Арҡайым

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаласыҡ
Арҡайым
Һауанан күренеш
Һауанан күренеш
52°38′57″ с. ш. 59°34′17″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Өлкә Аркаим[d]
Статус Археологик ҡомартҡы
Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 7410020000№ 7410020000
Состояние 1995 йылда ҡаҙыныу эштәре тамамлана.
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Был археологик ҡомартҡы тураһында мәҡәлә. Авиакомпания тураһында Арҡайым (авиакомпания) битен ҡарағыҙ

Арҡайым (рус. Аркаи́м) — беҙҙең эраға тиклем XX/XVIII—XVIII/XVI (20/18—18/16) быуаттарҙағы ҡаласыҡ, ҡәберлек һәм ауылдарҙан торған комплекс. Һынташты мәҙәниәтенә[1] һәм «Ҡалалар иле»нә ҡарай.

Рәсәйҙең Силәбе өлкәһендәге Оло Ҡараған һәм Үтәгән йылғалары үҙәндәрендә урынлашҡан[2].

Комплекс 1971 йылда асыла. 19801990 йылдарҙа Г. Б. Зданович, С. Г. Боталов, С. А. Григорьев һәм Д. Г. Зданович тикшеренеүҙәр үткәрә.

1991 йылда «Арҡайым» тәбиғи-ландшафт һәм тарихи-археологик үҙәге ойошторола[1][3].

Арҡайымдың макеты

Археологик ҡомартҡы тарихы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Арҡайым» 1987 йылдың июнендә Урал-Ҡаҙағстан археологик экспедицияһының археологтар С. Г. Боталов һәм В. С. Мосин, археология буйынса уҡыған бер нисә студент һәм ошо йүнәлештәге түңәрәктәрҙә шөғөлләнгән бер нисә мәктәп уҡыусыһынан торған отряды тарафынан табыла. Силәбе өлкәһенең ауыл хужалығы райондарын һыу менән тәьмин итеү өсөн Оло Ҡараған хужалыҡ-ара һуғарыу системаһы ихтыяждары өсөн Оло Ҡараған һыуһаҡлағысын төҙөү кәрәклеге территорияла археологик тикшереүҙәр башлауҙың сәбәбе була. Белгестәр был райондағы тикшеренеүҙәргә артыҡ әһәмиәт бирмәй — экспедиция перспективаһыҙ эшкә юллана — табылдыҡтар күҙлегенән әллә ни ҡыҙығы булмаған киң дала районын тикшереү бурысы тора. Археологик отрядтағы ике уҡыусы, Александр Езриль һәм Александр Воронков, ғәҙәти булмаған рельефлы урында таба. Экспедицияның бронза дәүерендәге ҡомартҡыларҙа, шул иҫәптән Һынташты торамаһында эш тәжрибәһенә эйә булған етәкселеге был асыштың мөһимлеген объектив һәм дөрөҫ баһалай[4].

Боталов һәм Мосин ҡаласыҡты тикшергәндән һәм уның планын төшөргәндән һуң ҡомартҡының бронза дәүеренең Һынташты тибына ҡарауы асыҡлана. Был —1974 йылда В. Ф. Генинг экспедицияһы тарафынан өйрәнелә башлаған Һынташты комплексын тикшереү барышында алынған ошондай уҡ материалдар менән сағыштырыу һөҙөмтәһе[5].

Төҙөлөш планына ярашлы, буласаҡ төҙөлөш зонаһында урынлашҡан бөтә археологик объекттар һыу аҫтында ҡалырға тейеш була, әммә Эрмитаж директоры академик Б. Б. Пиотровскийҙың, СССР Фәндәр академияһының Урал бүлексәһе Президиумы рәйесе академик Г. А. Месяцтың һәм тағы ла бер нисә белгес-археологтың әүҙем позицияһы арҡаһында һыу баҫыу ике йылға кисектерелә, был СССР тарихында әлегәсә ишетелмәгән-күрелмәгән хәл була[4].

