Благовар районы гербы
Благовар районы гербы | |
---|---|
Герб | |
![]() | |
Административ-территориаль берәмек | Благовар районы |
Дәүләт | |
Юрисдикция таралышы | Благовар районы |
Благовар районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Благовар районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2968, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 014 һаны менән теркәлгән.
Тарихы
2006 йылдың 11 июлендә Благовар районы советының 10-сы ҡарары менән раҫлана. Авторы — Тәлғәт Мәсәлимов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәшел ҡырҙа — ике яғынан ике тар көмөш һыҙаттар менән ҡаймаланған, үргә үрләгән алтын иген башағы; уның ҡылсыҡтары өҫтөнә зәңгр шар эсенә һауаға ынтылған һабантурғай төшөрөлгән.
Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бәрәкәтле Благовар ерендә йәшәүселәр бала саҡтан уның халҡының эшһөйәрлеген, ихласлығын һәм алсаҡлығын, тыуған еренә эскерһеҙ мөхәббәтен һеңдереп үҫә. Был тойғолар гербта ла сағылыш тапҡан. Унда крайҙың тарихы, милли ғөрөф-ғәҙәттәре, тәбиғи һәм башҡа үҙенсәлектәре, халыҡтың рухи байлығы сағыла, сөнки район элек-электән республиканың игенгә бай төбәге була һәм шулай булып ҡала, бында хеҙмәте менән Благовар ерен данлаусы игенселәр һәм ер эшкәртеүселәр династиялары йәшәй.
Гербтың төп нигеҙе — йәшел төҫ — муллыҡ һәм уңдырышлылыҡ символы. Ул ерҙең матурлығын, тәбиғәттең уяныуын, тормош тантанаһын, һиллек һәм тыныслыҡты кәүҙәләндерә.
Гербтың төп өлөшөн стилләштерелгән иген башағы алып тора. Иген һәр саҡ район иҡтисадының нигеҙен генә тәшкил итеп ҡалмаған, ә кешелек абруйының, уның әхлаҡи һәм әҙәпле сифаттарының, юғары игенселек оҫталығының һәм эшһөйәрлектең үлсәме булған. Был - Благовар еренең төп байлығы, төп хәстәре һәм именлеге нигеҙе.
Район халҡы өсөн тыуған районы административ-территориаль берәмек кенә түгел, ә уртаҡ тарихи яҙмыш, милли, мәҙәни һәм рухи ихтыяж, ғөрөф-ғәҙәт, традициялар менән берләшкән төрлө милләт дуҫ-татыу йәшәгән Атайсал. Был ерҙәрҙә башҡорттарҙың Мең ырыуы вариҫтары йәшәй. Уларҙың юлбашсыһы Ҡәнзәфәр бей Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә үҙ ихтыяры менән инеү инициаторы була.
Алтын башаҡтағы иген бөртөктәре — благоварҙарҙың берләшеүе, уларҙың изгелеккә һәм яҡтыға, тыуған ерҙәренең сәсәкә атыуына ынтылышы символы.
Һабантурғай — халыҡтың иң яратҡан ҡоштарының береһе. Һабантурғай кидеүе яҙ, йылылыҡ килеүен, Ҡояштың йылы нурҙарын һибеүен, ер уяныуын, крәҫтиән өсөн иң мөһим яҙғы баҫыу эштәренең башланыуын белдерә. Уның ҡара таңдан тороп ҡояш байығанға тиклем ялан-ҡырҙар буйлап осоп йөрөүе лә символик мәғәнәгә эйә, моңло йыры иртә таңдан ҡара төнгә тиклем ерҙә эшләгән кешеләрҙең күңелен йылыта.
Элек-электән һабантурғайҙар ҡайтыуы хөрмәтенә 22 марттан 7 апрелгә тиклем ҡош формаһында күмәс бешергәндәр. Күмәс менән балаларҙы, күрше-күләнде һыйлағандар, ерҙә эшләгәндәрҙе данлаған йырҙар йырлағандар, мул уңышҡа өмөт итеп, тәбиғәттән матур һауа торошо һорағандар.
Гербтағы иген башағын ике тар көмөш һыҙат ҡаймалай. Ул асыҡлыҡты, изгелекте һәм миһырбанлыҡты, район халҡының күңел сафлығын сағылдыра. Бер үк ваҡытта улар район территорияһынан аҡҡан Сәрмәсән һәм Ҡармасан йылғаларының символик һүрәтләнеше лә.
Благовар муниципаль районы гербы ошо ерҙең матурлығын һәм байлығын, халҡының хәҙерге һәм киләсәк быуындарҙың именлеге һәм үҫеше хаҡына тыныс, ижади хеҙмәтен, һәр саҡ изгелеккә һәм именлеккә ынтылыуын сағылдыра