Тәтешле районы гербы
Тәтешле районы гербы | |
Герб | |
Административ-территориаль берәмек | Тәтешле районы |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 11 июль 2006 |
Дәүләт | |
Юрисдикция таралышы | Тәтешле районы |
Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
Тәтешле районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3016, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 055 һаны менән теркәлгән.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль район советының 2006 йылдың 11 июлендәге 136-сы ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вертикаль рәүештә тигеҙ ҡыҙыл һәм алтын ҡырҙың ҡыҙыл өлөшөндә көмөш күҙле һәм ҡойроҡ осо көмөш төҫлө тейен төшөрөлгән, уның аҫтына Гәрә ырыуы башҡорттарының тамғаһы урынлашҡан; туҡыманың алтын төҫлө өлөшөнөң аҫҡы яғында шундай уҡ ҡыҙыл төҫлө тейен һәм өҫкө өлөшөндә баш түбән әйләндерелгән ҡыҙыл төҫлө ырыу тамғаһы ҡуйылған.
Нигеҙләмәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Район территорияһы башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә, нигеҙҙә Ирәкте, Урман-Гәрәй һәм Ҡыр-Танып волостары ерҙәрендә урынлашҡан. Ата-бабалары башҡорт халҡының Рус дәүләте составына инеүенә туранан-тура бәйле. Иҫән хан тәүгеләрҙән булып батшаға үтенес менән бара. Уның вариҫы Ғәли Соҡорой — башҡорт мәғрифәтсеһе, ғалим, шағир.
Крайҙың тәбиғәте һоҡланғыс һәм йомарт: ҡара урмандар, күпереп торған яландар, төрлө сәскәле ҡырҙар, матур йылға үҙәндәре. Уларҙа мышылар, бүреләр, ҡабандар, төлкөләр һәм тейендәр йәшәй. Гербта край тарихы һәм тәбиғәт байлығы ике сағыу: ҡыҙыл һәм алтын төҫкә бүленгән.
Гербтың төп фигураһы булып урмандарҙа киң таралған кейек — тейен тора. XX быуатҡа тиклем тейен тиреһе аҡса эквиваленты булып тора. Кемдең тейен тиреһе күберәк, шул бай тип һанала. Бынан тыш, тыныслыҡ һөйөүсе, эшһөйәр һәм асыҡ кейек районда тыныслыҡта һәм татыулыҡта күп милләтле, эшһөйәр халыҡ йәшәүен символлаштыра.
Тарих менән бөгөнгөнөң бәйләнешен гербтың ҡыҙыл һәм алтын өлөштәрендә Гәрәй, Ирәкте, Танып ырыуҙары тамғалары сағылдыра.
Ҡыҙыл төҫ — тыуған ергә һөйөүҙе, ҡыйыулыҡты һәм киң күңеллелекте, шулай уҡ Ватан өсөн түгелгән ҡанды символлаштыра.
Алтын төҫ райондың байлығын, уның республикала лайыҡлы урын алып торғанын сағылдыра.