Ауырғазы районы гербы

Ауырғазы районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2953, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 038 һаны менән теркәлгән.

Тарихы

2006 йылдың 12 июнендә Ауырғазы районы советының 52-се ҡарары менән раҫлана. Авторы — Рөстәм Муллаев.

Тасуирламаһы

Йәшел фонда алтын (һары) төҫөндә һул яҡҡа ҡарап ултырған ыласын һүрәтләнгән, уның ике яғынан бағана булып алтын башаҡтар тора.

Нигеҙләү

Гербтың фоны тотош йәшел булыуы ергә бәйлелекте белдерә, ер эшкәртеү традициялары тураһында һөйләй һәм байлыҡты, уңдырышлылыҡты, ҡыуанысты, азатлыҡты, һиллекте һәм тыныслыҡты символлаштыра.

Үҙәк урынды ҡыйыулыҡ, аҡыл һәм матурлыҡ символы булған алтын ыласын алып тора. Ыласын — хәҙерге Ауырғазы районы территорияһында йәшәгән Мең башҡорттарының ҡошо. Район ерҙәренең бер өлөшөн XVIIIXIX быуаттарҙа Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән килгән рустар, украиндар, татарҙар, сыуаштар, мордвалар һатып алған һәм бөгөн дә дуҫлыҡта һәм татыулыҡта бер ғаилә булып йәшәйҙәр.

Ауырғазы районында ауыл хужалығы уңышлы үҫешә — герб композицияһындағы ике алтын башаҡ ошо хаҡта һөйләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә