Собханҡолов Артур Рәмил улы
Артур Рамил улы Собханҡолов (рус. Артур Рамилевич Субханкулов; 1992 йылдың 1 ғинуары, Өфө) — Рәсәй боксёры. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2017). Еңеләү белмәгән профессиональ боксёр, еңел ауырлыҡта сығыш яһай. IBF Asia, WBA Oceania, IBA Intercontinental һәм WBA Continental Europe версиялары буйынса чемпион[1]. Профессиональ рекорды: 12 еңеү, 0 еңелеү[2][3]. Shamo Boxing Promotions промоутерлыҡ компанияһы эгидаһы аҫтында сығыш яһай[4]. IBF рейтингында 2-се урынды биләй (титулға мотлаҡ дәғүәсе) һәм WBA рейтингында 12-се урын[5][6][2][7][3].
Биографияһы
А. Собханҡолов 15 йәшендә Өфөләге «Кэмпо» спорт клубында бокс менән шөғөлләнә башлай[8]. Һуңынан тренеры Мария Юрьевна Карабанова менән бергә «Фаворит» боксёр клубына (4-се ДЮСШ) күсә[9].
Өфө ҡалаһының 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡый. 2015 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетының ер төҙөү һәм урман хужалығы факультетын «ер төҙөү инженеры» һөнәре буйынса тамамлай.
2019 йылда шул уҡ университеттың механика факультеты аспирантураһын «Ауыл, урман һәм балыҡ хужалығында технологиялар, механизация саралары һәм энергетика ҡорамалдары» йүнәлеше буйынса тамамлай. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының (БДХИА) магистратураһында уҡый[9].
Һәүәҫкәр карьераһы
Бокс буйынса Рәсәй чемпионаттары финалсыһы (2015, 2017, 2021, 2022), Рәсәй чемпионаттары призёры (2013, 2016), Эске эштәр министрлығы чемпионаттары призёры (2012, 2013, 2014[10]). Рәсәй ЭЭМ-ының территориаль органдар араһында чемпионы (2015, 2016, 2017). Нефть илдәре араһында Донъя Кубогы еңеүсеһе (2016, 2018).
Һәүәҫкәр карьераһында 387 бой үткәрә[11].
- «Динамо» Беренселеге еңеүсеһе (2010, Владимир)
- Башҡортостан Республикаһы чемпионы (2011—2012)
- А. Хаматов призына Бөтә Рәсәй «А» класы турниры еңеүсеһе (2011, Ҡазан)
- Рәсәй ЭЭМ-ы чемпионатында III урын (2012, Ижевск)
- ПФО чемпионаты 2012, 2015 — I урын (11–16.09.2012, Тольятти)[12]
- Рәсәй чемпионаты 2012 — V урын (11–20.11.2012, Сыктывкар)
- «Динамо» чемпионаты 2013 — I урын (25–31.08.2013, Магнитогорск)
- Рәсәй ЭЭМ-ы чемпионатында II урын (2013, Силәбе)
- Бокс буйынса Рәсәй чемпионаты 2013 —
; - Рәсәй ЭЭМ-ы чемпионатында III урын (2014, Пермь)
- Рәсәй ЭЭМ-ының идаралыҡтар араһында чемпионатында I урын (2015, Анапа)
- Бокс буйынса Рәсәй чемпионаты 2015 —
; - Рәсәй ЭЭМ-ының идаралыҡтар араһында чемпионаты I урын (2016, Суздаль)
- Бокс буйынса Рәсәй чемпионаты 2016 —
; - Нефть илдәре араһында Донъя Кубогы I урын (2016, Түбәнге Варта)
- Рәсәй ЭЭМ-ының идаралыҡтар араһында чемпионаты I урын (2017, Санкт-Петербург)
- «Динамо» чемпионаты 2017 I урын (2017, Өфө)
- Бокс буйынса Рәсәй чемпионаты 2017 —
; - INTERNATIONAL BOXING TOURNAMENT FELIKS STAMMA II урын, Польша, Варшава (2018)
- Рәсәй — Куба матч осрашыуы еңеүсеһе, Волгоград (2018)
- Нефть илдәре араһында Донъя Кубогы 2018 I урын, Себерҙә нефть асыусы Ф. К. Салманов иҫтәлегенә, Ханты-Мансийск
- 70 INTERNATIONAL BOXING TOURNAMENT STRANDJA I урын, Болгария, София (2019)
- COLOGNE BOXING WORLDCUP III урын, Германия, Кёльн (2019)
- GRAND PRIX USTI NAD LABEM III урын, Чехия, Усти-над-Лабем (2019)
Профессиональ карьераһы
Профессиональ рингта 22 июль 2021 йылда дебют яһай, ватандашы Адыл Аскаровты техник нокаут менән еңә.
25 апрель 2025 йылда Өфөлә австралиялы Ибрагим Баллаға ҡаршы алыш үтә. Бой тулы ун раунд дауам итә һәм конкурентлы характерҙа була. Сөбхәнҡолов судьяларҙың берҙәм ҡарары менән еңеү яулай (иҫәп: 97—93, 98—92, 98—92) һәм еңел ауырлыҡта IBA Intercontinental һәм WBA Oceania титулдарын яулай[1].
25 сентябрь 2025 йылда Тигран Узлянды берҙәм ҡарар менән еңә һәм WBA Continental Europe поясын яулай[13].
13 февраль 2026 йылда Мәскәүҙә филиппинлы Верджил Витор менән еңел ауырлыҡта вакантлы IBF Asia чемпионы титулы өсөн алышта осраша. Витор теүәл ҡаршы һөжүмдәр яһай, ә Сөбхәнҡолов юғары темпты тота. Һуңғы унынсы раундта Рәсәй боксёры ҡаршыһын арҡандарға ҡыҫып, яуапһыҙ көслө һөжүмдәр серияһын үткәрә, рефери алышты туҡтатырға мәжбүр була. Сөбхәнҡолов техник нокаут менән еңеү яулай[14][15].
24 апрель 2026 йылда Өфөлә Сөбхәнҡолов Баходур Усмоновҡа ҡаршы дәғүәселек алышы үткәрә. 12-се раундта техник нокаут менән еңеү яулап, IBF чемпионы титулына мотлаҡ дәғүәсе статусын ала[16][17][18]. 27 апрель 2026 йылда Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнә. Награданы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тапшыра[19].
Статистика профессиональ алыштары
Профессиональ рингта 12 алыш үткәрә, 12 еңеү яулай (шуларҙың 6-һы нокаут) һәм бер еңелеү ҙә кисермәй[20][21].
| Һөҙөмтә | Ҡаршы | Ысул | Дата | Үткәреү урыны | Иҫкәрмә |
|---|---|---|---|---|---|
| Еңеү | Баходур Усмонов | TKO 12 | 24 апрель 2026 | Өфө, Рәсәй | IBF чемпионы титулына мотлаҡ дәғүәсе статусын яулай[16][17]. |
| Еңеү | Верджил Витор | TKO 10 | 13 февраль 2026 | Мәскәү, Рәсәй | Еңел ауырлыҡта вакантлы IBF Asia чемпионы титулын яулай[14][15]. |
| Еңеү | Тигран Узлян | UD | 25 сентябрь 2025 | Өфө, Рәсәй | Еңел ауырлыҡта WBA Continental Europe поясын яулай[13]. |
| Еңеү | Ибрагим Балла | UD 10 | 25 апрель 2025 | Өфө, Рәсәй | Еңел ауырлыҡта WBA Oceania һәм IBA Intercontinental титулдарын яулай[1]. |
| Еңеү | Адыл Аскаров | TKO | 22 июль 2021 | Рәсәй | Профессиональ рингта дебют. |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Салауат Юлаев ордены (2026)[22]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Российский боксер Субханкулов в Уфе победил австралийца Баллу. Матч ТВ (25 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.
- ↑ 1 2 Субханкулов стал претендентом на титул IBF в легком весе, победив Усмонова. Bookmaker-Ratings.ru (24 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.
- ↑ 1 2 Subkhankulov Stops Usmonov In Ufa, Moving Into Contention For IBF Champion Raymond Muratalla. Boxing Social (24 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.
- ↑ Артур Субханкулов досрочно победил Вирджела Витора. AllBoxing.Ru (14 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2026.
- ↑ WBA Rankings. WBA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.
- ↑ Россиянин Артур Субханкулов сразится за пояс IBF Asia. Karate.ru (11 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2026.
- ↑ Российский боксер Субханкулов стал обязательным претендентом на титул IBF. РБК Спорт (24 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.
- ↑ О присвоении спортивного звания «Мастер спорта России». Министерство спорта РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2025. Архивировано 15 декабрь 2017 года.
- ↑ 1 2 Российский боксер Артур Субханкулов: «Бокс помог мне уйти из плохой компании». UFA1.RU (21 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2026.
- ↑ Боксер Артур Субханкулов стал призером чемпионата России среди сотрудников МВД | Башкирское спутниковое телевидение. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 декабрь 2013. Архивировано из оригинала 6 декабрь 2013 года.
- ↑ Артур Субханкулов: 387 боев на любительском уровне. Sobaka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2026.
- ↑ Сайт газеты «РБ» — Новости — С первенства ПФО башкирские боксёры вернулись с полным комплектом наград. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 декабрь 2013. Архивировано из оригинала 7 декабрь 2013 года.
- ↑ 1 2 Субханкулов сообщил, что 13 февраля в Москве проведет бой за пояс IBF Asia с филиппинцем Витором. Матч ТВ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2026.
- ↑ 1 2 Subkhankulov stops Vitor in 10th round to win IBF Asia title. PhilBoxing.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.
- ↑ 1 2 Россиянин Артур Субханкулов завоевал пояс чемпиона IBF Asia. Karate.ru (13 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2026.
- ↑ 1 2 Результаты IBA PRO 17: Субханкулов vs Усмонов. 24 апреля 2026. SRRB. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.
- ↑ 1 2 Субханкулов победил техническим нокаутом Баходира Усмонова, нанеся ему первое поражение. Чемпионат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.
- ↑ Российский боксер стал обязательным претендентом на титул чемпиона мира IBF. РБК Спорт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.
- ↑ Глава Башкирии наградил боксера Субханкулова орденом Салавата Юлаева. tass.ru (27 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.
- ↑ Субханкулов стал претендентом на титул IBF в легком весе, победив Усмонова. Рейтинг Букмекеров. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.
- ↑ Татарский боксер Артур Субханкулов вошел в топ-10 мирового рейтинга BoxRec. Миллиард.Татар. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.
- ↑ Глава Башкирии наградил боксера Субханкулова орденом Салавата Юлаева. ТАСС (27 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.