Миәкә районы флагы
Миәкә районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Миәкә районының флагы 2006 йылдың 17 июлендә Миәкә районы муниципаль советының 92-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3004, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 029 һаны менән теркәлә. Авторы — Урал Мәсәлимов.
Тасуирламаһы
Өҫкө яғы флаг киңлегенең 2/3 нисбәтендәге — зәңгәр, аҫҡы яғы йәшел горизонталь һыҙаттарҙан торған, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Уртаһында — флаг һабына ҡарап, ҡанаттарын йәйеп торған ҡарсыға һүрәтләнгән.
Нигеҙләү
Миәкә районы флагы райондың тарихын, мәҙәниәтен, иҡтисадын сағылдырған герб нигеҙендә эшләнгән.
Район мең ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә урынлашҡан. Уларҙың тарихы тәрәнгә барып тоташа. Мең ырыуы риүәйәттәре һәм шәжәрәһе буйынса, улар үҙҙәренең ырыу башлығы тип мең һаҙаҡлы Урҙас бейҙе атайҙар, ҡоштары — ҡарсыға, тамғаһы — ҡоштарҙың парлы ҡабырғаһы. Фәнни мәғлүмәттәр буйынса иртә урта быуат эпохаһының бронза дәүеренә ҡараған күпселек археологик һәйкәлдәр һәм ҡурғандар ауыҙ-тел ижадын раҫлай. Шуға күрә флагта тарихҡа, ата-олатайҙарға ихтирам йөҙөнән, ҡарсыға урынлаштырыла.
Көслө, күккә ынтылған ҡош алға барыуҙы, социаль-иҡтисади, мәҙәни һәм рухи үҫештәге юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙе күҙаллаһа, көмөш төҫ ышанысты, сафлыҡты, ихласлыҡты һәм киң күңеллелекте кәүҙәләндерә.
Зәңгәр төҫ — Миәкә ерендә дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәгән ун өс милләт вәкиленең изге уйҙарын символлаштыра.
Райондың тәбиғәте иҫ киткес матур. Урман имән-ҡайын, ҡайын-уҫаҡ һәм уҫаҡ, имән ағаслыҡтарынан һәм имәнлектәрҙән тора. Улар араһындағы асыҡлыҡтарҙа төрлө сәскәләр үҫә. Район территорияһынан ике тиҫтәнән ашыу йылға аға, шуға күрә флагтың бер өлөшө йәшел төҫтә.