7 ғинуар
7 ғинуар (рус. 7 января) — рәсми календарь буйынса йылдың 7-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 358 көн ҡала (кәбисә йылында 359). Мосолман календары буйынса 1446 йылдың Рәжәб айының 8-се көнө.Өфөлә ☀️Ҡояш 9 сәғәт 35 минутта ҡалҡа, 17 сәғәт 2 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 7 сәғәт 27 минут. 🌓 Айҙың беренсе сиреге (йәше 7.45 көн).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Гана: Конституция көнө.
Италия: Флаг көнө.
Либерия: Пионерҙар көнө.
Әрмәнстан: Вафат булғандарҙы иҫкә алыу көнө.
- 1610 йыл: Италия ғалимы Галилео Галилей Юпитерҙың дүрт юлдашын аса.
- 1918 йыл: Башҡортостан мөхтәриәтен үҙәк властар тарафынан танытыу маҡсаты менән Башҡорт мәркәз шураһы вәкиле Ш. Ә. Манатов Петроградта В. И. Ленин менән осраша.
тулы исемлек
- 1928 йыл: СССР-ҙа артабан «Кукурузник» атамаһы алған «У-2» самолётының беренсе осошо.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Маршанская Елена Михайловна (1905—6.02.1989), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, күп балалы әсә. Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозының элекке малсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1957), 2-се дәрәжә «Әсәлек миҙалы» менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән ошо райондың хәҙерге Һамар ауылынан.
- Бәширов Радик Миңлехан улы (1935), инженер-механик-ғалим. 1988—1999 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), техник фәндәр докторы (1982), профессор (1983). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1996). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
тулы исемлек
- Докучаева Алла Анатольевна (1935), журналист, яҙыусы. 1993 йылдан «Вечерняя Уфа» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, 2001—2007 йылдарҙа — «Республика Башкортостан» гәзите гәзите хәбәрсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы (1997) лауреаты.
- Әхмәров Әнүәр Ғарифулла улы (1935—9.04.2021), педагог, йәмәғәтсе. 1962—2004 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалылағы 143-сө һөнәри-техник училище директоры. Башҡортостан мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең почётлы махсус белем биреү хеҙмәткәре, СССР-ҙың социалистик иҫәп отличнигы. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Муллаҡаев Рәйес Муллаҡай улы (1935), эске эштәр органдарының элекке хеҙмәткәре, отставкалағы милиция полковнигы, йәмәғәтсе. СССР Эске эштәр министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Краснокама районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Яңы Нуғай ауылынан.
- Константинова Варвара Александровна (1955), китапханасы. 1986—2015 йылдарҙа Мәләүез үҙәк китапхана системаһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡостанай өлкәһенән.
- Луняков Григорий Евгеньевич (1955—7.10.1990), спортсы, альпинист. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1989). Сығышы менән Башҡортостандан.
- Хардина Анна Арнольдовна (1955), рәсем сәнғәте реставраторы. 1983 йылдан М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).
- Сәғәҙиев Нәзир Әсхәт улы (1960), механизатор. 1980—2004 йылдарҙа Ауырғазы районы «Ленин юлы» колхозы механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән ошо райондың Төбәк ауылынан.
- Мөхәмәтшина Рәмиҙә Санир ҡыҙы (1965), бейеүсе, балетмейстер, 1985—2006 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы, бейеүҙәр ҡуйыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Йәштәр һәм студенттарҙың ХII Бөтә донъя фестивале дипломанты (Мәскәү, 1985), Бөтә Рәсәй «Арлекин» милли премияһының «Иң яҡшы балетмейстер» номинацияһы лауреаты (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Яңы Алдар ауылынан.
- Пушкарёва Марина Алексеевна (1965), философ-ғалим. 2014 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кузнецов Григорий Тимофеевич (1916—13.02.1947), совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар дивизияһы айырым сапёр батальонының отделение, 1944 йылдан — взвод командиры. Дан орденының тулы кавалеры.
- Камалетдинов Мансур Фәтхинур улы (1926—19.04.2012), СССР һәм АҠШ-тың балет бейеүсеһе, уҡытыусы, балетмейстер һәм хореограф.
тулы исемлек
- Хлызов Фёдор Васильевич (1926—12.09.1999), хеҙмәт алдынғыһы. 1952—1989 йылдарҙа Силәбе өлкәһе Златоуст машиналар эшләү заводы токаре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Ярославка ауылынан.
- Шустер Лёва Шмульевич (1936), ғалим-инженер. 1962 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1976—1984 йылдарҙа һәм 1990 йылдан машина деталдәре һәм механизмдар теорияһы кафедраһы, 1992—2001 йылдарҙа механизм һәм машиналар ҡороу нигеҙҙәре кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1981). Сығышы менән Тирасполь ҡалаһынан.
