Мәләүез ҡалаһы гербы

Мәләүез ҡалаһы гербы — Башҡортостан Республикаһы Мәләүез ҡалаһының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Тарихы

Мәләүез ҡалаһы ҡала биләмәһе Мәләүез районы муниципаль районының административ үҙәге булараҡ, әлеге ваҡытта район менән бер үк символиканы ҡуллана.

1988 йылғы герб

Мәләүез ҡалаһы гербы йылдың 1988 йылдың 25 майында БАССР халыҡ депутаттары Советының Мәләүез башҡарма комитеты ҡарары менән раҫлана.

Тасуирламаһы

Герб йәшел ерлек өҫтәндә торған зәңгәр ҡырҙан йүгереп китеп барған һуҫар һүрәтенән ғибәрәт. Аҫҡы йәшел фонда алтын көлтәләр урынлашҡан.

Нигеҙләү

Гербтағы һуҫар ҡаланың Өфө губернаһына ҡарауын белдерә һәм крайҙың үҙенсәлектәрен күҙаллау мөмкинлеге бирә. Элек-электән һыуһар урындағы халыҡтың ҡиммәтле тиреләр кәсебендә төп урын алып тора. Быны БАССР тарихынан алынған өҙөк тә раҫлай: «башҡорттар яһаҡ түләргә тейеш була. Ул тәбиғи була, тире һәм бал менән түләнә, һыуһар менән һанала. Аҡсаға әйләндергәндә, бер һыуһар 40 тин була, ә бер батман бал — 1 һум». Сәйәхәтсе П. С. Паллас был яҡтарҙа булып: «Был ил һыуһарға бай», — тип һоҡлана.

Ҡалҡандың уртаһындағы зәңгәр һыҙат ҡала эргәһенән Ағиҙел ағыуын раҫлай.

Иген көлтәләре — байлыҡ символы. Край илһөйәрҙәре, Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Бөрө һәм башҡа ҡалаларҙың гербтарын өйрәнеп, мул көлтәләр рәүешендәге эмблема Мәләүездең асылын — уның игенгә бай районы булыуын тулыһынса һәм аныҡ итеп асып бирә, тигән һығымтаға килә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар