Иглин районы гербы

Иглин районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Иглин районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2981, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 004 һаны менән теркәлгән.

Тарихы

Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Иглин районы муниципаль район советының 2006 йылдың 23 июнендәге 137-се ҡарары менән раҫлана. Авторы — Илдар Шәйәхмәтов.

Тасуирламаһы

Гербтың нигеҙе — зәңгәр ерлек, аҫҡы йәшел өлөшөн алтын һыҙат айырып тора. Үҙәктә ике яҡҡа атламаһы сығып торған алтын ромб урынлашҡан. Уның уртаһындағы дүртмөйөш һәм атлама өҫтөндәге өсмөйөш ҡыҙыл төҫтә, улар тар ғына алтын һыҙат менән ҡаймаланған.

Нигеҙләмәһе

Иглин районы боронғо мең һәм көҙәй ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә урынлашҡан. Гербың төп фигураһы булып халыҡ биҙәктәренән һәм тамғанан эшләнгән стилләштерелгән композиция тора. Был биҙәктәр районда әле лә вариҫтары йәшәгән мең һәм көҙәй ырыуы башҡорттарыныҡы.

Боронғо халыҡтарҙың тамғалары, биҙәк элементтары — халыҡ хәтерендә һәм архивтарҙа һаҡланған баһаһы булмаған һәм изге билдәләр, реликвиялар.

Районда төрлө милләт вәкилдәре: рустар, башҡорттар, сыуаштар, татарҙар, белорустар, украиндар татыу ғаилә булып йәшәй. Был күренеш гербтың төп фигураһында ла, уны тулыландырыусы деталдәрҙә лә образлы сағылдырылған һәм идеяны тулыландыра.

Герб композицияһы үҫеп ултырған, яҡты киләсәккә ынтылған ағас кеүек ҡабул ителә. Уның үҙәгендә һуғандың стилләштерелгән һүрәте, уның башҡа элементтары бал ҡорто формаһына эйә. Был аңлашыла ла, сөнки Иглин районы тап һуғаны һәм балы менән дан тота. Шулай итеп, герб райондың тарихын, бөгөнгөһөн һәм киләсәген, уның иҡтисади һәм мәҙәни тергеҙелеүен кәүҙәләндерә.

Зәңгәр төҫ — тыныслыҡ һөйөүҙе, киләсәккә ышанысты; йәшел — өмөт, сәләмәтлек, район мөхитенең экологик таҙалығын; ҡыҙыл — район халҡының мөхәббәтен һәм рух көсөн, халыҡтарҙың үҙ-ара теләктәшлеген, бер-береһенә ихтирамын, дуҫлығын, ижади хеҙмәт тантанаһын; алтын төҫ ныҡлыҡты, дәрәжәне, интеллектты, киң күңеллелекте, байлыҡты символлаштыра.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә