Баймаҡ районы гербы
Баймаҡ районы гербы | |
Административ-территориаль берәмек | Баймаҡ районы |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 18 июль 2006 |
Дәүләт | |
Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
Баймаҡ районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының һәм Баймаҡ ҡалаһының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3197, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 010 һаны менән теркәлгән.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2006 йылдың 18 июлендә Баймаҡ районы советының 68-се ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төп фон булып торған алтын ҡырҙың аҫҡы ҡыҙыл өлөшөндә йәшел биҙәк һалынған өс алтын каса һүрәтләнгән. Уларҙан өҫтә йәшел — тирмә-тау ситен ҡаймалаған алтын төҫөндәге һыҙат һәм өҫкө табан үрләгән ҡыҙыл тулҡындар осрашҡан ерҙә ҡурай сәскәһе урын алған. Тау фонында алтын күҙле, алтын яллы, алтын ҡойроҡло һәм алтын тояҡлы, боролоп ҡараған көмөш ат төшөрөлгән.
Нигеҙләнеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Баймаҡ районының һәр ташы, һәр ҡарыш ере башҡорт халҡының барлыҡҡа килеүҙең төрлө дәүерендәге ваҡиғалар тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлай. Ул беренсе азат күсмән башҡорттоң тәүге тирмә ҡороуын да хәтерләй. бында барыһы ла мул була: мал күҙгә күренеп көрәйә, ә был бәрәкәтле ергә бирелгән байлыҡ кәмемәй. Күсмәндәр күңеленә был ерҙәр хуш килеп, улар шунда төпләнә. Дәүерҙәрҙе һәм быуындарҙы бәйләп торған тарихи хәтерҙе гербта йәшел тирмә (тау) кәүҙәләндерә. йәшл төҫ — йәшәү төҫө, муллыҡ, һиллек һәм тыныслыҡ төҫө.
Тирмә фонында халҡы, Ватан азатлығы өсөн көрәшкән яугир башҡорттоң һәр саҡ тоғро дуҫы булған алтын яллы, алтын тояғы менән ерҙе сапсыған көмөш ат төшөрөлгән. Ул шулай уҡ халыҡтың киләсәккә ынтылышын, уның бөйөклөгөн, эшһөйәрлеген һәм үҙ халҡына тоғро булыуын да символлаштыра. Башҡорттоң юлдашы булған ат тураһында бик күп йырҙар Баймаҡ ерлегендә тыуған. Уларҙа көньяҡ башҡорттарының атҡа булған йылы хистәре сағыла. Бөгөн дә Көньяҡ Уралдың сикһеҙ далаһы буйлап сапҡан йылҡы өйөрө күҙҙе ҡамаштыра. Ҡышҡыһын Ирәндек тауы итәгендә тибендә йөрөгән өйөрҙәр — һоҡланғыс күренеш.
башҡорт тирмәһенә ингәндә һәр саҡ ҡымыҙ һәм кәсәләр була. Хәҙер ҙә Баймаҡ ҡымыҙы — иң шәбе, иң данлыһы. был эсемлеккә дауалау көсөн дала ҡылғаны бирә. Гербтағы ҡымыҙлы кәсәләр халыҡтарҙың дуҫлығын, кҡунаҡсыллығын, шулай уҡ райондың ҡымыҙ — сәләмәтлек, көс һәм оҙон ғүмерлелек эсемлеге менән данлы булыуын белдерә.
Башҡорттарҙың бер планда берләшкән өс символы — тирмә, ат, кәсә — һәр кем өсөн ҡиммәт булған ғаилә, өй усағы, атайсал, Ватанды кәүҙәләндерә.
Ҡурай моңо һәр кемдең күңел ҡылдарын тирбәлтә. Уның аша башҡорттар күңел серен һөйләгән, батырҙарын данлаған, тыуған яғын һағынып уйнаған. Туғажман тауы башында йәйәүле Мәхмүт уйнаған ҡурай моңо оҙон ғүмерле була. Баймаҡ рәссамы М. Байрамғолов уның башына ююҡа ғына милли уйын ҡоралына һәйкәл ҡуймаған. Ул — донъяла ҡурайға ЮНЕСКО тарафынан билдәләнгән берҙән-бер һәйкәл. Шуға ла тирмә-тау башында ете ырыу берлеген символлаштырған ҡурай сәәскәһе төшөрөлөүе юҡҡа түгел.
Тыштан тирмә район халҡының ер эшкәртеү аша бай, етеш һәм матур йәшәүен символлаштырған ҡусҡар биҙәге менән биҙәлгән.
Герб нигеҙендәге алтын ҡыр — сикһеҙ иген баҫыуҙары символы.