Төҙөлөш
Төҙөлөш | |
Ҡайҙа өйрәнелә | Строительная наука[d] и Инженерлыҡ эше |
---|---|
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | открытие[d], occupancy permit[d] и ribbon-cutting ceremony[d] |
Алдараҡ килеүсе | разрешение на строительство[d] и церемония закладки фундамента[d] |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Төҙөлөш — йорттарҙы төҙөү, йүнәтеү, капиталь төҙөкләндереү һәм уларҙы реконструкциялау, реновациялау, реставрациялау.
Төҙөлөш төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ҡулланған материалдар буйынса: таш, ағас, тимербетон, металл яҡтылыҡ үткәреүсе ҡоролмалар
- сәнәғәт, гражданлыҡ, ауыл хужалығы, гидротехник һ. б.
Металл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Металл конструкциялар — металдарҙан (формалы һәм табаҡлы) яһалған терәк һәм кәртәләй торған төҙөлөш конструкциялары.
Еңел металл конструкциялары — йоҡа профилле металл менән көпләнгән һәм еңел синтетик йылытҡыс ҡуйып төҙөлгән оҙон тағанлы (?) йорттар.
Тимербетон[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ағас[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яҡтылыҡ үткәреүсе ҡоролмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төҙөлөштәге норматив документттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төҙөлөш нормалары һәм ҡағиҙәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төҙөлөш нормалары һәм ҡағиҙәләре (СНиП) — техник, төҙөлөш стандарттары йыйынтыҡтары. 2001 йылда СНиПтар Ҡағиҙәләр йыйынтығы тип үҙгәртелә башланы. Европа Берлешмәһе илдәрҙә аналогы — Eurocodes, Еврокод стандарттары.
Еврокодтар (Eurocodes)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Eurocodes, Еврокод (рус. Европейские кодексы, Еврокодексы, Еврокоды) —Европа Берләшмәһе илдәрҙә йорттарҙағы ауырлыҡ күтәреүсе конструкцияларҙы (силовые) проектлау стандарттар йыйынтығы. Рәсәйҙәге аналог — Ҡағиҙәләр йыйынтығы[1].
Башҡа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала төҙөлөшө кодексы, РФ Хөкүмәтенең 16.02.2008 й. 87-се һанлы «Проект документацияһының бүләктәре һәм уларҙын йөкмәткеһенә талаптар» ҡарары.
Капитал төҙөлөштө ойоштороу ысулдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хужалыҡ ысулы. Насар яҡтары: «ҡул» эштәре күп, иҡтисади күрһәткестәр түбән. Яҡшы яҡтары: идара итеү шәберәк бара, аҡса әҙерәк тотонола (аралашсылар юҡ).
- Подряд ысулы. Эш подряд килешеү буйынса башҡарыла. Ошо ысул менән хәҙерге Рәсәйҙә төҙөлөштәге эштәрҙең 90 % башҡарыла. Насар яҡтары: тиҙ башҡарыла (?). Яҡшы яҡтары: эшселәрҙең квалификацияһы юғары булыу, эштә прогрессив ысулдар индерелеү, төҙөлөш эштәре ваҡытты аҙыраҡ алыу.
- «Асҡыс тапшырғансы» (русса «под ключ»). Заказсы функциялары генераль подрячикҡа тапшырыла. Ул объектты төҙөү бурысын үҙенә ала (документацияға, сроктар, хаҡтар буйынса). Насар яҡтары: хәүеф (генераль подрядчик бөтә аҡсаны алып ҡасыруы мөмкин ине, 01.07.2018 й.башлап был мөмкин булмай). Яҡшы яҡтар: төҙөү эштәре ваҡыты кәмеү, элемтә системалары кәмеү (?).
- Ҡатнаш (хужалыҡ һәм подряд ысулдары).
Төҙөлөштә ойоштороу мөлкәт формалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дәүләт мөлкәте
- Хосуси мөлкәт
- Акционер йәмғиәттәре
- Яуаплығы сикләнгән ширҡәт (русса ТОО) һәм ЯСЙ. Тулы булған ширҡәт, ТОО айырым физик һәм юридик яҡтарҙы бәйләй.
- Ҡатыш ширҡәт
- Кооператив
- Холдинг — эшҡыуарлыҡтың бер төрө.