Ғалимдарҙың «Гипроводхоз» ведомствоһы менән көрәше 1992 йылдың апрелендә тамамлана, быуа төҙөлөшө ябыла һәм 3300 гектарлыҡ территория унда урынлашҡан боронғо ауыл менән бергә Рәсәй Федерацияһы Министрҙар Советы тарафынан В. И. Ленин исемендәге Илмән дәүләт ҡурсаулығы филиалы булараҡ — эксперименталь тәбиғи-ландшафт һәм тарихи-археологик ҡурсаулығын ойоштороу өсөн бүленә. Советтар Союзының тарҡалыуы, ведомстволарҙың көсһөҙләнеүе, йәмғиәттең әүҙемләшеүе, яңы парадигмалар эҙләү ваҡиғаларҙың ошолай тамамланыуына килтерә[4].

2005 йылдың 17 майында Арҡайымда Рәсәйҙең ул саҡтағы Президенты Владимир Путин була[6].

Археологик ҡомартҡыға яҡындағы Александровский ҡасабаһының исеме түгел, ә 4 километр көньяҡтараҡ ятҡан (иң яҡындағы түгел)[7][8] тау түбәләренең береһенең атамаһы ҡушыла. «Арҡайым» топонимы төрки теленән руссаға тәржемә иткәндә рус. «хребет», «спина», «основа» мәғәнәһен бирә[7][8].

Ҡаласыҡтың диаметры 143—145 һәм 85 метр булған ике вал ҡулсаһы һәм дүрт үткәүеле бар, улар офоҡ яҡтарына йүнәлтелгән. Төп үткәүел көнбайышҡа ҡарай. Торлаҡтар тышҡы диаметры 39—40 метр һәм эскеһе 27 метр булған тағы ла ике ҡулса барлыҡҡа килтерә. Торлаҡ ҡулсалары араһында ағас түшәлгән түңәрәк урам булған[1]. Түшәлмә аҫтында ямғыр һыуҙары өсөн 1,5 метр тәрәнлектәге һәм шундай уҡ киңлектәге канализация соҡоро менән һыу йыйыу ҡоҙоҡтары урынлашҡан[9]. Ауыл үҙәгендә диаметры яҡынса 25 метрлы төҙөлөп бөтмәгән майҙансыҡ табылған[1].

Валдар эсендә тар коридорҙар, уйымдар һәм торлаҡ биналарға үтеү урындары булған. Трапеция формаһындағы торлаҡтар ер өҫтөндә урынлашҡан, уларҙың дөйөм майҙаны 110—180 квадрат метр. Улар каркас конструкциялы һәм дөйөм оҙон стеналы. Торлаҡтан сығыу урындары ауыл үҙәгенә йүнәлтелгән. Торлаҡ эсендә усаҡ, мейес, ҡоҙоҡ һәм келәт урындары, шулай уҡ металл эшкәртеү эҙҙәре табылған[1].

Комплекстың тәғәйенләнеше әле лә бәхәсле булып ҡала килә. Төрлө фараздар буйынса, ул — ҡәлғә, йәшеренеү урыны, металл эшкәртеү, сауҙа йә изге дини үҙәк һәм башҡалар булыуы мөмкин[1].

