Сыуаш теле

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Сыуаш теле
cыу. Чăваш чĕлхи
Барлыҡҡа килгән Сыуашстан
Тел төрҙәре агглютинатив телдәр
Телде көйләүсе Гуманитар фәндәр буйынса Сыуаш дәүләт университеты[d]
Алдараҡ килеүсе булгарский язык[d]
Состояние языка в каталоге Ethnologue 2 Provincial[d][1]
Викимедиа проекттарында тел коды cv
Ҡыҫҡаса атамаһы чувашский, чуваська, чӑвашла и чувашаг
Административ-территориаль берәмек Сыуашстан, Мәскәү ҡалаһы, Татарстан Республикаһы, Башҡортостан Республикаhы, Һамар өлкәһе, Ульяновск өлкәһе, Һарытау өлкәһе, Красноярск крайы и Ырымбур өлкәһе
Дәүләт
Сокращение в таблице сокращений чуваш.
Имеет падежи абессив[d]
Телдә һөйләшеүселәр
Телдең ЮНЕСКО статусы есть угроза исчезновения[d][3]
Яҙыу Чувашская письменность[d] и Кирил алфавиты
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Сыуаш теле (cыу. Чăваш чĕлхи, Çovaş Çölhi, چأۋاش چۀلخې) — сыуаш халҡының милли теле, урыҫ теле менән бер рәттән Сыуаш Республикаһының дәүләт теле итеп иғлан ителгән.

Сыуаш теле төрки телдәренең Иҫке Болғар бүлегенә ҡарай.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сыуаш теле — төрки телдәрҙең береһе (болғар төркөмө), Сыуашстандың дәүләт теле. Шулай уҡ Башҡортостанда, Татарстанда, Һамар, Ульяновск өлкәләрендә һәм Рәсәйҙең ҡайһы бер башҡа төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 1 млн 300 меңдән ашыу. Башҡортостанда 98 меңдән күберәк кеше сыуаш телен белә, шул иҫәптән уларҙың 91 меңдән ашыуы — сыуаштар (2002).

Тарихи нигеҙҙә болғар теленә барып тоташа. Сыуаш телендә 2 төп диалект айырып ҡарала: үрге (о‑лаштырып һөйләшеү) һәм түбәнге (у‑лаштырып һөйләшеү). Хәҙерге әҙәби сыуаш теле XIX быуаттың икенсе яртыһында үрге диалект нигеҙендә формалаша башлай. Сыуаш теле башҡа төрки телдәрҙән бик ныҡ айырыла.

Фонетик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сыуаш телендәге [р] өнө дөйөм төрки [з], [л] — [ш] өндәренә тап килә, мәҫәлән, сыуашса «хур» (ҡаҙ) ху[р] — дөйөм төрки «ҡаз» ҡа[з], «утмãл» (алтмыш) утмã[л] — «алтмыш» алтмы[ш]; [ы] һуҙынҡы фонемаһы тик беренсе ижектә генә ҡулланыла, мәҫәлән, сыуашса «тымар» — башҡортса «тамыр», ҡалған һуҙынҡылар бөтә позицияларҙа ла осрай; сонор тартынҡылар төрлө фонетик позицияларҙа була ала; тартынҡыларҙың йомшаҡлығы һәм ҡатылығы уларҙың һүҙҙәге позицияһы менән билдәләнә, тик [л], [н], [т] тартынҡыларының йомшаҡлығы ғына позицион яҡтан сикләнмәгән — уларҙың үҙ аллы йомшаҡ варианттары бар [л'], [н'], [т']: «халь» (хәҙер) — «хал» (көс), «юрать» (ярай, бара) — «юрат» (яратырға) һ. б.

