Благовещен районы гербы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Благовещен районы гербы
Герб
Coat of Arms of Blagoveschensk rayon (Bashkortostan).png
Административ-территориаль берәмек Благовещен районы
Нигеҙләү датаһы 13 июль 2006
Дәүләт
Автор Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы

Благовещен районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Благовещен районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2971, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 043 һаны менән теркәлгән.

2006 йылдың 13 июлендә Благовар районы советының 143 ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зәңгәр яланда томшоғона йәшел япраҡлы алтын зәйтүн ағасы ботағын ҡапҡан көмөш күгәрсен һүрәтләнгән. Унан аҫта зәңгәр ерлекте дүрт көмөш тулҡын яра, тулҡын өҫтөндә яртылаш алтын тирмән тәгәрмәсе сығып тора.

Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Герб композицияһы нигеҙенә райондың атамаһы, уның тарихи, географик һәм иҡтисади үҙенсәлектәре һалынған.

Благовещен ҡалаһы һәм Благовещен районы тарихы 1756 йылда Көньяҡ Урал мәғдән ятҡылыҡтарын эшкәртеү барышында баҡыр иретеү фабрикаһы һалыныуына бәйле. Христиандарҙың Благовещение байрамы көнөндә Ағиҙел йылғаһының уң ярына баҡыр иретеү фабрикаһы төҙөгәндә шул уҡ атамалы сиркәүгә нигеҙ һалына һәм артабан ҡасаба ла шулай атала башлай, һуңынан ул Благовещен ҡалаһына әйләнә. Өфө өйәҙенә ҡараған ҡасаба үҫеше барышында, 1930 йылда унан Благовещен районы айырылып сыға. Шуға ла гербтың төп элементы булып ауыҙына зәйтүн ағасы ботағын ҡапҡан күгәрсен һүрәтләнә. Ул крайҙың тарихи үткәнен генә сағылдырып ҡалмай, ә изге хәбәр, тыныслыҡ һәм гөрләп үҫеү символы ла булып тора.

Тирмәндең алтын тәгәрмәсе район иҡтисадының алдынғы тармаҡтарының береһе булған ауыл хужалығын символлаштыра. Бер үк ваҡытта тирмән тәгәрмәсе — ул быуындар бәйләнеше, крайҙың байлығы һәм уның артабанғы үҫеше символы ла.

Благовещен районы территорияһы буйлап Башҡортостандың ике төп һыу артерияһы — Ағиҙел һәм Ҡариҙел аға. Гербтың аҫҡы өлөшөндә ошо йылғаларҙы кәүҙәләндергән көмөш тулҡындар бер үк ваҡытта фиҙаҡәрлек, асыҡлыҡ, сафлыҡ һәи иман символы булып та тора.

Зәңгәр төҫ Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы төҫөн ҡабатлай һәм район гербының төп төҫө итеп алынған. Был уның территориаль йәһәттән республикаға ҡарауын ғына түгел, асыҡлыҡты, саф күңеллелекте һәм изге күңеллелекте лә белдерә.

Көмөш төҫ — Благовещение көнөнөң изге хәбәрен, яңының, сафтың, изгенең тыуыуын аңлата. Алтын — байлыҡ, ҡиммәттәр, ныҡлыҡ һәм иман символы.