Шаран районы гербы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Шаран районы гербы
Автор Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы
Нигеҙләү датаһы 12 июль 2006
Дәүләт
Административ-территориаль берәмек Шаран районы
Юрисдикция таралышы Шаран районы
Урынлашыу
Рәсем

Шаран районы гербы — Башҡортостан Республикаһының Шаран районы символы. Авторы — Ғиләжетдинов Салауат.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәшел ерлектә олоно башҡорт милли «ҡусҡар» биҙәге менән ситләнгән өс көмөш ҡарағай ағасы, өҫ яҡтан асамайлап ҡаушырылған алтын ҡырҡҡыслы ике көмөш һабан төрәне һәм уларҙың өҫтөндә алтын төҫтәге башҡорт ырыу тамғаһы.

Нигеҙләмәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гербтың төҙөлөшө нигеҙ итеп Шаран районының тарихи үҫеше һәм тәбиғәт шарттарының үҙенсәлектәре алына.

Шаран районы күркәм тәбиғәтле, уңдырышлы һәм уңайлы ерҙә урынлашҡан. Тәбиғәте бай: ылыҫлы урмандар иркен яландар менән сиратлаша, күп һанлы күлдәр, шишмәләр һәм йылғалар күркәмлек өҫтәй. Убалы үҙенсәлекле ландшафты менән дә һоҡландыра. Бында йырҙарҙа йырланған Сөн йылғаһы аға.

Гербтың йәшел төҫө һәм «ҡусҡар» биҙәге итеп бирелгән өс ҡарағай ағасы Шаран ерҙәренең матурлығын һәм үҙенсәлеген, тыуған ерен яратҡан халҡының ғорурлығын, киләсәккә оптимизм менән ҡарауын сағылдыра, шатлыҡ, ирек, яңырыу символы булараҡ ҡабул ителә.

Элек-электән ҡарағай — һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм көс символы булып тора, торлаҡ төҙөлөшө өсөн төп материал булып тора, йылылыҡ һәм йәм булдырырға ярҙам итә. Бынан тыш, шарандарҙың хәстәрлекле ҡулы менән ултыртылған ҡарағайҙар райондың һөрөнтө ерҙәрен һаҡларға мөмкинлек бирә.

Гербтағы ағастарҙың көмөш төҫө ышанысты, уй-ниәттәрҙең сафлығын, шатлыҡ һәм яңырыуҙы кәүҙәләндерә. Йылан, ҡырғыҙ, юрмый, ҡаңлы ырыуҙарының стилләштерелгән алтын тамғаһы үҙ ата-бабалары тарихына ҡарата ихтирам һәм хөрмәт, тыуған ерҙәренә, йолаларына һаҡсыл ҡараш билдәһе итеп ҡабул ителгән.

Ике һабан — крәҫтиән хеҙмәте эмблемаһы — тырыш хеҙмәттә үткән шатлыҡлы тормош көсө һәм райондың күп милләтле халҡының татыулыҡ һәм дуҫлыҡ һынланылышы булып тора.

Алтын төҫ — муллыҡ, ғәҙеллек, ныҡлыҡ, үҙаллылыҡ һәм бөйөклөк символы.

Теркәлеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шаран районы гербы Башҡортостан Республикаһының Шаран районы муниципаль район Советы 2006 йылдың 12 июлдәге 104-се ҡарары менән раҫланған һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символика регистрына 064 һаны менән, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдик регистрына 3250 һаны менән индерелгән

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Официальный сайт Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан