Бәләбәй районы гербы
Бәләбәй районы гербы | |
---|---|
Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
Дәүләт | |
Һүрәтләнгән объект | Конь в геральдике[d] |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 24 июнь 2006 и 24 ноябрь 2006 |
Булдырыусы | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
Административ-территориаль берәмек | Бәләбәй районы |
Бәләбәй районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2957, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 005 һаны менән теркәлгән.
Тарихы
2006 йылдың 24 ноябрендә Бәләбәй районы советының 213-сө ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәшел фонда сабып барған алтын яллы, алтын ҡойроҡло, алтын тояҡлы көмөш ат һүрәтләнгән. Унан аҫтараҡ ситтәре бер аҙ бөгөлгән, нәҙек алтын һыҙат менән ҡаймаланған ҡыҙыл ерлектә бер-береһенең өҫтөнә арҡыры һалынған, ҡулсалары алтын менән ялатылған көмөш уҡ-һаҙаҡ төшөрөлгән.
Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Герб композицияһы райондың тарихи, географик, социаль-иҡтисади, мәҙәни һәм милли үҙенсәлектәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдыра.
Район үҙенең матурлығы һәм тәбиғәт-климат шарттары буйынса үҙенсәлекле булған Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. Бөйөк Иҙел йылғаһын һуғарған бик күп йылғалар ошонан башлана. Шуға күрә гербтың ерлеге йәшел төҫтә. Ул шулай уҡ муллыҡты, уңдырышлылыҡты һәм тыныслыҡты сағылдыра.
Гербтың өҫкө өлөшөндә сабып барған көмөш ат һүрәтләнгән. Геральдикала ат образына бик күп ыңғай сифаттар бирелә: арыҫлан батырлығы, бөркөт осҡорлоғо, бүре көсө, болан тиҙлеге, төлкө йылғырлығы. көмөш ат тормош һәм яҡтылыҡ символы булып тора, эшһөйәрлекте, ҡаһарманлыҡты, көстө, хәрби фиҙаҡәрлекте һәм данды символлаштыра.
Сапҡан ат райондың өҙлөкһөҙ, динамикалы үҫешен күрһәтә.
Аттар яуҙа ла, тыныс тормошта ла кешегә хеҙмәт иткән. Бәләбәй ере ҡылғанлы далаларға бай. Ҡылған ашаған бейәләрҙең һөтөнән көс һәм сәләмәтлек биргән ҡымыҙ эшләйҙәр. Район әле лә үҙенең ҡымыҙ менән дауалау учреждениелары менән дан тота.
Гербтың аҫҡы өлөшөндә, ҡыҙыл фонда ҡулсаларына алтын ялатылған ике көмөш уҡ-һаҙаҡ бер-береһенең өҫтөнә арҡыры һалынған. Ҡыҙыл төҫ мөхәббәтте, ҡаһарманлыҡты, ҡыйыулыҡты символлаштыра.