Яңауыл ҡалаһы гербы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Яңауыл ҡалаһы гербы
Герб
Coat of Arms of Yanaul rayon (Bashkortostan).png
Административ-территориаль берәмек Яңауыл
Нигеҙләү датаһы 13 июль 2006
Дәүләт
Юрисдикция таралышы Яңауыл
Автор Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы

Яңауыл ҡалаһы гербы — Башҡортостан Республикаһы Яңауыл ҡалаһы ҡала биләмәһенең рәсми символы һәм халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңауыл ҡалаһы ҡала биләмәһе гербы Яңауыл районы гербы менән тап килә һәм 2006 йылдың 13 сентябрендә Яңауыл районы муниципаль районы советының 77-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3235, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 027 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Осо ҡара төҫтә булған йәшел ерлектә һүрәтләнгән көмөш ромб уртаһында алтын яллы, алтын ҡойроҡло, алтын тояҡлы ат үрәпсеп тора. Ромб бүлгән өҫкө өлөштәрҙә шытҡан орлоҡ төшөрөлгән, ә аҫҡы өлөштәрҙә — шундай ул баштүбән әйләндерелгән.

Нигеҙләмәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңауыл районы — Башҡортостан Республикаһының «төньяҡ ҡапҡалары». Уның аша сикһеҙ иген ҡырҙары, киң йылғалары һәм ҡаҙылма байлыҡтары менән тотош тотош республика күҙаллана.

Йәшел ерлектәге көмөш ромб яңауылдарҙың дуҫтарса мөнәсәбәтен һәм ҡунаҡсыллығын, уларҙың барлыҡ халыҡтар менән тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәргә әҙер булыуын белдергән асыҡ ҡапҡаларҙы символлаштыра. Алтын яллы һәм алтын ҡойроҡло үрәпсегән ат ҡеүәтте һәм алға барыуҙы аңлата. Яңауылдар бер ваҡытта ла яуланғандар менән туҡтап ҡалмай, әһр быуын район тарихына яңы сағыу биттәр өҫтәргә тырыша. Башҡорттарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың йәшәү нигеҙе һәм көнкүрешенең алыштырғыһыҙ атрибуты булған ат быуындар бәйләнешен, шулай уҡ йәшәү көсөн, киң күңеллелекте, ҡаһарманлыҡты һәм хеҙмәт һөйөүсәнлекте символлаштыра.

Композиция ситтәрендә Уран ырыуы тамғаһы менән ҡаймаланған алтын иген бөртөктәре быуындар бәйләнешен символлаштыра һәм байлыҡ, дәрәжә, традицион рәүештә игенселек менән шөғөлләнеү символы булып тора.

Гербтың йәшел төҫө — муллыҡ, уңдырышлылыҡ, тере тәбиғәт төҫө. Ул райондың һәр саҡ ҡиммәтле йәнлек тиреһе, ҡиммәтле бал, емеш-еләк, утын, Кама йылғаһы буйлап ағыҙылған ағас кеүек урман байлыҡтары символы ла. Шулай уҡ гербтағы йәшел төҫ тәбиғәт байлыҡтарын киләсәк быуындар өсөн һаҡларға саҡыра.

Ҡара төҫ — нефткә бай булыуҙы, уның ятҡылыҡтарын асыу райондың аяҡҡа баҫыуында һәм үҫешендә ҙур роль уйнауын күрһәтә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңауыл районы гербы
Яңауыл районы флагы

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]