- Ассоциация — бер төр эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән шәхестәр, йәки учреждениелар берлеге
- Концерн — «ҙур» ассоциация
Проект документацияһы һәм проект эше стадиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Проектлау — төҙөлөштә беренсе һәм иң бурыслы осоры. Ҡулланыу буйынса проекттар айырыла:
- Индивидуаль
- Типовой (бер өлгө буйынса )
- Ҡабатлау проекттары
Проектлау эшендә нигеҙ документы — застройщик һәм проект ойошмаһы араһындағы килешеү (контракт). Килешеүгә «проектлауға задание» ҡушыла. «Проектлауға задание» заказсы менән төҙөлә һәм бының өсөн урындағы архитектура бүлегенең ризалығы алына. Типовой биналар махсус урындағы талаптарға ярашлы булырға тейеш. Мәҫәлән, Мәскәүҙә « Төҙөлөш нормалары һәм ҡәғиҙәләре» (ТНҠ) талаптарына урындағы «Мәскәү дәүләт төҙөлөш нормалары» талаптары өҫтәлә.2002 йылдан THҠ урынына Ҡағиҙәләр йыйынтығы индерелә («Техник көйләү» 27.12.2002 184-ФЗ һанлы закондын 2 статьяһына ярашлы).
- Проект алды осоро. Объекттың планировка, күләм һәм башҡа күрһәткестәре алына.
- Урындаға архитектура бүлегенән рөхсәт алып, башҡа органдарҙан да рөхсәт алалар (СЭС, МЧС һәм башҡа). Эҙләнеү эштәре башҡарыла . Ерҙе бүлеп биреү тураһында (решение об отводе земельного участка) документ алына.
- заказсы энергетиктарҙан, водоканалдан, элемтә хеҙмәттенән һәм башҡа органдарҙан техник шарттарҙы ала.
Ойоштороу-технологик проект документацияһы (ОТД)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
ОТД-ға Эште Башҡарыу Проекты (ЭЭП, русса ППР — проект производства работ) һәм Төҙөлөштө Ойоштороу Проекты (ТОП, русса ПОС — Проект организации строительства) инә.
ОТД-ла эштә именлек, хәүефһеҙлеҡ, эште башҡарыу, эштең сифаты, контроль һәм башҡа материалдар бар.
ТОП-ң минималь составы:
- календарь планы
- төҙөлөштөң генераль планы (русса Стройгенплан, СГП)
- аңлатма ( ПЗ, пояснительная записка)
ЭЭП генподряд һәм субподряд ойошмалар менән эшләнә. ЭЭП технологик карталар, ТОП һ. б. документтар нигеҙендә төҙөлә.
Төҙөлөштөң генераль планы (ТГП, Стройгенплан) — төҙөү барышында булған ваҡытлы биналар, монтаж һәм күтәреү механизмдары урыны күрһәтелгән план.
ТГП дөйөм һәм объектлы була.
Ойошма эште күп йыл эшләһә, хеҙмәт етештереүсәнлеге юғары була. Ошо закон ойошмаларҙы махсус эштәр башҡарыр ?.
Төҙөлөштә эҙмә— эҙлекле, паралель һәм ағым ысулдары (последовательный, паралельный и поточный методы) ҡулланыла.
Төҙөлөш иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Смета хаҡы
С=ТС+ҺС+СТ,
ТС — Тура сығымдар (эшселәрҙең эш хаҡы, материалдар хаҡы, төҙөлөш— монтаж эштәре хаҡы)
ҺС- һалым сығымдары (ойошманың идара итеү, хеҙмәтләндереү буйынса сығымдары).
СТ — подряд ойошмаһының норматив төшөмө
Йортарҙы һәм биналарҙы төҙөү дөйөм маҡсаттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бина- кешеләр даими йәки ваҡытлыса йәшәй, эшләй торған урындары булған ер өҫтө конструкцияһы. Улар торлаҡ, производство өсөн, ауыл хужалығы, йәмғиәт ихтыяждарын үтәү өсөн, келәт йәки һаҡлағыс итеп төҙөлә .
Йортарҙы төҙөү ысулдары.
- бер элементлы монтаж (поэлементный монтаж) . Был метод менән эре панелле йорттар төҙөйҙәр
Конструкцияны проект положениеһына ҡуйыу ысулы буйынса:
- азат ысул
- бер аҙ азат ысул (ограниченносвободный метод). Һығылмалы подвеска, расчалка, растяжка ҡулланыла.
- ирекһеҙ монтаж ысулы (принудительный метод монтажа) Кондукторҙар ҡулланалар.
- үҫтереү ысулы (метод наращивания). Юғары ятҡан конструкцияларҙы түбәндәгеһенә ҡуялар: түшәм плиталары, колоналар һ. б.
- Аҫтан үҫтереү ысулы (метод подращивания). Ошо метод менән Мухов һәм Шаболовка телебашнялары төҙөлдө.
- тайғаҡ ысул (метод скольжения). Ошо метод менән Һамар дәуләт университетының бассейны төҙөлдө.
- Түшәм күтәреү ысулы (метод подъема перекрытия) . Ерҙә бөтә түшәмдәр эшләнә. Колоннаналар төҙөйҙәр. Түшәмдәрҙе күтәреп, колонналарға ҡуялар.
1-7 ысулдарҙын яҡшы яҡтары:
- ауыр һәм башнялы кранһыҙ эште башҡарырға мөмкин
- бәләкәй майҙанда эшләргә мөмкин
- ысулдарҙың ҡатмарлы инженер-геологик һәм сейсмик шарттарҙа ҡулланыуы мөмкин
1-7 ысулдарҙың насар яҡтары:
- колонналарҙың ҡатылығын тәьмин итер өсөн материал кәрәк
- плитаның урнын бик ныҡ контролдә тоту кәрәк
- бинаның бейеклеге сикле -5-9 ҡатлы
Бәйләнеш графигы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бәйләнеш графигы — хисапланған ваҡыт параметрҙары менән бәйле модель. Бәйләнеш графигында проекттағы эштәр күрһәтелә.
Гант диаграммаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гант диаграммаһы (ингл. Gantt chart) — бағаналы диаграммаларҙың популяр төрө. Проекттарҙы планлаштырыу ысулдарының береһе. Проекттар идара итеү программаларында ҡулланыла. 1910 йылда Генри Л. Грант тарафынан эшләнгән. Бәйләнеш графиктары төҙөү өсөн ҡулланыла.
Сметаны төҙөү тәртибе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сметаны төҙөү ысулын һайлау
- Эш күләмен хисаплау
- Төҙөлөш эштәре, йыһазды монтажлау, локаль сметаларҙы төҙөү (бөтә майҙан һәм биналар буйынса) (рус. составление локальных сметных расчетов на строительные работы и монтаж оборудования (по общеплощадочным работам и зданиям))
- Объекттың сметаһы буйынса иҫәп
- Айырым сығымдар сметаһы (рус. смета на отедльные виды затрат)
- Төҙөлөштөң йыйылма сметаһы иҫәбе (рус. сводный сметный расчет строительства)
- Объекттың смета буйынса хаҡы ведомосы (рус. ведомость сметной стоимости объекта)
Дәүләт элемент смета нормалары (ДЭСН)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дәүләт элемент смета нормалары — төҙөлөш эштәрғә дәүләт элемент смета нормативтар йыйынтыктары.
ДЭСН төҙөлөшө, төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дөйөм кәңәштәр
- Ер эштәре
- Тау асыу эштәре
- Быралау һәм шартлатыу эштәре
- Скважиналар
- Свай ҡағыу эштәре. Тупраҡты күсереү. Төшөрөлгән ҡоҙоҡ.
- Монолитлы бетон һәм тимербетон конструкциялары
- Йыйылма бетон һәм тимербетон конструкциялары
- Кирбестән һәм блокторҙан конструкциялар
- Төҙөлөш металл конструкциялары
- Ағас конструкциялары
- Иҙән
- Кровля, түбә
- Төҙөлөш конструкцияларҙың һәм йыһаздың тутығыуы
- Ауыл хужалығындағы конструкциялар
- Биҙәү эштәре
- Эске трубопроводтар
- Һыу проводтары һәм канализация — эске йыһаз
- Йылылыҡ — эске йыһаз
- Газ менән тәьмин итеү — эске йыһаз
- Вентиляция һәм һауа конденсациялау
- Ваҡытлы йорттар һәм биналар
- Һыу проводтары һәм канализация — сит йыһаз
- Йылылыҡ — сит йыһаз
- Газ менән тәьмин итеү — сит йыһаз
- Магистраль һәм технологик трубопроводтар
- Йылылыҡ һаҡлау эштәре
- Автомобиль юлдары
- Тимер юлдар
- Тоннелдәр һәм метрополитен
- Күперҙәр һәм торбалар
- Аэродромдар
- Трамвай юлдары
- Электр селтәре
- Элемтә, телевидение, радио ҡоролмалары
- Тау күсеү эштәре(?)
- Гидротехник ҡоролмаларҙың ер эштәре
- Гидротехник ҡоролмаларҙың Монолитлы бетон һәм тимербетон конструкциялары
- Гидротехник ҡоролмаларҙың таш конструкциялары
- Гидротехник ҡоролмаларҙың Ағас конструкциялары
- Гидротехник ҡоролмаларҙы һыуҙан һаҡлау эштәре
- Яр нығытыу эштәре
- Стапелдәр һәм сливтар өсөн караптар йөрөтөү юлдары
- Водолаз эштәре
- Сәнәғәттәге мейес һәм торбалар
- Биналар һәм ҡоролмалар реконструкциялау эштәре
- Йәшелләндереү. Һаҡлау эштәре
- Нефть һәм газ скважиналары
- Диңгеҙ шарттарында нефть һәм газ скважиналары
Йәшел төҙөлөш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәшел төҙөлөш (ингл. green construction, Green building), йәшәүсән төҙөлөш (ингл. sustainable building) - йорт йәшәү циклы барышында бөтә тирә-яҡ мөхит мөмкинлектәрҙе һәм ресурстарҙы максималь ҡулланыу. Йорт йәшәү циклға планлаштырыу, проектлау, төҙөү, эксплуатациялау-файҙаланыу, техник хеҙмәтләндереү, төҙөкләндереү, деконструкция, һүтеү инә.
1998 йылда «LEED 2.0 Йәшел биналар буйынса Америка Советы» тарафынан Йортто энергоэффектив һәм экология буйынса проектлау йәшел төҙөлөшкә ҡараған биналарҙы сертификациялауҙы азат системаһы, йәшәүсән үҫеш проекттарының нәтижәлелеген һәм экологик яҡтан баһа биреү өсөн эшләнгән.
Төҙөлөш һөнәрҙәренә уҡытыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Архитектура һәм төҙөлөш -юғары белемдең бакалавриат һәм магистратура төркөмө. РФ Мәғариф һәм фән министрлығының 31.05.2011 N 1975 бойроғо буйынса коды — 270000.
Код | Йүнәлештен исеме |
---|---|
270100 | Архитектура |
270200 | Архитектура мираҫты реконструкциялау һәм реставрациялау |
270300 | Архитектура мөхитенең дизайны |
270800 | Төҙөлөш |
270900 | Ҡала төҙөлөшө |
270000 төркөмдә 3 специалитет (5 йыл уҡыу) ҡалдырылған:
- 271501 Тимер юлдар, транспорт тоннелдәре, күперҙәр төҙөү
- 27110 Уникаль йорттар һәм биналар төҙөү
- 271502 Строительство, эксплуатация, восстановление и техническое прикрытие автомобильных дорог, мостов и тоннелей
Төҙөлөш һөнәрҙәренә әҙерләү уҡыу йорттары:
- Башҡорт дәүләт аграр университеты
- Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты
- Грозный дәүләт нефть техник университеты
- Дағыстан дәүләт техник университеты
- Көньяҡ Урал дәүләт университеты
- Магнитогорск дәүләт техник университеты
- Мәскәү дәүләт геодезия һәм картография университеты
- Мәскәү дәүләт төҙөлөш университеты
- Окленд технологиялар университеты
- Пермь дәүләт милли тикшеренеү политехник университеты
- РФ Беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты
- Санкт-Петербург дәүләт аграр университеты
- Санкт-Петербург дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты
- Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты
- Ырымбур дәүләт университеты
- Юғары иҡтисад мәктәбе
- Ҡазан дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты
- Әстерхән инженер-төҙөлөш институты
- Өфө дәүләт нефть— техник университеты
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Ағас конструкциялары» 64.13330.2011 һ. Ҡағиҙәләр йыйынтығы
- РФ Градтөҙөү кодексы
- РФ Хөкүмәтенең 16.02.08 87 һ. ҡарар «Проект документацияһының бүләктәре һәм уларҙын йөкмәткеһенә талаптар»
- Рәсәй ойошмалар, проект институттар (Мельников ис. Институт). «Ҡорос конструкциялары» 16.13330.2011 һ. Ҡағиҙәләр йыйынтығы = «Стальные конструкции» 16.13330.2011 Свод правил / РФ-ң төбәк үсеш министрлығы.
- CEN/TC 250 комитеты. Еврокод 3, «Ҡорос конструкциялар проектлау» EN 1993 һ. Eurocodes = Design of steel structures / Стандартизация буйынса Европа комиссияһы. — Европа Берләшмәһе, 1993.