Морфология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Морфологияһы өсөн дөйөм төрки телендәге күплекте күрһәткән -лар урынына эйәлек аффиксы менән бер үк ваҡытта ҡулланылғанда, унан һуң килгән (башҡа төрки телдәрҙә — уға тиклем) -сем ҡулланыла, мәҫәлән, сыуашса «сěтел-ěм-ěр-сем» — башҡортса «өҫтәл-дәр-ебеҙ»; алмаш һүҙҙәр яһаған та-/те- һәм ни- префикстары ҡулланыла, мәҫәлән, «такам» (кемдер), «никам» (бер кем); төп һандарҙың тулы (абстракт иҫәпләүҙә ҡулланыла) һәм ҡыҫҡа (предметтарҙың һанын билдәләү өсөн) формалары бар, мәҫәлән, сыуашса «пěррě» һәм «пěр» — башҡортса «бер», «виҫҫě» һәм «виҫě» — «өс». Сыуаш теле синтаксисы зат мәғәнәһен белдергән хәбәрлектең суффиксы булмауы: «эпир студентсем» (беҙ студенттар); хәбәр алдынан әйтелгәндәрҙең мәғәнәүи үҙәген ҡуйыу менән характерлана: «пичче ыран яла каять» (өлкән ағай иртәгә бара ауылға), «пичче яла ыран каять» (өлкән ағай ауылға бара иртәгә) һ.б.

Сыуаш теленең алфавиты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Chuvas-rus-avtovkzal.jpeg
Чебоксар автовокзалы. Cыуаш һәм урыҫ телдәрендә яҙылған алтаҡта
Файл:Chuvas-rus-vokzal-2.jpeg
Чебоксар. Cыуаш һәм урыҫ телдәрендәге урам күрһәткесе

Сыуаш теле хәрефтәре кириллицаға нигеҙләнгән. Милли алфавитта улар 37.

А а Ӑ ӑ Б б В в Г г Д д Е е Ё ё
Ӗ ӗ Ж ж З з И и Й й К к Л л М м
Н н О о П п Р р С с Ҫ ҫ Т т У у
Ӳ ӳ Ф ф Х х Ц ц Ч ч Ш ш Щ щ Ъ ъ
Ы ы Ь ь Э э Ю ю Я я
Исеме IPA Транскрипция
А а а /a/
Ӑ ӑ ă /ə/ Аь
Б б бӑ /b/ баь
В в вӑ /ʋ/ ваь
Г г гӑ /ɡ/ гаь
Д д дӑ /d/ даь
Е е е /ɛ/
Ё ё ё /jo/
Ӗ ӗ ӗ /ɘ/ Еь
Ж ж жӑ /ʐ/ жаь
З з зӑ /z/ заь
И и и /i/
Й й йӑ /j/ йаь
К к кӑ /k/ каь
Л л лӑ /l/ лаь
М м мӑ /m/ маь
Н н нӑ /n/ наь
О о о /o/
П п пӑ /p/ паь
Р р рӑ /r/ раь
С с сӑ /s/ саь
Ҫ ҫ çӑ /ɕ/ щаь
Т т тӑ /t/ таь
У у у /u/
Ӳ ӳ ӳ /y/ Уь
Ф ф фӑ /f/ фаь
Х х хӑ /χ/ хаь
Ц ц цӑ /ʦ/ цаь
Ч ч чӑ /ʨ/ чаь
Ш ш шӑ /ʂ/ шаь
Щ щ щӑ /ɕː/
/ɕt͡ɕ/
щаь
Ъ ъ хытӑлӑх палли -
Ы ы ы /ɯ/
Ь ь çемçелӗх палли /ʲ/
Э э э /e/
Ю ю ю /ju/
Я я я /ja/

Башҡортостанда cыуаш теле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһында cыуаш телен уҡытыу 27 мәктәптә һәм 4 мәктәп филиалында алып барыла; тел предмет булараҡ 93 мәктәптә өйрәнелә. Сыуаш теле буйынса белгестәр БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында (Стәрлетамаҡ педагогия академияһы), Бәләбәй педагогия колледжында һәм Стәрлетамаҡ киң профилле һөнәр биреү колледжында әҙерләнә. «Аургаза хыпарси» («Аургазинский вестник», «Урал сасси», «Щуда щул» гәзиттәре сыуаш телендә сыға).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Чувашский язык: история и современность. Чебоксары, 1994.
  • Эктор Алос-и-Фонт, «Преподавание чувашского языка и проблема языкового поведения родителей», Чувашский государственный институт гуманитарных наук, 2015, Шупашкар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]