Бүздәк районы флагы
Бүздәк районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Бүздәк районының флагы 2006 йылдың 18 июлендә районы муниципаль советының 108-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3206, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 045 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов, Раил Әхмәтйәнов.
Тасуирламаһы
Киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге ике горизонталь өлөштән торған тура мөйөшлө туҡыма: өҫкө яғы зәңгәр төҫтә һәм туҡыманың киңлегенең 3/10 өлөшөнә тиң, аҫҡы өлөшө ҡыҙыл төҫтә. Зәңгәр ерлектә киң һәм нәҙек нурҙарын һибеп аҡ төҫтә ҡояш ҡалҡып килә, унан аҫта ҡыҙыл ерлек уртаһында баштарын ҡайҡайтып һары төҫөндәге ике торна тора.
Нигеҙләү
Бүздәк районы флагы райондың тарихи, мәҙәни үткәнен сағылдырған герб нигеҙендә эшләнә. XV быуат урталарынан хәҙерге Бүздәк районы территорияһында ырыу ҡошо торна булған Ҡаңлы башҡорттары йәшәй. Шуға күрә тарихи тамырҙарын таныу һәм тарихи үткәндәргә ихтирам билдәһе итеп гербта ла, флагта үҙәк өлөштә ике торна һүрәтләнгән, ул халыҡтың быуаттар буйы тупланған һәм арттырылған рухи тәжрибәһенең беҙҙең осорғаса алып килеп еткерелеп, вариҫтарына тапшырылыуын күрһәтә. Ҡупшы, нәзәкәтле ҡиәфәт, һоҡланғыс узыкаль тауыш, үҙ дәрәжәһен һәм баһаһын белеү торналарҙы изгеләштерә. Уларҙың түҙемлеге һәм матурлығы, яҙғыһын мотлаҡ тыуған яҡтарына кире ҡайтыуы, туй бейеүе һәр саҡ кешеләрҙе һоҡландыра. Торналарҙың ҡайтыуы — рух һәм тән яңырыуы символы. Ул оҙон ғүмерлелек менән дә ассоциациялана. Шул уҡ ваҡытта бер-береһенә ҡарап бейегән торналар тормоштоң дауам итеүен, камиллыҡҡа ынтылышты кәүҙәләндерә. Һауаға, ҡалҡып килгән ҡояшҡа ынтылған суҡыштары киләсәккә өмөт һәм ышаныс менән ҡарауҙы аңлата.
Торналарҙың алтын төҫө — бешкән иген төҫө, уңдырышлылыҡты, байлыҡты, шулай уҡ геральдикала абруйлылыҡ, ныҡлыҡ һәм киң күңеллелекте аңлата.
Ҡыҙыл — фиҙаҡәр хеҙмәт, көс, ҡаһарманлыҡ һәм матурлыҡ символы.
Бүздәк районынан Сәрмәсән йылғаһы аға. Уға Ҡоҙаш, Иҙәш, Кискә йылға, Ҡыҙыл йылғалары килеп ҡушылыуы ҡыҙыл төҫ менән һүрәтләнгән. Бер үк ваҡытта ҡыҙыл төҫ үҫеште, алға барыуҙы, өмөттө һәм хыялды белдерә.