Өфө районы гербы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Өфө районы гербы
Нигеҙләү датаһы 3 июль 2006
Дәүләт
Юрисдикция таралышы Өфө районы
Административ-территориаль берәмек Өфө районы
Рәсем

Өфө районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Өфө районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3019, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 058 һаны менән теркәлгән.

Тарихы

Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Өфө районы муниципаль район советының 2006 йылдың 3 июлендәге 8-се ҡарары менән раҫлана. Авторы — Илгиз Нәсибуллин.

Тасуирламаһы

Герб өс өлөшкә бүленгән: ос өлөшө зәңгәр төҫтә һәм унда өс көмөш балыҡ урынлашҡан, өҫкө вертикаль өлөштәрҙең һул яғы — ҡыҙыл һәм уңы — йәшел төҫтә. Уларҙың уртаһынан күк (аҡ) ат сабып бара.

Нигеҙләмәһе

Өфө районының тарихы һәм үҫеше Өфө ҡалаһының ҡәлғә булараҡ барлыҡҡа килеүенә һәм Башҡортостандың баш ҡалаһы булып китеүенә тығыҙ бәйле. Шулай уҡ райондың республиканың эре сәйәси һәм иҡтисади үҙәге тирәләй урынлашыуы ла уның үҙенсәлеге булып тора. Былар барыһы ла район территорияһының ҙур тарихи ваҡиғалар үҙәгендә булыуына булышлыҡ итә. Район халҡы ирек һәм азатлыҡ өсөн Е. Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы тураһында иҫтәлек һаҡлай, сөнки уның штабы Чесноковка ауылында урынлашҡан була. Граждандар һуғышы йылдарында ла район ваҡиғалар уртаһында ҡайнай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторола.

Шуға күрә гербтың үҙәгендә сабып барған көмөшһыу ат һыны һайланыуы юҡҡа түгел — ул тарихи үткәндәр тураһында халыҡ хәтере һәм киләсәккә ынтылыш символы.

Ҡыҙыл төҫ илһөйәрлек, Тыуған илгә тоғролоҡ, азатлыҡ, киң күңеллелек, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды һынландыра.

Йәшел төҫ — тормош, мәңгелек, муллыҡ, уңдырышлылыҡ, һиллек һәм тыныслыҡ символы.

Гербтың көмөш балыҡлы зәңгәр осо райондың Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим һәм Өршәк йылғаларының ҡушылған урында урынлашыуын, уның балыҡҡа бай йылға-күлдәргә бай булыуын күҙаллай.

Зәңгәр төҫ — камиллыҡ, тыныслыҡ һөйөү һәм йомартлыҡ символы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Өфө районы флагы

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар