Тәтешле районы флагы

Тәтешле районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Тарихы

Тәтешле районының флагы 2006 йылдың 11 июлендә Тәтешле районы муниципаль советының 137-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3230, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 055 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы

Горизонталь тигеҙ ҡыҙыл һам һары өлөштән торған, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Ҡыҙыл туҡымаға аҡ күҙле һәм ҡойроҡ осо аҡ тейен төшөрөлгән, уның эргәһенә Гәрә ырыуы башҡорттарының тамғаһы урынлашҡан; туҡыманың һары өлөшөнә шундай уҡ ҡыҙыл төҫлө тейен һәм эргәһенә баш түбән әйләндерелгән ҡыҙыл төҫлө ырыу тамғаһы ҡуйылған.

Нигеҙләү

Тәтешле районы флагы райондың тарихи, мәҙәни һәм иҡтисади үҙенсәлектәрен сағылдырған герб нигеҙендә эшләнгән. Район территорияһы башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә, нигеҙҙә Ирәкте, Урман-Гәрәй һәм Ҡыр-Танып волостары ерҙәрендә урынлашҡан. Ата-бабалары башҡорт халҡының Рус дәүләте составына инеүенә туранан-тура бәйле. Иҫән хан тәүгеләрҙән булып батшаға үтенес менән бара. Уның вариҫы Ғәли Соҡорой — башҡорт мәғрифәтсеһе, ғалим, шағир.

Крайҙың тәбиғәте һоҡланғыс һәм йомарт: ҡара урмандар, күпереп торған яландар, төрлө сәскәле ҡырҙар, матур йылға үҙәндәре. Уларҙа мышылар, бүреләр, ҡабандар, төлкөләр һәм тейендәр йәшәй. Край тарихы һәм тәбиғәт байлығы ике сағыу: ҡыҙыл һәм алтын төҫкә бүленгән.

Төп фигура — район урмандарында киң таралған кейек — тейен. XX быуатҡа тиклем тейен тиреһе аҡса эквиваленты булып тора. Кемдең тейен тиреһе күберәк, шул бай тип һанала. Бынан тыш, тыныслыҡ һөйөүсе, эшһөйәр һәм асыҡ кейек районда тыныслыҡта һәм татыулыҡта күп милләтле, эшһөйәр халыҡ йәшәүен символлаштыра.

Тарих менән бөгөнгөнөң бәйләнешен Гәрәй, Ирәкте, Танып ырыуҙары тамғалары сағылдыра.

Ҡыҙыл төҫ — тыуған ергә һөйөүҙе, ҡыйыулыҡты һәм киң күңеллелекте, шулай уҡ Ватан өсөн түгелгән ҡанды символлаштыра.

Алтын төҫ райондың байлығын, уның республикала лайыҡлы урын алып торғанын сағылдыра.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә