Фёдоровка районы флагы
Фёдоровка районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Фёдоровка районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Фёдоровка районының флагы 2006 йылдың 17 июлендә Фёдоровка районы муниципаль советының 114-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3022, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 060 һаны менән теркәлә. Авторҙары — Илдар Йәһүҙин, Глеб Голубев.
Тасуирламаһы
Йәшел төҫө флаг иңенең 2/3 өлөшөн тәшкил иткән йәшел һәм аҫҡы өлөшө зәңгәр төҫтә булған ике горизонталь һыҙаттан торған, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Йәшел ҡырҙың төп фигураһы — флаг һабына табан атлап барыусы аҡ мышы.
Нигеҙләү
Фёдоровка районы флагы райондың тарихи, мәҙәни һәм иҡтисади үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып эшләнгән герб нигеҙендә булдырыла. Төп фигура — мышы, сөнки крайҙа улар бик күп һәм район тәбиғәтенең иң эре вәкилдәре булып тора. Геральдикала мышы азатлыҡты, дәрәжәне, алға барырға, ауырлыҡтарҙы һәм ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға әҙерлекте символлаштыра.
Аҡ төҫ край халҡына хас булған киң күңеллелекте, иманды, сафлыҡты, ихласлыҡты, саф күңеллелекте сағылдыра.
Район территорияһында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән 42 төр ҡырағай һирәк дарыу үләне, 17 төр бөжәк, ҡош һәм хайуан булған дәүләт ҡурсаулығы урынлашҡан. Райондың тәбиғәт байлыҡтары тураһында йәшел төҫ — муллыҡ, уңдырышлылыҡ, шатлыҡ, азатлыҡ, тынлыҡ һәм тыныслыҡ символы һөйләй.
Зәңгәр төҫ райондың һыуға һәм балыҡҡа бай булыуы билдәһе. Шулай уҡ ул матурлыҡты, тоғролоҡто, ышанысты, камиллыҡты, алға барыуҙы күрһәтә, райондан баш алған Ашҡаҙар, Дим, Һалмыш йылғаларын һүрәтләй.