Башҡорт дәүләт аграр университеты

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт дәүләт аграр университеты
(БГАУ)
Башҡорт дәүләт аграр университеты (БДАУ)
БашГАУ.png
Башкирский Государственный Аграрный Университет.jpg
Халыҡ-ара исеме Bashkir State Agrarian University (BSAU)
Элекке исеме Башҡортостан ауыл хужалығы институты (1930-1993)
Нигеҙләнгән 1930
Төр Дәүләт
Ректор Ғәбитов Илдар Исмәғил улы
Урынлашыуы Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан, Өфө
Юридик адрес 450001, Волга буйы федераль округы, Башҡортостан Республикаһы, Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 34
Сайт bsau.ru
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Башҡорт дәүләт аграр университеты (БДАУ) (рус. Башки́рский госуда́рственный агра́рный университе́т (БГАУ)) — Рәсәйҙә Өфөлә урынлашҡан ауыл хужалығы юғары уҡыу йорто. 1930 йылда нигеҙләнгән.

Тулы исеме — «Башҡорт дәүләт аграр университеты» федераль дәүләт бюджет юғары белем биреү учреждениеһы[1].

СССР Үҙәк Башҡарма Комитетының һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының (рус.)баш. 1930 йылдың 23 июлендәге 237-се ҡарарына ярашлы Башҡорт ауыл хужалығы институты (БАХИ) ойошторола[2]. Уҡыу дәрестәре шул уҡ йылдың 1 октябрендә башлана. Институт ул ваҡытта эшләмәгән Өфө диниә семинарияһы бинаһында урынлаша[3]. БАХИ директоры итеп Әсәҙуллин Абдахман Ғиниәтулла улы тәғәйенләнә[2].

1941 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институты СССР-ҙың Халыҡ Хужалығы Комиссариаты ҡарамағына тапшырыла һәм Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 3-сө йорт адресы буйынса урынлаша[2].

Һуғыштың тәүге көндәрендә институт йөҙҙән ашыу уҡытыусыны һәм студентты фронтҡа оҙата. Һуғыш йылдарында 176 агроном һәм зоотехник әҙерләнә һәм сығарыла[3][4].

1950-70-се йылдарҙа институтта игенселекте химиялаштырыу, тупраҡ ғилеме һәм ерҙәрҙе сифатлы баһалау, малдарҙы гельминтоздарҙан һауыҡтырыу, ауыл хужалығы производствоһын урынлаштырыу һәм махсуслаштырыу, малдарҙы аш һеңдереү физиологияһы, ауыл хужалығы техникаһын ремонтлауҙың прогрессив алымдарын эшләү, автотрактор двигателдәренең яғыулыҡ биреү системаларын камиллаштырыу буйынса ғилми мәктәптәр барлыҡҡа килә[3].

1980 йылда ауыл хужалығы һәм фәнде үҫтереү өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн юғары уҡыу йорто "Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ "ордены менән бүләкләнә[4].

1993 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институты университет статусын ала. (РФ фән, юғары мәктәп һәм технологик сәйәсәт Министрлығының 1993 йылдың 15 февралендәге 23-сө бойороғона ярашлы)[2].

2011 йылда университетҡа Башҡортостан агросәнәғәт комплексы кадрҙарын ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү институты (2024 йылға Башҡортостан дәүләт аграр университетына ФДБОУ-ның Өҫтәмә һөнәри белем биреү институты) ҡушыла[5].

2008 йылдан университет ректоры булып техник фәндәр докторы, профессор Ғәбитов Илдар Исмәғил улы тәғәйенләнә[6][7][8].

2025 йылға торошло уҡыу йорто структураһына 8 факультет, 1 институт, 26 кафедра, ғилми бүлексәләр, үҙәктәр, водителдәр әҙерләү курстары, редакция-нәшриәт бүлеге, матбуғат хеҙмәте, филиал инә[9].

Факультеттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Агротехнологиялар һәм урман хужалығы факультеты
  • Биотехнологиялар һәм ветеринария медицинаһы факультеты
  • Механика һәм цифрлы инжиниринг факультеты
  • Тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш факультеты
  • Энергетика факультеты
  • Аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты
  • Иҡтисад факультеты
  • Ситтән тороп уҡыу факультеты

Институт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Өҫтәмә һөнәри белем биреү институты

Кафедралар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тупраҡ ғилеме, агрохимия һәм теүәл игенселек кафедраһы
  • Үҫемлекселек, үҫемлектәр селекцияһы һәм биотехнология кафедраһы
  • Урмансылыҡ һәм ландшафт дизайны кафедраһы
  • Умартасылыҡ, шәхси зоотехния һәм мал үрсетеү кафедраһы
  • Физиология, биохимия һәм хайуандарҙы ашатыу кафедраһы
  • Инфекцион ауырыуҙар, зоогигиена һәм ветеринария-санэкспертиза кафедраһы
  • Морфология, патология, фармация һәм йоғошло булмаған ауырыуҙар кафедраһы
  • Мобиль энергетика һәм транспорт саралары кафедраһы
  • Ғәмәли механика һәм компьютер инжинирингы кафедраһы
  • Математика кафедраһы
  • Мехатрон системалар һәм аграр производство машиналары кафедраһы
  • Материалдар технологияһы һәм машиналарҙы реновациялау кафедраһы
  • Электр менән тәьмин итеү һәм технологик процестарҙы автоматлаштырыу кафедраһы
  • Электр машиналары һәм электр ҡорамалдары кафедраһы
  • Йылылыҡ энергетикаһы һәм физика кафедраһы
  • Йәмәғәт туҡланыуы технологияһы һәм үҫемлек сеймалын эшкәртеү кафедраһы
  • Ит, һөт продукттары технологияһы һәм химия кафедраһы
  • Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге һәм технологик ҡорамалдар кафедраһы
  • Күсемһеҙ милек кадастры һәм геодезия кафедраһы
  • Тәбиғәтте төҙөкләндереү, төҙөлөш һәм гидравлика кафедраһы
  • Ер төҙөлөшө кафедраһы
  • Финанс, анализ һәм иҫәп технологиялары кафедраһы
  • Цифрлы технологиялар һәм ғәмәли информатика кафедраһы
  • Сит телдәр кафедраһы
  • Иҡтисад һәм менеджмент кафедраһы
  • Физик культура, һауыҡтырыу һәм спорт кафедраһы (ректорат эргәһендә)

Ғилми бүлексәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Инновацион үҫеш институты
  • Фәнни-белем биреү үҙәге
  • Уҡыу-ғилми үҙәк
  • Урал аръяғы уҡыу-ғилми үҙәге
  • Ветеринария медицинаһының консультация-диагностика үҙәге
  • «Хайуандарҙы Селектив гибридлаштырыу» йәштәр ғилми лабораторияһы

Үҙәктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Физик культура һәм спорт үҙәге
  • Йәштәр ижады үҙәге
  • «Береза» спорт-һауыҡтырыу лагеры

Курстар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «В» категориялы водителдәр әҙерләү курстары[10].

Филиал[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы (Башҡортостан Республикаһы, Сибай ҡалаһы, Пушкин урамы, 17-се йорт)

Йәшәү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт дәүләт аграр университетының студенттар ҡаласығында 8 дөйөм ятаҡ бар[11]:

Дөйөм ятаҡтар Адрес
Дөйөм ятаҡ № 1 Әй урамы, 92
Дөйөм ятаҡ № 2 Бер туған Кадомцевтар урамы, 1
Дөйөм ятаҡ № 3 Бер туған Кадомцевтар урамы, 3
Дөйөм ятаҡ № 4 8 март урамы, 11
Дөйөм ятаҡ № 5 Революция урамы, 76
Дөйөм ятаҡ № 6 Йәштәр булвары, 4
Дөйөм ятаҡ № 7 Революция урамы, 76/1
Дөйөм ятаҡ № 8 Комсомол урымы, 16

Йәштәр ижады үҙәге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1966 йылда йәмәғәт һөнәрҙәре факультеты (фоп) ойошторола. Нигеҙ һалыусыһы һәм беренсе деканы доцент Петр Михайлович Бойко була[12].

2008 йылда ФОП Эстетик тәрбиә үҙәге тип үҙгәртелә, ә 2021 йылда Йәштәр ижады үҙәге тип атала.

Үҙәктең төп бурыстары булып студенттарҙың ижади потенциалын үҫтереү өсөн мөмкинлектәр биреү, дөйөм мәҙәни мөхит булдырыу, университет студенттары һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн төрлө пландағы ял ойоштороу тора[12].

