Бишбүләк районы гербы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бишбүләк районы гербы
Герб
Coat of Arms of Bizhbulyak rayon (Bashkortostan).png
Административ-территориаль берәмек Бишбүләк районы
Нигеҙләү датаһы 12 июль 2006
Дәүләт
Автор Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы

Бишбүләк районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2964, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 040 һаны менән теркәлгән.

2006 йылдың 12 июлендә Бишбүләк районы советының 101-се ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зәңгәр ҡырҙа алтын (һары) төҫ менән ҡаймаланған йәшел ромб. Уның һәр мөйөшөн алтын иген бөртөгө тоташтыра; йәшел фонда — алтын төҫөндәге һыуыр төшөрөлгән. Ромб бүлгән өлөштәрҙә көмөш төҫөндәге услам ҡылған урынлаштырылған.

Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район гербы нигеҙенә уның иҡтисади үҫеш һәм тәбиғи шарттары һалынған. Гербтың үҙәк фигураһы булып һыуыр тора, сөнки 1989 йылда район территорияһында Көньяҡ Уралдың Ҡыҙыл китабына индерелгән байбаҡ төрөндәге һыуырҙы һаҡлау буйынса дәүләт заказниғы булдырыла.

Районға Өфө яғынан килеүселәрҙе убалар битләүендә бейеклеге метр ярым булған тиҫтәләгән ерән бағана ҡаршы ала. Уларҙа алғы тәпәйҙәрен күкрәгенә ҡыҫҡан, йөҙөнә ҡыҙыҡһыныу сыҡҡан һыуырҙар төшөрөлгән. Район ерҙәре һыуырҙар үрсеүе өсөн ҡулайлы — ҡурсаулыҡ, тыныс һәм экологик йәһәттән таҙа, өң ҡаҙыу өсөн убалар ташлы. Уларҙың өңө эргәһендә ҡомташ ҡына түгел, ауыр таштарҙы ла осратырға мөмкин. Шуға күрә гербта һүрәтләнгән йәнлек маҡсатҡа өлгәшкәндә көстө һәм ныҡышмаллыҡты, кешелектең тормош ингеҙен һәм именлеген тәьмин иткән тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашты символлаштыра.

Халҡтың төп шөғөлө — ер эшкәртеү. Гербта ул иген бөртөгө аша бирелә, бер үк ваҡытта эш һөйөүсәнлекте, байлыҡты һәм гөрләп эшләүҙе кәүҙәләндерә.

Район Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан һәм Урал алды ялан зонаһына ҡарай. Уның ошо урынлашыуын ялан символы булған ҡылған аңлата. Бер үк ваҡытта ул гербта киңлекте һәм күңел киңлеген, ер эшкәртеүселәр мул уңыш алған киң яландарҙы һынландыра.

Йәшел төҫ муллыҡ, уңдырышлылыҡ, һиллек һәм тыныслыҡты аңлата. Зәңгәр төҫ — матурлыҡ, мөһабәтлек, тоғролоҡ, шулай уҡ үҫеш, алға барыуҙы символлаштыра. Элементтарҙағы алтын төҫө — ғәҙеллек, шәфҡәтлелек символы.