Ҡаласыҡтан төньяҡ-көнсығышҡа табан 1—1,5 километр алыҫлыҡта Оло Ҡараған ҡәберлеге урынлашҡан. Ул өйөмдәрҙән тора, улар аҫтында соҡор менән уратып алынған һәм бер-береһенән эске тупраҡтан яһалған аралар менән айырылған майҙансыҡтар урынлашҡан. Майҙансыҡтарҙа 7-нән алып 20-гә тиклем ерләү һәм ҡорбан соҡорҙары булған. Ҡәбер соҡорҙары 3,5 метр тәрәнлектә һәм уларҙа ағас түшәмдәр менән бүленгән өс ҡатлы камералар бар. Түбәнге камерала яңғыҙ, парлы һәм төркөмле ҡәберлектәр булған. Табылған кәүҙә ҡалдыҡтар уларҙың бөгөлгән хәлдә булыуын раҫлай. Өҫкө камерала ҡорбан биреү ҡалдыҡтары — аттың, һыйыр һәм ваҡ малдың, эттәрҙең һөйәктәре һәм баш һөйәктәре һаҡланған. Ерләнгәндәр европеоид антропологик тибына ҡарай. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡәберҙәре ир-егеттәрҙекенән ике тапҡырға күберәк. Ҡәберҙәрҙә керамик һауыттар, ағас кәсәләр, баҡыр һәм бронза бысаҡтар, һөңгө һәм уҡ башаҡтары табылған. Бронза быуатының был ҡәберлектәре янында һуңғы сармат мәҙәниәтенең ҡурған төркөмдәре урынлашҡан[1].

Палеогенетика өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә ярашлы, һынташты мәҙәниәте кешеләре хәрби балталар йәки бау керамикаһы мәҙәниәте вәкилдәре менән генетик яҡтан оҡшаш. Бау керамикаһы мәҙәниәте популяцияларының көнсығышҡа күсеүе, моғайын, һынташты мәҙәниәтен барлыҡҡа килтергәндер[10][11]. Ҡаҙылма ДНК-ны тикшереү һөҙөмтәһендә, һынташты мәҙәниәте вәкилдәрендә Y-хромосомалы R1a гаплотөркөмө[10] һәм j1, J2, N1 һәм U2 митохондриаль гаплотөркөмдәре табылған[10].

Әлеге ваҡытта «һынташтар» һинд-иранлымы, әллә инде иранлымы икәнен аныҡ ҡына раҫлау өсөн мәғлүмәттәр етерлек түгел[4].

Эзотерикала һәм ялған фәндә

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Арҡайым» образы эзотериктар, экстрасенстар, уфологтар, милләтселәр, неоязычниктар араһында һәм фәнни берләшмә тарафынан псевдотарихи тип танылған эштәрҙә популярлыҡ яулай[8]. Арҡайымды ҡотҡарыу идеяһына төрлө йәмәғәт көстәре һәм ойошмалар йәлеп ителә. Социализмдың идеологик вакуум тыуҙырған дөйөм көрсөгө фонында кешеләр яңы ҡараштар формалаштырыу өсөн «аҙыҡ» эҙләй. Ошо фонда ғалимдарҙың сағыу гипотезалары фантазиялар һәм фараздар өсөн сығанаҡ була, улар эзотерик һәм яңы дини идеялар тыуҙыра һәм ялған фән өлкәһен туҡландыра. Арҡайымды һаҡлауҙы эзотериктар һәм арий идеяһы яҡлылар хуплай, улар Арҡайымды боронғо арий (славян) цивилизацияһының баш ҡалаһы итеп күрһәтә. Был хуплау фәнни берләшмәнең бер өлөшө тарафынан тәбрикләнә, һәм Арҡайым мифологизацияһы ҡаршылыҡһыҙ ҙур масштабҡа эйә була. Был процеста шулай уҡ ҡайһы бер урындағы ғалимдар һәм урындағы власть вәкилдәре ҡатнаша[12][4].

Арҡайымға ҡарата эзотерик һәм ялған фәндәге фекерҙәрҙә ике төп идея айырыла: «һынташтар»ҙың славян (арий) этник сығышы («славян-арий», рус, урыҫтар) һәм «арҡайым»дарҙың технологик, социаль һәм «рухи» үҫешенең феноменаль кимәле. Ялған фән теорияһында туранан-тура милләтселек йүнәлеше булмаған осраҡта ла, «боронғо арийҙар» хәҙер онотолған һәм күпселек аңлай алмаҫлыҡ «энергиялар» һәм «дини һәм йәшерен белем» һаҡсылары итеп күрһәтелә. Был идеялар фәнни мәғлүмәттәр менән тап килмәй[4]. Арҡайым — «көс урыны»[13] «славяндарҙың», «арийҙар»ҙың ата-бабаларының (һүҙ тарихи арийҙар, һинд-иранлыларҙың ғына ата-бабалары тураһында түгел, ә ялған фәндә ҡулланылған синоним — «арийҙар»: боронғо һинд-европалылар хаҡында[14]) йәки һинд-европалыларҙың[15][8] боронғо тыуған ере, «донъя бишеге»[6] тип иҫәпләнә, ҡаланың атамаһы Йима исеменә алып барып тоташтырыла һәм һөҙөмтәлә ул Заратустраның тыуған төйәге тип иғлан ителә[15][8]. Арҡайым «цивилизацияһы»ның үҫеш кимәле бындай баҫмаларҙа, ғәҙәттә, реаль мәғлүмәттәрҙән күпкә юғары итеп күрһәтелә. Арҡайым обсерватория булараҡ ҡулланылған тип раҫлана. Уфологтар фекеренсә, Ҡалалар иле ҡалаларын сит планеталарҙан килеүселәр төҙөгән. Экстрасенстар фекеренсә, Арҡайым районынан көслө энергия ағымы үтә, шуға күрә улар унда «заряд алыу» маҡсатында сәйәхәт ҡыла. Арҡайымдың эзотерик «үҙләштерелеүе» һөҙөмтәһендә спираль рәүешендәге «таш баҡсаһы» тибындағы инсталляциялар барлыҡҡа килә.

Эзотерикала һәм славян яңы язычник динендә популяр булған «арий» мифы буйынса, Арҡайым мәҙәниәте һәм Көньяҡ Уралдың уға оҡшаш башҡа ҡомартҡылары йыш ҡына «арий цивилизацияһы» тип иҫәпләнә һәм славяндарға алып барып тоташтырыла. Күп авторҙар Арҡайымды мифик төньяҡ иле Гиперборея менән бәйләй, ул, — йәнәһе, «арийҙар»ҙың (был «арийҙар»ҙы тарихи арийҙар менән бутамаҫҡа кәрәк) йәки «аҡ кешеләр»ҙең (Европала йәшәүселәрҙең) ата-бабаларының тыуған урыны булған. Тәбиғәттең һыуыныуы һәм боҙлоҡтарҙың күсеүе «арийҙар»ҙы көньяҡҡа күсергә мәжбүр итә, тип раҫлана. Урал аша үтеп, улар бәрәкәтле төбәктә туҡтала, был төбәк үҙ сиратында Авестала телгә алынған Етейылға йәки рус риүәйәттәрендә «Аҡ Һыу» тип аталған ерҙәр менән бәйләнә. Ике осраҡта ла һүҙ Көньяҡ Урал тураһында бара, унда «арийҙар»ҙың икенсе тыуған иле урынлаша, унан улар Евразияның Карпаттан алып Ҡытайға тиклемге киңлектәренә таралып төпләнә. Был ҡараштарҙы яҡлаусылар Көньяҡ Уралды ведик инаныуҙар сығанағы һәм баш ҡалаһы изге Арҡайым булған донъялағы иң боронғо дәүләтселек урыны тип иҫәпләй[14].

