Бөрө ҡалаһы гербы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бөрө ҡалаһы гербы
Герб
Coat of Arms of Birsk (Bashkortostan).png
Административ-территориаль берәмек Бөрө ҡалаһы
Нигеҙләү датаһы 20 декабрь 2006
Дәүләт
Юрисдикция таралышы Бөрө ҡалаһы
Автор Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы
Рәсем
Бөрө ҡалаһының 1782 йылда раҫланған гербы. авторы - ғәмәлдәге статский советник А. А. Волков.

Бөрө ҡалаһы гербы — Башҡортостан Республикаһы Бөрө ҡалаһының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөрө ҡалаһы гербы 2006 йылдың 20 декабрендә Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәһе советының 18.10 ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2965, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 042 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көмөш ҡырҙағы йәшел ерлектә көмөш түшле, башы, тәпәйҙәре һәм түш аҫты ҡыҙыл төҫтәге һыу турғайы һүрәтләнә.

Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге Бөрө ҡалаһы герб ҡаланың тарихи гербына нигеҙләнеп эшләнгән. 1782 йылдың 8 июнендә Екатерина II указы менән герб булдырыла. "Рәсәй империяһының ҡанундар тупланмаһы"на индерелгән рәсми тасуирламаһында түбәндәгесә яҙылған: «Өҫкө яғында Өфө гербы — һуҫар, ә аҫҡы өлөшөндә — зәңгәр ерлектә һыу турғайы һүрәтләнгән, сөнки был һирәк ҡош ҡаланың эргә-тирәһендә бик күп».

Был герб хәҙергәсә йәшәүен дауам итә һәм бер ниндәй тарихи, сәйәси ваҡиғалар ҙа уның тәғәйенләнешенә йоғонто яһамай, яҙмышын үҙгәртмәй.

Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәһенең заманса гербы Бөрө ҡалаһының тарихи гербын тегеҙеп һәм хәҙерге геральдика талаптарына яраҡлаштырып эшләнгән.

Һирәк осраған һыу турғайы ҡаланың таҙа саф һыулы йылға-күлдәрендә, шишмәләрендә бик күп. Гербты ул төп символ булараҡ, урындағы халыҡтың эшһөйәрлеген, уйҙарының изге булыуын сағылдыра.

Көмөш төҫ — киң күңеллелек, сафлыҡ, ихласлыҡ, матурлыҡ һәм халыҡтың тыуған еренә тоғролоғо билдәһе. Йәшел төҫ Бөрө еренең уңдырышлылығын, шатлыҡты, азатлыҡ һәм тыныслыҡты һүрәтләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөрө районы гербы
Бөрө районы флагы

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]