2024 йылда уның базаһында 17 бүлексә эшләй[12]:

  • «Ағиҙел» халыҡ бейеү ансамбле
  • «Шатлыҡ» халыҡ бейеүҙәре ансамбле
  • «Йәшлек» халыҡ йыр ансамбле
  • «Азамат» халыҡ ҡурайсылар ансамбле
  • «Көмөш битлек» халыҡ студенттар театры
  • Халыҡ тынлы оркестры
  • «Шоңҡар» башҡорт вокал студияһы
  • КВН бүлексәһе
  • Заманса бейеү ансамбле ЭОС
  • Конферанс Бүлексәһе
  • Вокаль-инструменталь ансамбль
  • Башҡортостан дәүләт аграр университетының халыҡ вокаль-инструменталь ансамбле
  • Студенттар Медиаүҙәге «prod.BSAU»
  • Барабансылар мәктәбе
  • Стиль һәм матурлыҡ мәктәбе
  • «Panda FAM» урам бейеүҙәре ансамбле
  • Тауыш операторҙары мәктәбе
Физкультура һауыҡтырыу комплексы

Спорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Физкультура-һауыҡтырыу комплексында йөҙөү бассейны

Уҡыу йорто студенттарға 32 спорт секцияһы тәҡдим итә. БДАУ территорияһында физкультура-һауыҡтырыу комплексы[13], ике спорт комплексы һәм 8 спорт залы эшләй[14]. Улар 25 метрлыҡ йөҙөү бассейны, уйын һәм тренажер залдары, ҡоро йөҙөү залы, аэробика залы, бокс, көрәш һәм гер спорты залдары, дартс-клуб менән йыһазландырылған[15].

«Толпар» студенттар спорт клубы логитибы

«Толпар» студенттар спорт клубы — Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттарының һәм аспиранттарының ирекле, үҙидаралыҡ, коммерцияға ҡарамаған берләшмәһе. Берләшмә 2019 йылдың 11 февралендә булдырыла. Спорт клубы баскетбол, волейбол, футбол, мини-футбол, бокс, кикбоксинг, билбау көрәше, корэш, грек-рим көрәше, ирекле көрәш, дзюдо, самбо, гире спорты, дартс, лапта, еңел атлетика, саңғы ярыштары, полиатлон, пуля атыу, пауэрлифтинг[15].

  • «Колос» гәзите 1968 йылдан сыға[16].
  • «Вестник Башкирского государственного аграрного университета» журналыы 2001 йылда нигеҙләнә һәм йылына 4 тапҡыр сыға. Уның биттәрендә Рәсәй һәм сит ил ғалимдарының аграр өлкәлә фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре яҡтыртыла[17][18].
  • «Российский электронный научный журнал» селтәр баҫмаһына 2013 йылда нигеҙ һалына[19].

2025 йылдв RAEX аналитика агентлығы (рус.)баш. үткәргән Үҙәк федераль округ вуздарының локаль рейтингы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡорт дәүләт аграр университеты 7-се позицияла тора[20].

2024 йылда ауыл хужалығы өлкәһендә предмет рейтингында юғары уҡыу йорто — 11 — се, ветеринария һәм зоотехния өлкәһендә-5-се, аҙыҡ-түлек технологиялары өлкәһендә 20-се урынды биләй[21].

2024 йылда Интерфакс милли рейтингында (рус.)баш. уҡыу йорто 172—174 урынды биләй[22].