Арҡайымды «эзотерик үҙләштереү» 1991 йылда Тамара Глобаның сәфәренән һуң башлана һәм XXI быуат башына күп яҡлыға әүерелә[4]. 2005 йылда күрше ҡалҡыулыҡтарҙың береһендә ҙур аҡ һыҙыҡтар менән свастика яһайҙар, Арҡайымда заказ буйынса свастика ҡойоу менән шөғөлләнгән «Милли арий союзы» эшләй[6]. Был идеяны сатирик Михаил Задорнов популярлаштырып ебәрә. Ул «праславяндарҙы» «арийҙар» менән тиңләй. Уның фекеренсә, "«арийҙар» үҙ тарихының алтын быуатында бөтөнләй һуғышмаған, Себерҙең боҙланыуы уларҙы Европаға һәм материктың көньяғына күсергә мәжбүр иткән". 2008 йылда Задорнов Сергей Алексеев һәм режиссёр Александр Волков менән берлектә «Аркаим. Стоящий у солнца» фильмын эшләй. Фильмға ярашлы, Көнбайыш менән Көнсығыш араһында һәр ваҡыт «Өсөнсө (айырым) цивилизация урынлашҡан була, хәҙер ул Рәсәй тип атала», Алексеев уның мәҙәниәтен «арий»ҙыҡы тип атай. «Арий ата-бабаларының» аҡыллылығы һәм уларҙың «юғары рухилығы» тураһында, шулай уҡ ғалимдарҙың халыҡтан быны йәшереүҙәре тураһында әйтелә[14]. «Арий» версияһы шулай уҡ «Хребет России» тип исемләнгән әҙәби-телевизион проектта ла яҡтыртыла. Фәнни берләшмә тарафынан ялған фән тип танылған «ДНК-генеалогия» тәғлимәтен булдырыусы биохимик Анатолий Клёсов быға яҡын ҡарашта тора[16][17][18]. Үҙенең тәғлимәтенә ярашлы ул славяндарҙың боронғо һәм «арий» сығышлы булыуын раҫлай, бында, әлбиттә, һүҙ тарихи арийҙар тураһында түгел, ә ялған фәндә ҡалланылған был атаманың синонимы булған «арийҙар» — боронғо һинд-европалылар тураһында бара[14].

Арҡайымдың «изге урын»ға әйләнеүе ундағы фәнни эштәрҙең әлеге ваҡытта туҡтатылыуына сәбәпсе була[14].

Һынташты мәҙәниәте
Ҡалалар иле (Көньяҡ Урал)


