Бәширов Радик Миңлехан улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бәширов Радик Миңлехан улы
Тыуған көнө 7 ғинуар 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (90 йәш)
Тыуған урыны
Ил
Ғилми даирәһе Механика
Эшләгән урыны
Альма-матер Башҡортостан ауыл хужалығы институты
Ғилми дәрәжәһе техник фәндәр докторы[d]
Награда һәм премиялары
«Почёт Билдәһе» ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
ВДНХ-ның бронза миҙалы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Бәширов Радик Миңлехан улы (рус. Баширов Радик Минниханович; 7 ғинуар 1935 йыл) — инженер-механик-ғалим. 1988—1999 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), техник фәндәр докторы (1982), профессор (1983). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1996). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).

Радик Миңлехан улы Бәширов [1] Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында 1935 йылдың 7 ғинуарында тыуған.

1959 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығын механизациялау факультетын тамамлай. 1962 йылдан 1964 йылға тиклем Ленинград ҡалаһындағы Үҙәк ғилми-тикшеренеү дизель институның аспирантураһында уҡый. 19591961 йылдарҙа Ногинск яғыулыҡ аппаратураһы заводында инженер булып эшләй. 1961 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтында ассистент, доцент булып эшләй.

1964 йылда Ленинград кораблдәр төҙөү институтында «Аккумулятор тибындағы бер секцион яғыулыҡ системаһы буйынса тикшеренеү» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1967 йылда ул — «Тракторҙар һәм автомобилдәр» кафедраһы мөдире, 1971 йылда — ауыл хужалығын механизациялау факультеты деканы, 19731984 йылдарҙа — уҡытыу эштәре буйынса проректор, 19881999 йылдарҙа — ректор, «Автотрактор двигателдәре һәм яғыулыҡ техникаһы» кафедраһы мөдире.

Докторлыҡ диссертацияһын 1982 йылда Мәскәү автомобиль-юл дәүләт техник университетында яҡлай. Диссертация темаһы — «Дизелдең техник-иҡтисади күрһәткестәрен артабан күтәреү факторы булған аккумуляторҙарҙың яғыулыҡ биреү системаһын тикшереү».

Ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — автотрактор техникаһын камиллаштырыу. Ул — гидроаккумулятор форсункаһын (1987), яғыулыҡты циклдар менән биреүҙе үлсәү ҡулайламаһын (1996, яғыулыҡты циклдар менән биреүҙе үлсәү ҡулайламаһын (1998), эске яныу двигателдәре өсөн яғыулыҡ системаһын (2003) һ.б. уйлап табыусы.

Радик Миңлехан улы Башҡортостан Фәндәр академияһының ауыл хужалығы, биология, медицина фәндәре бүлектәренең ауыл хужалығын механизациялау советы рәйесе һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса диссертация советы ағзаһы.

Ғалим — 180 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 10 монография, 3 дәреслек һәм 17 уйлап табыуҙар авторы. Уның тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре «Тракторҙар һәм ауыл хужалығы машиналары», «Ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу», «Двигатель төҙөлөшө» һ.б. профилле журналдарҙа баҫылып сыҡҡан.

Ҡайһы бер ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

• Бәширов Р. М. Дизелдәр өсөн яғыулыҡ биреүҙе үткәреүсе электрон-идара итеү яғыулыҡ системаһы, [Текст] / Р. М. Бәширов, Р. Р. Ғәлиуллин, В. Н. Хөсәйенов // Халыҡ-ара ҡатнашлыҡтағы Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы материалдары. — Өфө: БДАУ, 2008. — 4-се киҫәк. — 31—35-се биттәр.
• Бәширов, Р. М. Трактор дизелдәрендә яғыулыҡ биреүҙе яйлау [Текст] / Р. М. Бәширов, Р. Р. Ғәлиуллин — Өфө: БДАУ, 2008. — 184 б.
• Бәширов, Р. М. Ғәлиуллин Р. Р. Яғыулыҡ биреүҙе үткәреү буйынса эшләүсе трактор дизелдәренең яғыулыҡ системалары өсөн базалы характеристика төҙөү методикаһы М., // Ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу, 2008. — № 11. — 46—47-се биттәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Почёт Билдәһе» ордены (1986)
• Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976)
• Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994)

  1. БРФА Аппараыт. Дата обращения: 29 ғинуар 2013. Архивировано 6 февраль 2013 года. 2013 йылдың 25 декабрь көнөндә архивланған.

«Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. БӘШИРОВ Радик Миңлехан улы
Аппарат АНРБ 2013 йылдың 25 декабрь көнөндә архивланған.
http://dibase.ru/article/06072009_galiullinrr/12 2014 йылдың 28 март көнөндә архивланған.