Мишкә районы гербы
Мишкә районы гербы (рус. Герб Мишкинского района) — Мишкә районы флагы менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3002, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 028 һаны менән теркәлгән[1].
Тарихы
Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[2]. Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы муниципаль район советының 2006 йылдың 12 июлендәге 204 ҡарары менән раҫлана. Башҡортостан Республикаһында Символиканың Дәүләт регистрына 028 теркәү номеры менән индерелгән. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдик регистрына 3002 теркәү номеры менән индерелгән. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов[1].
Башта гербтың ҡалҡаны йәшел төҫ менән раҫлана, әммә артабанғы фекер алышыу барышында ул ҡыҙыл төҫкә әйләнә (яңы ҡарарҙар ҡабул ителмәй)[3].
Ҡыҙыл фонда аяғүрә торған алтын айыу һүрәтләнгән, ул өҫкә күтәрелеп, ян-яҡҡа айырылған тәпәйҙәренә арка рәүешендә көмөш ҡушаҡ тотҡан. Ҡушаҡ бер-береһенә ҡаратып, мари биҙәге стилендә эшләнгән һабаҡлы ике ҡыҙыл сәскә менән биҙәлгән. Айыу тирәләй һәр яҡтан өсәр алтын бал ҡорто оса[1].
Мишкә районы гербы композицияһының үҙәгенә район атамаһы, уның тарихи, географик һәм социаль-иҡтисади үҙенсәлектәре ята. Легенда буйынса, өс быуат элек хәҙерге район үҙәге урынында кеше аяғы баҫмаған урман була, унда хайуандар һәм кейектәр тулып йөрөй, балыҡҡа бай мул һыулы Инәк йылғаһы аға. Тап ошо урынға 1709 йылда күскенселәрҙең: Михаил Иҫәнбаев, Албай Алтыбаев, Урыҫҡай Асильдин ғаиләһе килеп ултыра. Уларҙы урман һәм ер хужаһы айыу ҡаршы ала. Ололар раҫлауынса, тап ошо осрашыу ауылға, һуңынан районға исем биреүгә нигеҙ була. Шуға күрә гербтың үҙәк фигураһы булып айыу тора.
Гербтағы айыу — ер хужаһы образы. Айыу ышаныслы, энергиялы итеп һүрәтләнгән һәм тыныс ижади хеҙмәт менән шөғөлләнгән халыҡ символы. Урман хужаһының өҫкә күтәрелгән тәпәйҙәре мишкәләрҙең асыҡлығын, ҡунаҡсыллығын, изге күңеллелеген символлаштыра.
Районда, нигеҙҙә, мариҙар йәшәй. Шуға күрә ҡушаҡта ҡыҙыл төҫ менән мари биҙәге төшөрөлөүе лә юҡҡа түгел. Мариҙарҙа ҡыҙыл төҫ — ут, Ерҙәге барлыҡ тереклеккә йәшәү биргән ҡояш төҫө. Был төҫтөң символикаһы ла «ҡояш» тип аңлатыла, ул — ҡояш, ә уның төҫө — бетеү.
Район халҡы быуындан-быуынға тапшырылған боронғо шөғөлгә — ҡортсолоҡҡа айырым хәстәрлек менән ҡарай. ХIХ быуатта халыҡ яйлап умарта ҡортсолоғона күсә. Әлеге ваҡытта район республикала бал ҡорто ғаиләһе һаны буйынса лидерҙар рәтендә. Был фактты гербта алтын бал ҡорттары һүрәтләнеүе лә раҫлай. Бал ҡорттары эш һөйөүсәнлекте, фиҙаҡәрлекте, уртаҡ тел таба белеүҙе, ойошҡанлыҡты, коллектив хеҙмәтте, йәғни Мишкә районы халҡына хас сифаттарҙы сағылдыра.
Алтын төҫ — ихтирам, байлыҡ һәм хеҙмәтсәнде, райондың төп байлығы булған ер эшкәртеүсене кәүҙәләндерә.
Көмөш төҫ — киң күңеллелек, ниәттәрҙең сафлығы, тыныслыҡ һөйөү, халыҡтарҙың хеҙмәттәшлеге[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Герб Мишкинского района. Геральдика.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2026.
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 06 июля 1999 года N 10-з О государственной символике Республики Башкортостан. Электронный фонд правовых документов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2026.
- ↑ Мишкинский район (Башкортостан). Russian Centre of Vexillology and Heraldry. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026.
- ↑ Герб. Муниципальный район Мишкинский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2026.
Сығанаҡтар
- Виртуальный музей. Башкирская академия государственной службы и управления при Главе Республики Башкортостан (Тикшерелеү көнө: 30 март 2026)