  • Аркаим / С. В. Кузьминых // Анкилоз — Банка [Электронный ресурс]. — 2005. — С. 225. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 2). — ISBN 5-85270-330-3.
  • Аркаим: некрополь (по материалам кургана 25 Большекараганского могильника). — Кн. 1. Сост. Д. Г. Зданович. — Челябинск: Южно-Уральское кн. изд-во, 2002.
  • Аркаим: Некрополь. — Челябинск, 2003. — Кн. 1.
  • Аркаим. 1987—1997: Библиографический указатель. — Челябинск, 1999.
  • Аркаим. По страницам древней истории Южного Урала. Челябинск: Крокус, 2004. — 348 с.
  • Аркаим — Синташта: древнее наследие Южного Урала: к 70-летию Г. Б. Здановича; сб. науч. тр.: в 2 ч. / отв. ред. Д. Г. Зданович; редкол.: Н. Б. Виноградов, С. А. Григорьев, А. В. Епимахов ; Челяб. гос. ун-т ; Ист.-культур. заповедник обл. значения «Аркаим». — Челябинск : Изд-во Челяб. гос. ун-та, 2010. — 4.1.214 с.
  • Аркаим — «Страна городов». Путеводитель по «бронзовому кольцу России» / М. Р. Макурова, Ф. Н. Петров ; Заповедник «Аркаим». — Челябинск : АБРИС, 2017. — 55 с.
  • Археологический атлас Челябинской области. Вып. 1. Степь-лесостепь. Кизильский район / Зданович Г. Б. и др. — Челябинск: Южно-Уральское кн. изд-во, 2003.
  • Балановская Е. В., Боринская С. А., Бужилова А. П., Дубова Н. А.]], Дыбо А. В., Клейн Л. С., Шнирельман В. А. и др. ДНК-демагогия Анатолия Клёсова // Троицкий вариант. — 2015. — № 170.
  • Балановский О. П. Лженаучные дискуссии // Генофонд Европы. — М.: Т-во научных изданий КМК, 2015. — С. 64—66. — 354 с. — ISBN 9785990715707.
  • Боталов С. Г. Номады. — Челябинск, 2009.
  • Виноградов Н. Б. Могильник бронзового века Кривое Озеро в Южном Зауралье. — Челябинск: Южно-Уральское кн. изд-во, 2003.
  • Виноградов Н. Б. Культурно-исторические процессы в степях Южного Урала и Казахстана в начале II тыс. до н. э. (памятники синташтинского и петровского типа): Автореф. дисс. докт. ист. наук. — М., 2007.
  • Виноградов Н. Б. Степи Южного Урала и Казахстана в первые века II тыс. до н. э. (памятники синташтинского и петровского типа). — Челябинск: Абрис, 2011.
  • Генинг В. Ф., Зданович Г. Б., Генинг В. В. Синташта. Археологический памятник арийских племён Урало-Казахстанских степей. — Т. 1. Челябинск: Южно-Уральское кн. изд-во, 1992.
  • Григорьев С. А. Бронзовый век. Древняя история Южного Зауралья. — Т. 1: Каменный век. Эпоха бронзы. Челябинск: Изд-во ЮУрГУ, 2000.
  • Дегтярёва А. Д. История металлопроизводства в эпоху бронзы. — Новосибирск: Наука, 2010.
  • Евразийская степная металлургическая провинция / Е. Н. Черных, С. В. Кузьминых // Динамика атмосферы — Железнодорожный узел [Электронный ресурс]. — 2007. — С. 514—516. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 9). — ISBN 978-5-85270-339-2.
  • Епимахов А. В. Южное Зауралье в эпоху средней бронзы. — Челябинск: Изд-во ЮУрГУ, 2002.
  • Епимахов А. В. Ранние комплексные общества севера центральной Евразии (по материалам могильника «Каменный Амбар-5»). — Кн. 1. — Челябинск: Челябинский дом печати, 2005.
  • Епимахов А. В. Относительная и абсолютная хронология синташтинских памятников в свете радиокарбонных датировок. Проблемы истории, филологии, культуры. — Вып. XVII. — М.-Магнитогорск-Новосибирск, 2007.
  • Зданович, Г. Б. За тысячу лет до Трои // Вокруг света. — 1989. — № 3.
  • Зданович, Г. Б. Аркаим // Башкортостан: Краткая энциклопедия / Под ред. Р. З. Шакурова. — Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 1996. — С. 124. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  • Зданович, Г. Б. Аркаим — культурный комплекс эпохи средней бронзы Южного Зауралья // Российская археология. — 1997. — № 2. — С. 47—62.
  • Зданович, Г. Б. «Страна городов» // журнал Родина. — 2001. — № 11.
  • Зданович, Г. Б. Урало-казахстанские степи в эпоху средней бронзы: Автореф. дисс. докт. ист. наук. — Челябинск, 2002.
