Нуриман районы гербы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Нуриман районы гербы
Герб
Coat of Arms of Nurimanovo rayon (Bashkortostan).png
Административ-территориаль берәмек Нуриман районы
Нигеҙләү датаһы 14 июль 2006
Дәүләт
Юрисдикция таралышы Нуриман районы
Автор Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы

Нуриман районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Нуриман районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2999, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 029 һаны менән теркәлгән.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Нуриман районы муниципаль район советының 2006 йылдың 14 июлендәге 90-сы ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көмөш ҡырлы гербтың аҫҡы өлөшөндә бер баҫҡыслы алтын баҫҡыс һүрәтләнгән, ул ҡалын ҡыҙыл төҫ менән ҡаймаланған һәм юғары баҫҡыс башына ҡап уртаға өҫтән төшөп ҡаҙалған уҡ башағы рәүешендә Көҙәй ырыуы тамғаһы урынлаштырылған. Уның өҫтөндә — бәләкәй ҡыҙыл өсмөйөштәр менән ҡаймаланған һәм ҡыҙыл нурҙар һипкән алтын тәңкә.

Нигеҙләмәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район гербы уның атамаһының асылын — нур һәм иман һүҙҙәрен үҙ эсенә алған.

Район территорияһы көҙәй ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә урынлашҡан. Уларҙың вариҫтары бөгөн дә район халҡының күпселеген алып тора. Гербта һүрәтләнгән стилләштерелгән тамға был боронғо ырыуҙың символы булып тора һәм райондың Башҡортостанға ҡарағанын белдерә. Бер үк ваҡытта тамға — үҙ тарихыңа ихтирам, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, мәҙәниәтте һаҡлау һәм нуримандарҙың көндәлек тормошта бер-береһен ихтирам итеү һәм саф намыҫ менән йәшәү теләген сағылдыра.

Көмөш төҫ — рух ныҡлығын, ниәттәрҙе изгелеген һәм асыҡ күңеллелекте, яҡты киләсәккә өмөт һәм ышанысты, райондың атамаһында булған төшөнсәләрҙе сағылдыра.

Гербтағы ҡыҙыл төҫ — ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм ҡурҡыу белмәҫлек, шулай уҡ Ватан өсөн ҡойолған ҡан символы.

Ҡояш — өйҙәрендә һәм күңелдәрендә изгелек уты янып торған эшһөйәр нуримандарҙың изге эштәрен яҡтыртҡан хаҡлыҡ, тәҡдир, муллыҡ һәм байлыҡ символы.

Алтын төҫ ғәҙеллекте, шәфҡәтлелекте, шулай уҡ байлыҡты, шәрәфлелекте, үҙ аллылыҡты, көстө, нуримандарҙың даимилығын һәм киң күңеллелеген сағылдыра.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нуриман районы флагы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]