Мәләүез районы гербы
Мәләүез районы гербы | |
Герб | |
Административ-территориаль берәмек | Мәләүез районы |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 18 июль 2006 |
Дәүләт | |
Юрисдикция таралышы | Мәләүез районы |
Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
Мәләүез районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3225, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 026 һаны менән теркәлгән.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль район советының 2006 йылдың 18 июлендәге 130-сы ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аҫҡы осо зәңгәр төҫтә булған йәшел ҡырҙы көмөш төҫлө тулҡындар айрып тора. Тулҡындарҙан өҫтә йәшел фонда ҡыҙыл суҡышлы көмөш ыласын ултыра. Унан да өҫтәрәк алтын ҡурай тажы урынлашҡан.
Нигеҙләмәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәләүез районы тарихы бай, үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ тәбиғәтле. Ағиҙел һәм Нөгөш туғайҙарында Урал тауҙары армыттарында башҡорттарҙың Ҡыпсаҡ, Юрматы, Тамъян ырыуҙары йәшәгән һәм уларҙың ҡошо көс, ҡаһарманлыҡ, маҡсатлылыҡ һәм алға барыу символы ыласын булған. Шуға күрә гербтың төп фигураһы итеп быуындарҙың өҙөлмәҫ бәйләнеше, ата-олатайҙар иҫтәлегенә ихтирам, быуаттар төпкөлөндә ҡалған үткәндәр аша үҙеңдең бөгөнгөңдө һәм киләсәгеңде аңлау символы — күккә үрләүсе көмөш ыласын һайланған. Көмөш төҫ шулай уҡ район халҡына хас булған иман, сафлыҡ, ихласлыҡ, киң күңеллелек символы ла. Күккә ынтылыусы көмөш ыласын райондың бөгөнгө ыңғай үҙгәрешен, яҡты киләсәккә ынтылышын, эшһөйәрлекте лә кәүҙәләндерә.
Герб башындағы ҡурайҙың алтын тажы республика территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың берләшеүенәә башланғыс һалған ете ырыуҙың берләшеүен сағылдыра.
Башҡорттарҙың милли биҙәге булған ҡусҡар, байлыҡ һәм уңыш символы булараҡ, ерэ шкәртеүҙең үҫешен һәм Мәләүез районының республиканың иң эре ауыл хужалығы етештереүселәренең береһе булыуын күрһәтә.
Районда Башҡортостандың көньяғының ынйыһы — Нөгөш һыуһаҡлағысы урынлашҡан. Ул үҙенең матурлығы һәм саф һыуы менән Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән туристарҙы йәлеп итә.
Герб осондағы зәңгәр төҫ, шулай уҡ йүгерек тулҡындар — Нөгөш һыуһаҡлағысының һыуы, шулай уҡ таҙа һәм тәмле һыулы йылға-шишмәләр символы.
Һирәк төрҙәре булған флора һәм фауна, шул иҫәптән реликт урмандары, йылғалар һәм һыуһаҡлағыстар, тигеҙлек һәм ҡаялы тауҙар, билдәле Башҡортостан ҡурсаулығы гербта төп йәшел төҫтә сағылыш тапҡан.