  • 1930—1933 — Әсәҙуллинн Абдрахман Ғиниәт улы.
  • 1933—1937 — Ғүмәров Миҙхәт Нәжметдин улы.
  • 1938—1939 — Егоров Леонтий Иванович.
  • 1939—1941 — Ғәйнуллинн Тажи Рафағутдин улы.
  • 1941—1943 — Пшеничный Павел Дмитриевич, Ленин ордены, "Почет Билдәһе"ордены менән бүләкләнә.
  • 1943—1950 — Рудько Конон Федосович.
  • 1950—1951 — Смородин Георгий Степанович, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнгән.
  • 1951—1954 — Ермолаев Алексей Константинович, 2 «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән.
  • 1954—1964 — Соколов Александр Петрович, Ҡыҙыл байраҡ, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, 2 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Ленинградты обороналаған өсөн, Кенигсбергты Алған өсөн, Германияны еңгән өсөн миҙалдары менән бүләкләнгән.
  • 1964—1973 — Бәхтизин Нәзиф Раян улы, Почет Билдәһе ордены, миҙалдар, СССР ауыл хужалығы Отличнигы, СССР юғары белем Биреү Отличнигы менән бүләкләнгән.
  • 1973—1983 — Байков Александр Михайлович, Ҡыҙыл байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, Почет Билдәһе ордендары, миҙалдар менән бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән маҡтаулы исем бирелгән.
  • 1983—1988 — Щепанский Олег Иванович, «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн», «БАССР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы» миҙалдары менән бүләкләнгән.
  • 1988—1999 — Бәширов Радик Миңлехан улы, профессор, техник фәндәр докторы, Башҡортостан республикаһы фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты, «Рәсәйҙең Атҡаҙанған фән эшмәкәре», «Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған фән эшмәкәре».
  • 1999—2007 — Недорезков Владимир Дмитриевич, профессор, ауыл хужалығы фәндәре докторы, Хеҙмәт отличиеһы өсөн, 2003 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн, Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре миҙалдары менән бүләкләнгән[23]
  • 2007—2008 — Ғимаев Илдар Рәйес улы, юридик фәндәр докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелә[24]
  • 2008 йылдан — Ғәбитов Илдар Исмәғил улы, профессор, техник фәндәр докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре[25][26].

2025 йылда юғары уҡыу йортон етәкләйҙәр[9]:

  • Ректоры Ғәбитов Илдар Исмәғил Улы
  • Уҡыу эштәре һәм цифрлаштырыу буйынса проректор Юнысбаев Наил Мортаза Улы
  • Фәнни Һәм инновацион эшмәкәрлек буйынса проректор Чудов Иван Владимирович
  • Административ-хужалыҡ эштәре буйынса проректор Мостафин Радик Флюс Улы
  • Тәрбиә эше һәм йәштәр сәйәсәте буйынса проректор Йәғәфәров Рузил Ғилемйән Улы
  • Ректорат эргәһендәге советник Фәрхшатов Марс Нурулла Улы

Билдәле уҡытыусылары

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Билдәлн тамамлаусылар

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  1. Основные сведения. https://www.bsau.ru.
  2. 1 2 3 4 Центр аграрной науки. 13 октябрь 2024 тикшерелгән.
  3. 1 2 3 Становление и развитие Башкирского государственного аграрного университета. https://www.bsau.ru.
  4. 1 2 Музей истории Башкирского государственного аграрного университета.. 13 октябрь 2024 тикшерелгән.
  5. В Башкирии началась реорганизация аграрных вузов. 11 июль 2025 тикшерелгән.
  6. В Башкирском аграрном университете новый ректор. ufa.kp.ru -. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2025.
  7. Илдар Габитов переизбран ректором аграрного вуза Башкирии. 9 апрель 2025 тикшерелгән.
  8. Ректорат. https://www.bsau.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июль 2025.
  9. 1 2 Структура. https://www.bsau.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июль 2025.
  10. Курсы подготовки водителей. https://www.bsau.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июль 2025.
  11. Студенческий городок. https://www.bsau.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июль 2025.
  12. 1 2 3 Центр молодёжного творчества. https://www.bsau.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июль 2025.
  13. Физкультурно-оздоровительный комплекс. https://www.bsau.ru.
  14. Спортивные объекты. https://www.bsau.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июль 2025.
  15. 1 2 Спортивная жизнь. https://www.bsau.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июль 2025.
  16. Колос. https://www.bsau.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июль 2025.
  17. Вестник БГАУ. https://vestnik.bsau.ru.
  18. Вестник архив. https://vestnik.bsau.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июль 2025.
  19. Российский электронный научный журнал. https://journal.bsau.ru/. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июль 2025.
  20. Рейтинг вузов Приволжского федерального округа (2025 г.). raex-rr.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2025.
  21. Башкирский государственный аграрный университет. raex-rr.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2025.
  22. Башкирский государственный аграрный университет / Интерфакс - Высшее образование в России. 9 апрель 2025 тикшерелгән.
  23. Владимиру Недорезкову - 75 лет. 13 октябрь 2024 тикшерелгән.
  24. Ректором Башкирского государственного аграрного университета назначен Ильдар Гимаев. https://www.bashinform.ru (28 май 2007).
  25. Илдар Исмагилович Габитов. rsr-online.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2024.
  26. Илдар Габитов переизбран ректором аграрного вуза Башкирии. 13 октябрь 2024 тикшерелгән.