигураһы булып халыҡ биҙәктәренән һәм тамғанан эшләнгән стилләштерелгән композиция тора. Был биҙәктәр районда әле лә вариҫтары йәшәгән мең һәм көҙәй ырыуы башҡорттарыныҡы.

Боронғо халыҡтарҙың тамғалары, биҙәк элементтары — халыҡ хәтерендә һәм архивтарҙа һаҡланған баһаһы булмаған һәм изге билдәләр, реликвиялар.

Районда төрлө милләт вәкилдәре: рустар, башҡорттар, сыуаштар, татарҙар, белорустар, украиндар татыу ғаилә булып йәшәй. Был күренеш гербтың төп фигураһында ла, уны тулыландырыусы деталдәрҙә лә образлы сағылдырылған һәм идеяны тулыландыра.

Композиция үҫеп ултырған, яҡты киләсәккә ынтылған ағас кеүек ҡабул ителә. Уның үҙәгендә һуғандың стилләштерелгән һүрәте, уның башҡа элементтары бал ҡорто формаһына эйә. Был аңлашыла ла, сөнки Иглин районы тап һуғаны һәм балы менән дан тота. Символдар райондың тарихын, бөгөнгөһөн һәм киләсәген, уның иҡтисади һәм мәҙәни тергеҙелеүен кәүҙәләндерә.

Зәңгәр төҫ — тыныслыҡ һөйөүҙе, киләсәккә ышанысты; йәшел — өмөт, сәләмәтлек, район мөхитенең экологик таҙалығын; ҡыҙыл — район халҡының мөхәббәтен һәм рух көсөн, халыҡтарҙың үҙ-ара теләктәшлеген, бер-береһенә ихтирамын, дуҫлығын, ижади хеҙмәт тантанаһын; һары төҫ ныҡлыҡты, дәрәжәне, интеллектты, киң күңеллелекте, байлыҡты символлаштыра.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар