Йылайыр районы гербы

Йылайыр районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3215, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 020 һаны менән теркәлгән.

Тарихы

Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы муниципаль район советының 2006 йылдың 29 июнендәге 85-се ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы

Көмөш ерлектә биләнле ике тау һырты ҡалҡып тора. Тау аҫтында һәм герб нигеҙендә өс ҡатлы тулҡынлы көмөш дуға һүрәтләнгән. Тау биләненөн өҫтә ҡара төрткөлө, көмөш күҙле, тарбай мөгөҙлө ҡыҙыл болан саба. Уның ике яғынан бер-береһенең өҫтөндә ике йәшел ағас үҫә.

Нигеҙләмәһе

Боронғо легендалар район территорияһында йәшәгән үҫәргәндәр менән түңгәүерҙәрҙең айырыуса ҡыйыулығы һәм яугирлығы тураһында тарих һаҡлай. Шуға күрә гербта ҡулына ҡорал алып тыуған илен дошмандарҙан һаҡлаған яугирҙы, шулай уҡ тыуған ергә һөйөүҙе, халыҡтың ҡыйыулығын һәм киң күңеллелеген символлаштырған аҫыл боландың һүрәтләнеүе осраҡлы түгел. Шулай уҡ боландың сағыу фигураһы тыныслыҡты һәм изгелекте кәүҙәләндерә.

Дүрт быуат элек, XVI быуат уртаһында тап түңгәүерҙәр ерендә, Йылайыр эргәһендәге Айҙа-Болон яланында ете башҡорт ырыуы вәкилдәренең Ҡоролтайы үтә. Унда башҡорттарҙың Рус дәүләтенә инеүе шарттары ҡарала.

Башҡортостанға автономия алыу шарты менән Башҡорт ғәскәрҙәренең совет власы яғына сығыуы тураһында тарихи килешеүгә ҡул ҡуйыу ҙа Йылайыр районының Ҡананикольский ауылында тормошҡа ашырыла. Барлыҡ был мөһим саралар Йылайыр еренең тыныслыҡ урынлаштырыу үҙәге, халыҡтарҙың изге ихтыяры башланғысы булыуын раҫлай.

Тауҙар, урмандар символы, йәшел төҫтөң күплеге район тәбиғәтенең байлығын — ҡуйы урмандарҙы, йәшел үҙәндәрҙе, үҫемлек һәм хайуандар донңяһының байлығын, ерҙәрҙең уңдырышлылығын, шулай уҡ азатлыҡты, өмөттө һәм ғүмерҙең мәңгелек булыуын символлаштыра.

Көмөш тулҡынлы һыҙаттар йылғаларҙы күҙаллай, ә көмөш төҫ шулай уҡ геральдикала эшһөйәрлекте, район халҡының хуш күңеллелеген, уның үҙ бурысына тоғро булыуын аңлата.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә