Белорет ҡалаһы флагы
Белорет ҡалаһы флагы — Башҡортостан Республикаһының Белорет районы составына ингән республика буйһоноуындағы Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе флагы. муниципаль берәмектең рәсми символы һәм район-ҡала халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Белорет ҡалаһы флагы 2006 йылдың 6 июлендә Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе советының 60-сы ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2962, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 013 һаны менән теркәлә. Авторы — Елена Сафонова.
Тасуирламаһы
Ике: өҫкө өлөшө флаг иңенең 5/6 өлөшөндәге йәшел һәм аҫҡыһы аҡ төҫтәге горизонталь һыҙаттан торған, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Аҫҡы өлөшө аҡ тулҡынлы һыҙат менән айырылып торған йәшел ҡырҙа алғы тәпәйҙәренә аҡ сүкеш тотоп аяғүрә баҫҡан һары кеш һүрәтләнгән.
Нигеҙләү
Белорет ҡалаһы гербы нигеҙендә эшләнгән флаг символдар һәм аллегориялар теле аша Белореттың тарихи, географик, иҡтисади һәм башҡа үҙенсәлектәрен сағылдыра.
Үҙәк фигура булып алтын кеш тора, сөнки 1799 йылда уҡ «Ҡарт кеш» маркаһы Белорет заводына бирелә һәм Белорет ҡоросонан эшләнгән изделиеларҙы тамғалауҙа ҡулланыла. Кеш Белорет металлургия, металл эшкәртеү, машиналар эшләү заводтарының һәм ҡиммәтле кеш тиреһе изделиеларының тиңлеген аңлата. Был йәнлек бөгөн дә ҡала эргәһендәге урмандарҙа йәшәй. Уның һары төҫө үҙ аллылыҡты, ғәҙеллекте, байлыҡты, шәфҡәтлелекте символлаштыра. Тәпәйендәге аҡ сүкеш ҡала сәнәғәтенең үҫешкән булыуы символы.
Йәшел төҫ, урмандың ғына түгел, геральдикала уңдырышлылыҡ, асыҡлыҡ, өмөт, азатлыҡ, һиллек һәм тыныслыҡ символы ла.
Флагтың аҫҡы әләшәндәге тулҡынлы аҡ һыҙат ҡалаға атама биргән Ағиҙел (Белая) йылғаһын аңлата. Бынан тыш, ул геральдикала таҙалыҡ, иман, ихласлыҡ, киң, саф күңеллелекте һәм саф йөрәклелек символы ла.
1977 йылғы герб
Белорет ҡалаһының совет гербы 1977 йылда раҫлана. Уның тураһында Н. И. Отставнов былай тип яҙа: «Ҡалҡандың йәшел ерлегендә, үҙәктә, тешле тәгәрмәс өлөшөнән эшләнгән, арҡан урамынан һәм „1762“ тигән яҙыуҙан торған алтын төҫлө түңәрәк урынлашҡан. тешле тәгәрмәс өлөшө машиналар эшләү сәнәғәтен символлаштыра, арҡан урамы — метиз производствоһын, һандар — ҡаланың ингеҙләнеү йылын күрһәтә. Түңәрәк эсендә домна мейесе һәм тауҙар һүрәтләнгән — металлургия сәнәғәте һәм ҡаланы уратып алған тәбиғәт символы. Ҡалҡандың түбәнге өлөшөндә тулҡынлы аҡ һыҙат — Ағиҙел йылғаһы символы».