Хәйбулла районы гербы
| Хәйбулла районы гербы | |
|---|---|
| Герб | |
| Административ-территориаль берәмек | Хәйбулла районы |
| Нигеҙләү датаһы | 13 июль 2006 |
| Дәүләт | |
| Юрисдикция таралышы | Хәйбулла районы |
Хәйбулла районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3023, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 061 һаны менән теркәлгән.
Тарихы
Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район советының 2006 йылдың 13 июлендәге Р-12/118 ҡарары менән раҫлана. Авторы — Урал Мәсәлимов.
Тасуирламаһы
Осо алтын төҫөндәге, пирамида биҙәге менән биҙәлгән зәңгәр ерлектә ҡанаттарын йәйеп уң яҡҡа табан көмөш ялан бөркөтө оса. Унан аҫта уртала алтын башаҡ һүрәтләнгән, уның ике яғына Үҫәргән һәм Түңгәүер ырыуҙарының тамғаһы төшөрөлгән.
Нигеҙләмәһе
Хәйбулла районы Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында, Йылайыр яйлаһы сигендә урынлашҡан. Уның күпселек өлөшөн ҡылғанлы дала алып тора. Шуға бәйле гербтың үҙәгендә осоп барған дала бөркөтө урын алған. Район фаунаһына хас вәкил булараҡ, бөркөт бер үк ваҡытта геральдикала маҡсатҡа ынтылыш, азатлыҡ һөйөү, дәрәжә, энергия һәм рух символы ла булып тора.
Район баҡыр колчеданы мәғдәненә һәм башҡа файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарға бай.
Герб осондағы алтын пирамидаль биҙәк файҙалы ҡаҙылмалар запасының күплеген һәм уларҙы эшкәртеүгә райондың артабанғы үҫеше перспективалары һәм халыҡтың тормош кимәле үҫеше бәйле булыуын күрһәтә.
Хәйбулла районының климат шарттары аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә ҙур ҡиммәткә эйә ҡаты сортлы бойҙай үҫтереү мөмкинлеген бирә. Шуға ла герб үҙәгендә алтын башаҡ урын алған. Шулай уҡ башаҡ район иҡтисадының төп йүнәлештәренең береһе ауыл хужалығы производствоһы булыуын да күрһәтә.
Хәйбулла районы боронғо тарих һәйкәлдәре: ҡурғандар, легендар Ҡәнифә юлы, шулай уҡ ҡыҙыҡлы тәбиғәт ландшафттары менән данлыҡлы. Шуға күрә алтын башаҡтың ике яғынан Үҫәргән һәм Түңгәүер башҡорт ырыуҙарының урын алыуы тәрән тарихи тамырҙарҙы, ата-олатайҙар мәҙәниәтенә рухи таяныуҙы, крайҙың данлы тарихын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен ҡәҙерләп һаҡлаған быуындар бәйләнешен кәүҙәләндерә.
Зәңгәр төҫ үҫеште, алға барыуҙы белдерә, шул уҡ ваҡытта геральдикала матурлыҡ, бөйөклөк һәм тоғролоҡ символы ла булып тора.
Герб элементтарының алтын төҫө уңдырышлылыҡты, именлекте һәм райондың үҫешен символлаштыра.