Заблуда Григорий Васильевич
Биографияһы
Григорий Васильевич Заблуда 1927 йылда Кривой Рог иген культуралары институтының Верхнеднепровск ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Һуңынан шунда уҡ уҡыта. 1931 йылдан — Томск университетында эшләй.
1934 йылдан — Сыуаш ауыл хужалығы институтында (Чебоксар) ботаника һәм үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, ә 1935 йылдан — мөдире, 1940 йылдан — Свердловск ауыл хужалығы институтында (хәҙер Урал дәүләт аграр университеты, Екатеринбург) биология һәм органик химия кафедраһы доценты, ғилми өлкәһе буйынса проректоры, биология факультетын ойоштороусы һәм деканы, үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы мөдире (1944 йылдан).
1958 йылдан — Башҡорт дәүләт университетында фән өлкәһе буйынса проректор һәм бер үк ваҡытта үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы мөдире.
1973—1978 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында лекциялар уҡый һәм бер үк ваҡытта Биология институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр.
Фәнни эшмәкәрлеге
Заблуда Григорий Васильевичтың фәнни эшмәкәрлегенең һәм тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре үҫемлектәрҙең, атап әйткәндә, иген культураларының индивидуаль үҫеш динамикаһына һәм ҡоролоҡҡа сыҙамлы булыуына, башаҡлылар морфогенезын өйрәнеүгә арналған.
Уның тарафынан һоло, бойҙай, арпа үҫешенең төрлө фазаларында уларҙың ҡоролоҡҡа сыҙамлылығы үҙгәреүе асыҡланған һәм уларҙы ҡоролоҡтан һаҡлау буйынсаса тәҡдимдәр эшләнгән.
60-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
Һайланма әҫәрҙәре
- Действие почвенной засухи на формирование генеративных органов у яровых пшениц // Докл. АН СССР. 1938. Т. 18, № 8;
- К методике сравнительного изучения засухоустойчивости пшениц // Сов. ботаника. 1940. № 5-6;
- Засухоустойчивость хлебных злаков в разные фазы их развития. Свердловск, 1948;
- Влияние условий созревания на физиологические свойства и посевные качества семян пшеницы // Докл. АН СССР. 1952. Т. 84, № 2 (в соавт.).
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- «Почёт Билдәһе» ордены (1945)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972).
Һылтанмалар
- Заблуда Григорий Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 август 2022)
- Заблуда Григорій Васильович (укр.)