- Ҡолшәрипов Марат Мәхмүт улы (1941), ғалим-тарихсы, йәмәғәтсе. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыыһы, шул иҫәптән 1999—2011 йылдарҙа тарих факультеты деканы, 2007—2016 йылдарҙа Башҡортостан тарихы, археология һәм этнология кафедраһы мөдире. 1991—1996 йылдарҙа «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2016), тарих фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Фәндәр Академияһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге (2002), Р. Ғ. Кузеев исемендәге (2014) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).
- Ғәлимова Венира Заһит ҡыҙы (1951), ғалим-ветеринар врач. 1984 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000 йылдан малсылыҡ продукцияһын эшкәртеү һәм стандартлаштырыу технологияһы кафедраһы, 2005—2009 йылдарҙа ветеринария-санитария экспертизаһы кафедраһы мөдире. Ветеринария фәндәре докторы (1999), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Иҫке Ҡоҙаш ауылынан.
- Фазлетдинов Илгиз Йосопьян улы (1966), иҡтисадсы, хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1996 йылдан «Башкиравтодор» дәүләт унитар предприятиеһының Мәсетле юл төҙөү-төҙәтеү идаралығы начальнигы; 2006—2008 йылдарҙа Мәсетле район Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2011). Сығышы менән ошо райондың Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
- Андреев Григорий Александрович (1976), Рәсәй спортсыһы, алыҫ дистанцияға йүгереүсе. 2002 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003). Марафон дистанцияларына йүгереүҙә 2004 һәм 2008 йылдарҙа Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Словакияла уҙған халыҡ-ара марафон еңеүсеһе (Кошице ҡалаһы, 2003). Экиден буйынса Рәсәй чемпионы (2002).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ваганов Василий Андреевич (1927— ? ), хеҙмәт алдынғыһы, рационализатор. 1953—1994 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ромадановка ауылынан.
- Косилов Николай Иванович (1937—18.07.2009), ғалим-инженер-механик. 1968 йылдан хәҙерге Силәбе агроинженерҙар университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1971—1972 йылдарҙа һәм 2005 йылдан урып-йыйыу машиналары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2002 йылдан квалификация күтәреү факультеты директоры, 2005 йылдан — проректоры. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1998) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Чайковка ауылынан.
тулы исемлек
- Курушин Анатолий Степанович (1937), ауыл хужалығы ветераны. 1955—1988 йылдарҙа Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы, 1989—1997 йылдарҙа — «Быҙаулыҡ» совхозы механизаторы. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
- Хәлитов Бәхтиәр Әсфәндиәр улы (1942—2021), ғалим-иҡтисадсы, шағир. Башҡорт дәүләт университетының элекке уҡытыусыһы. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент.
- Сафин Мәснәүи Фәйзелғаян улы (1957), муниципаль хеҙмәт ветераны. 1998—2005 йылдарҙа Ҡариҙел район хакимиәте башлығының финанс буйынса урынбаҫары — район финанс идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
- Фазлыев Ғәлишан Йәнәхмәт улы (1957), хеҙмәт ветераны. Ҡариҙел районы Салауат исемендәге колхоздың элекке тракторсыһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
- Рәхимов Рәмил Нәсибулла улы (1962), тарихсы-ғалим, йәмәғәтсе. 1989—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 2013 йылдан Өфөләге Стратегик тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәре. 2000 йылдан Рәсәй тарихсы-архивсылар ойошмаһы Башҡортостан бүлексәһенең рәйес урынбаҫары, 2002 йылдан «Өфө пехота полкы» хәрби-тарихи клуб рәйесе. Тарих фәндәре кандидаты (1993). Рәсәй Хәрби фәндәр академияһы профессоры (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2020). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2024).
- Бураҡаева Таңсулпан Диҡҡәт ҡыҙы (1982), кинорежиссёр, сценарийҙар авторы, рәссам, йәмәғәт эшмәкәре. 2017 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар союздары ағзаһы. «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ киноһы» фестивале лауреаты (2017).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхтәмов Хәбибулла Абдулхаҡ улы (1883—6.02.1938), дин әһеле, ахун. 1927—1936 йылдарҙа Өфө педагогия техникумы уҡытыусыһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Сәхәүетдинова Мәстүрә Низам ҡыҙы (1903—2.03.1996), инженер-архитектор, дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1945—1962 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Архитектура эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы. 1936 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының 2—4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (1993). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1949, 1967) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Хәбибуллин Ғабдрахман Сөләймән улы (1903—19.09.1969), опера йырсыһы, йәмәғәтсе. Башҡорт АССР-ының 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1955—1959). Башҡорт АССР-ының (1947) һәм РСФСР-ҙың (1955) халыҡ артисы. Ленин (1955), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1955) ордендары кавалеры.
