Сибай ҡалаһы гербы
| Сибай ҡалаһы гербы | |
|---|---|
| Административ-территориаль берәмек | Сибай |
| Дәүләт | |
| Нигеҙләү датаһы | 14 июль 2006 |
| Юрисдикция таралышы | Сибай |
![]() | |
Сибай ҡалаһы гербы — Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының рәсми символы һәм халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Сибай ҡалаһы гербы 2006 йылдың 14 июлендә Сибай ҡалаһы ҡала округы советының 124-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3001, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 035 һаны менән теркәлә. Авторҙары — Санкт-Петербург ҡалаһының дизайн төркөмө.
Тасуирламаһы
Көмөш ерлек өҫтөндәге зәңгәр фонда — көмөш ҡурай сәскәһе, аҫҡы, башҡорт орнаменты менән ҡаймаланған йәшел «тау»ҙа йүгереп барған алтын төҫөндәге һыуһар һүрәтләнгән.
Нигеҙләү
Сибай ҡалаһы гербы композицияһы нигеҙенә тарихи, географик һәм иҡтисади үҙенсәлектәр һалынған.
Сибай ҡалаһы Европа һәм Азия сигендә, Көньяҡ Уралдың көнсығыш һырттарының береһе булған Ирәндектең Урал аръяғы яйлаһына күскән ерҙә урынлашҡан. Үҙенең барлыҡҡа килеүе менән ҡала крайҙың тәбиғәт байлыҡтарына бурыслы. Уралда бик бородан кешеләр баҡыр сығарған. Быны боронғо Арҡайым һәм Таналыҡ ҡалалары урындарындағы ҡаҙыныу эштәре иҫбат итә. Легендаға ярашлы, Иҫке Сибай ауылынан бер ябай һунарсы ҡалаға нигеҙ һала: ул һыуһар өңөн ҡаҙған саҡта ҡыҙыл балсыҡҡа юлыға. Асыҡланыуынса, балсыҡта бик күп баҡыр, алтын һәм көмөш була. Ул асҡан ятҡылыҡ урынында Сибай ҡалаһы барлыҡҡа килә, шуға күрә символдың төп фигураһы — йәшел ерлектә йүгереп барған һыуһар.
Йәшел ерлек ҡаланың башҡорт ерҙәрендә урынлашҡанын күрһәтеп, тауҙар силуэты рәүешендәге «ҡусҡар» милли орнаменты менән биҙәлгән. Композицияға тауҙар силуэтын индереү Сибайҙың үҫеше тау-байыҡтырыу сәнәғәте менән бәйле булыуын күрһәтә. Республика флагының өс төҫөн — күк, аҡ һәм йәшел — ҡулланыу Сибай ҡалаһының Урал аръяғындағы иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге булараҡ урынын билдәләй.
Зәңгәр (күк) төҫ асыҡлыҡ һәм уй-ниәттәренең сафлығын аңлата.
Көмөш (аҡ) төҫ — тыныслыҡҡа ынтылыу, асыҡлыҡ, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлек символдары.
Йәшел төҫ — тәбиғәт, яҙ, өмөт, мәңгелек тормош төҫө.
1980 йылғы совет гербы
Сибай ҡалаһының 1980 йылдың авгусында Сибай ҡала башҡарма комитеты тарафынан раҫланған совет гербы композицияһында ҡыҙыл ҡалҡанда «1955» тип яҙылған стилләштерелгән алтын һоҫҡос һүрәтләнгән, уның эсендә тау тоҡомо ята. Һоҫҡосто башаҡтар урап алған, аҫта башҡорт милли биҙәктәре элементтары, өҫтә — туҙар контуры. Герб авторы — А. Нәбиев. Һоҫҡос һәм тау тоҡомо данлыҡлы Сибай баҡыр ятҡылығын символлаштыра.
1995 йылғы герб
Сибайҙың 1995—2006 йылдарҙа ғәмәлдә булған гербы 1995 йылдың 8 декабренд халыҡ депутаттарының ҡала советында раҫлана. Ул ҡалҡан эсендә йүгереп барған һыуһарҙан һәм милли биҙәктән тора. Ҡалҡандың өҫ яғында милли герб элементы — ҡурай тажы һүрәтләнгән.
