Бүздәк районы гербы
Бүздәк районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2972, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 045 һаны менән теркәлгән.
Тарихы
2006 йылдың 18 июлендә Бүздәк районы советының 107-се ҡарары менән раҫлана. Авторҙары — Салауат Ғиләжетдинов, Раил Әхмәтйәнов.
Тасуирламаһы
Ҡыҙыл фондың өҫкө яғында зәңгәр яланда киң һәм нәҙек нурҙарын һибеп көмөш ҡояш ҡалҡып килә, унан аҫта баштарын ҡайҡайтып алтын төҫөндәге ике торна тора.
Нигеҙләү
XV быуат урталарынан хәҙерге Бүздәк районы территорияһында ырыу ҡошо торна булған Ҡаңлы башҡорттары йәшәй. Шуға күрә тарихи тамырҙарын таныу һәм тарихи үткәндәргә ихтирам билдәһе итеп гербтың үҙәк өлөшөнә ике торна һүрәтләнгән, ул халыҡтың быуаттар буйы тупланған һәм арттырылған рухи тәжрибәһенең беҙҙең осорғаса алып килеп еткерелеп, вариҫтарына тапшырылыуын күрһәтә. Ҡупшы, нәзәкәтле ҡиәфәт, һоҡланғыс узыкаль тауыш, үҙ дәрәжәһен һәм баһаһын белеү торналарҙы изгеләштерә. Уларҙың түҙемлеге һәм матурлығы, яҙғыһын мотлаҡ тыуған яҡтарына кире ҡайтыуы, туй бейеүе һәр саҡ кешеләрҙе һоҡландыра. Торналарҙың ҡайтыуы — рух һәм тән яңырыуы символы. Ул оҙон ғүмерлелек менән дә ассоциациялана. Шул уҡ ваҡытта бер-береһенә ҡарап бейегән торналар тормоштоң дауам итеүен, камиллыҡҡа ынтылышты кәүҙәләндерә. Һауаға, ҡалҡып килгән ҡояшҡа ынтылған суҡыштары киләсәккә өмөт һәм ышаныс менән ҡарауҙы аңлата.
Торналарҙың алтын төҫө — бешкән иген төҫө, гербта уңдырышлылыҡты, байлыҡты, шулай уҡ геральдикала абруйлылыҡ, ныҡлыҡ һәм киң күңеллелекте аңлата.
Ҡыҙыл — гербтың төп нигеҙе төҫө — фиҙаҡәр хеҙмәт, көс, ҡаһарманлыҡ һәм матурлыҡ символы.
Бүздәк районынан Сәрмәсән йылғаһы аға. Уға Ҡоҙаш, Иҙәш, Кискә йылға, Ҡыҙыл йылғалары килеп ҡушылыуы герб ҡалҡанының ҡыҙыл башы булараҡ һүрәтләнгән. бер үк ваҡытта ҡыҙыл төҫ үҫеште, алға барыуҙы, өмөттө һәм хыялды белдерә.
Ҡалҡып килгән ҡояш камиллыҡҡа ынтылышты сағылдыра һәм геральдикала хәҡиҡәт символы булып тора. Уның көмөш төҫө районда йәшәгән 30-ҙан ашыу милләт вәкиленең асыҡлығын, дуҫтарса мөнәсәбәтен, татыулығын һәм аңлашып йәшәүен күрһәтә.