Чебоксар

Чебоксар (cыу. Шупашкар, ялан мари Шовакшэҥер, тау мари Шывашар) — Рәсәйҙәге Сыуаш Республикаһының баш ҡалаһы. Волга буйының эре административ, сәнәғәт, сауҙа, фәнни-мәғариф һәм мәҙәни үҙәге.

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән, 2021 йылда Рәсәй Федерацияһының «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» маҡтаулы исеме бирелгән [3].

Этимология

"Чебоксар" атамаһы торлаҡҡа 1469 йылда беркетелә һәм Чебоксарка йылғаһының тамағында урынлашҡанға гидронимдан килеп сыҡҡан тигән фараз бар. Әммә ҡалаға 1236 йылда нигеҙ һалынған һәм Урта Сувар (сыуаш телендә Вӑта Сăвар) тип аталған тигән фараз да бар. XX быуат башында ҡулланылышта рус телендә "Чебоксары" күплек формаһы нығынып ҡала.

Климаты

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 4,7 5,0 12,4 24,0 32,5 36,2 38,6 39,9 29,7 21,4 11,4 7,0 39,9
Уртаса максимум, °C −9,4 −7,4 −1,5 8,5 18,4 22,2 24,2 22,0 15,5 6,6 −1,2 −6,2 7,6
Уртаса температура, °C −12,9 −10,7 −5,1 4,3 12,6 16,6 18,8 16,6 10,6 3,1 −3,4 −9,1 3,5
Уртаса минимум, °C −16,4 −14,1 −8,5 0,4 7,7 11,9 14,4 12,4 7,2 0,8 −5,8 −12,2 −0,2
Абсолют минимум, °C −39 −33 −27 −16,9 −2 1,0 6,2 3,6 −2,5 −11,9 −25,9 −44,3 −44,3
Яуым-төшөм нормаһы, мм 29 19 25 33 37 60 65 52 51 51 43 34 499
Сығанаҡ: Погода и климат ВМО