  • Зданович, Г. Б., Батанина И. М. Аркаим — Страна городов: пространство и образы (Аркаим: горизонты исследований). — Челябинск: Крокус; Южно-Уральское кн. изд-во, 2007. — 260 с.: ил.
  • Зданович Д. Г. и др. Аркаим: некрополь (по материалам кургана 25 Большекараганского могильника). Кн. 1 / Сост. Д. Г. Зданович. Челябинск: Юж.-Урал. кн. изд-во, 2002. — 216 с., ил.
  • Зданович Д. Г. Жертвоприношения животных в погребальном обряде населения степного Зауралья эпохи средней бронзы: Автореф. дисс. канд. ист. наук. — Екатеринбург, 2005.
  • Китов Е. П. Палеоантропология населения Южного Урала эпохи бронзы: Автореф. дисс. канд. ист. наук. — М., 2011.
  • Клейн Л. С. Опасная ДНК-демагогия Клёсова // В защиту науки. Бюллетень № 15 / Отв. ред. Е. Б. Александров; сост. Е. Б. Александров, Ю. Н. Ефремов; Комиссия РАН по борьбе с лженаукой и фальсификацией научных исследований. — М.: Наука, 2015. — С. 29—49. — 96 с. — ISBN 978-5-02-039148-2.
  • Кореняко В. А., Кузьминых С. В. Наука и паранаука в современной отечественной археологии (по следам обсуждения «проблемы Аркаима») // Российская археология. — 2007. — № 2. — С. 173—191.
  • Андрей Колесников. С кратким доисторическим визитом] // Коммерсантъ, 17.05.2005. — 2005. — № 87. — С. 7.
  • Ларюэль Марлен. Арийский миф — русский взгляд / Перевод с французского Дмитрия Баюка. 25.03.2010 // Вокруг света. — 2010.
  • Смирнов К. Ф., Кузьмина Е. Е. Происхождение индоиранцев в свете новейших археологических открытий. — М.: Наука, 1977.
  • Ткачёв В. В. Степи Южного Приуралья и Западного Казахстана на рубеже эпох средней и поздней бронзы. — Актобе: Актюбинский областной центр истории, этнографии и археологии, 2007.
  • Ткачёв В. В., Хаванский А. И. Керамика синташтинской культуры. Орск — Самара: Изд-во ОГТИ, 2006.
  • Хохлов А. А. О происхождении и дальнейшем развитии физического типа носителей синташтинско-потаповского круга культур. Аркаим — Синташта: древнее наследие Южного Урала. — Ч. 1. — Челябинск: Изд-во ЧелГУ, 2010.
  • Шнирельман В. А. Страсти по Аркаиму: арийская идея и национализм // Язык и этнический конфликт. — М.: Гендальф, 2001. — С. 58—85.
  • Шнирельман В. А. Аркаим: археология, эзотерический туризм и национальная идея // Антропологический форум. — 2011. — № 14. — С. 133—167.
  • Шнирельман В. А. Аркаим и Стоунхендж между прошлым и будущим // Этнографическое обозрение. — 2014. — № 5. — С. 19—40.
  • Шнирельман В. А. Арийский миф в современном мире. — М.: Новое литературное обозрение, 2015. — (Библиотека журнала «Неприкосновенный запас»).
  • Аркаим Архивная копия от 19 май 2009 на Wayback Machine // Уральская историческая энциклопедия
  • Аркаим // Энциклопедия «Челябинск»
  • Аркаим после Путина // Челябинский рабочий. 27 августа 2005.
  • Morten E. Allentoft et al. Population genomics of Bronze Age Eurasia // Nature. — 2015. — Vol. 522. — С. 167—172.
  • John Novembre. Human evolution: Ancient DNA steps into the language debate // Nature. — 2015. — Vol. 522. — С. 164—165.

«Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. АРҠАЙЫМ. Дата публикации: 10.10.2019; Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019  (Тикшерелеү көнө: 8 март 2025)
Об Аркаиме и Челябинской области 2014 йылдың 16 май көнөндә архивланған.  (рус.)
Д. Н. Верхотуров «Аркаим: несчастливое открытие» 2007 йылдың 25 декабрь көнөндә архивланған.  (рус.)
Сайт музея-заповедника Аркаим
Веб-страница музея-заповедника Аркаим на портале «Культура.рф»
Урало-Казахстанская археологическая экспедиция
Фотоотчёт с поездки в Аркаим
Епимахов А. В., Семьян И. Аркаим и Синташта: история открытия и археологическая реальность. Антропогенез.ру (26 февраль 2017).
Иван Семьян. Аркаим настоящий и вымышленный. Антропогенез.ру (25 август 2016).
Иван Семьян. Аркаим настоящий и вымышленный. Учёные против мифов 3-2. (7 февраль 2017).
Шнирельман В. А. Аркаим, археология, национализм… Анатомия одной сенсации. skeptik.net (22 март 1999).