- Абдуллин Хәмзә Ильяс улы (1918—31.07.2008), педагог, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. Совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1938 йылдан (өҙөклөк менән) Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы, 1946 йылдан Мәмбәт мәктәбе директоры; 1950 йылдан ВКП (б) район комитетының сәйси ағартыу кабинеты мөдире, пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире урынбаҫары, 1953—1954 йылдарҙа «Ҡыҙыл Байраҡ» колхозының партия ойошмаһы секретары; 1958 йылдан район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары; 1960 йылдан Бүребай ауылындағы башҡорт һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры, 1976 йылдан Бүребайҙағы хәҙерге 1-се мәктәп, 1979—1986 йылдарҙа Татыр-Үҙәк мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1971) һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1968). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Үрге Наҙарғол ауылынан.
- Силантьев Степан Николаевич (1918—2011), педагог. Ауырғазы районы Талбазы урта мәктәбенең элекке директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Савосин Алексей Петрович (1938), техник-төҙөүсе. 1964 йылдан Сибай ҡалаһындағы «Башмедьстрой» тресының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1982—1993 йылдарҙа трест идарасыһы урынбаҫары, баш инженер. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1978) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1973). Сығышы менән Беларусь ССР-ының Слуцк ҡалаһынан.
- Абдуллин Фәнил Ғәли улы (1948), табип-рентгенолог. Кушнаренко үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Петунин Вячеслав Федорович (1948), журналист. 2001—2008 йылдарҙа Ҡариҙел район гәзите мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
- Ҡорбанов Марат Мәүләүи улы (1958), ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1981 йылдан Дүртөйлө районы «Уңыш» колхозының машина-трактор оҫтаханаһы мөдире, 1983 йылдан — баш инженер, 1986 йылдан — партия ойошмаһы секретары, 1991 йылдан — малсылыҡ буйынса механик; 1994 йылдан — Түбәнге Маншыр ауыл хакимиәте башлығы, 1999—2018 йылдарҙа «Уңыш» тоҡомсолоҡ заводының генераль директоры. Колхозсыларҙың 4-се Бөтә Союз съезы делегаты (Мәскәү, 1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2011) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2006). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Маншыр ауылынан.
- Никулин Олег Яковлевич (1968), приборсы. «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе һәм «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәтенең нефть эшкәртеү заводы операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Виноградов Василий Иванович (1874—12.11.1948), бала сағы һәм йәшлеге Өфөлә үткән музыкант һәм композитор. Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәренә нигеҙләнгән симфоник әҫәрҙәр авторы, башҡорт, татар һәм мари халыҡ көйҙәрен яҙып алыусы. Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1944).
- Даушев Әхмәт Ғәләүетдин улы (1929—15.11.1992), хирург-табип, уролог, йәмәғәтсе. 1953 йылдан Силәбе өлкәһе Златоуст металлургия заводы дауаханаһы хирургы, хирургия бүлеге мөдире, 1959 йылдан урология бүлеге мөдире, 1974 йылдан — Златоуст ҡалаһының баш урологы. Юғары категориялы табип, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ахун ауылынан.
тулы исемлек
- Мальцев Иван Васильевич (1929—1990), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Әбйәлил районы «Урал» совхозының элекке механизаторы. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Миронов Вадим Николаевич (1929—20.07.1979), журналист, шағир һәм тәржемәсе. 1949 йылдан «Белорецкий рабочий», 1966 йылдан — «Магнитогорский рабочий», 1970 йылдан — «Челябинский металлург» гәзите хеҙмәткәре, 1973—1979 йылдарҙа СССР Яҙыусылар союзының Силәбе пропаганда бюроһы директоры. Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Кашаев Рим Нәбиулла улы (1939), агроном. 1969—1979 йылдарҙа Кушнаренко районының Ильич исемендәге колхоз рәйесе, артабан Саҡмағош районы ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996).
- Камалова Фирүзә Үлмәҫ ҡыҙы (1949), нәшриәт хеҙмәткәре. 1987—2008 йылдарҙа Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең әйҙәүсе мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Пузик Константин Дмитриевич (1949), төҙөүсе. 1994—2016 йылдарҙа Күмертау ҡалаһының «Стройиндустрия» муниципаль унитар предприятиеһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2009).
- Пономарев Александр Александрович (1979), спортсы. Роллер-саңғыла спринт уҙыштары буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының спорт мастеры. Юниорҙар араһында ил беренселегенең дүрт тапҡыр еңеүсеһе һәм күп тапҡыр призеры, юниорҙар араһында донъя чемпионатының бронза призеры, өлкәндәр араһында Рәсәйҙең беренсе чемпионатының көмөш призеры. Сығышы менән Учалы ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1898 йыл: Виви Лоран-Текхолм, Швецияның ботаник-ғалимы һәм балалар яҙыусыһы.
- 1947 йыл: Александр Доронин, Мордва прозаигы.