Хәбибуллин Ғабдрахман Сөләймән улы
Ғабдрахман Сөләймән улы Хәбибуллин (рус. Хабибуллин Габдрахман Сулейманович; 25 декабре 1903 [7 ғинуары 1904 йылдың], Томск ҡалаһы — 1969 йылдың 19 сентябре, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — совет опера йырсыһы. Башҡорт АССР-ының (1942) һәм РСФСР-ҙың (1949) атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының (1947) һәм РСФСР-ҙың (1955) халыҡ артисы.
Биографияһы
1903 йылдың 7 ғинуарында (иҫке стиль буйынса — 1903 йылдың 25 декабрендә) Томск ҡалаһында 12 балалы ҙур ғаиләлә тыуған. Бала саҡтан ҡара эш башҡара, ер ҡаҙыусы була. Армияла хеҙмәт иткәндә Маньчжурия менән сиктә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡаны өсөн командованиеның Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.
1931 йылдан башлап Себер крайы (Новосибирск ҡалаһы) Сәнғәт йортоноң агитация бригадаһы менән етәкселек итә, 1932—1933 йылдарҙа Мәскәү үҙәк татар эшселәр театрында эшләй.
1938 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының Башҡорт студияһын (педагогы Е. А. Милькович) тамамлай.
1938—1963 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера солисы була.
1942 йылдың мартында башҡорт телендә төп патриотик йыр — «Шайморатов генерал» йырын башҡара[1].
1969 йылдың 19 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
1955—1959 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 4-се саҡырылыш депутаты.
Вокал партиялары
Героик һәм драматик партиялар башҡара, әммә комик амплуалағы милли характерлы образдары уңышлы сыға. Тауышы түбән, көслө, һығылмалы[3]. Репертуарында Судья («Тирмәнсе ҡыҙы»; дебют, 1938), Цунига («Кармен», Ж.Бизе), Спарафучилле («Риголетто», Дж. Верди), Дон Базилио («Севильский цирюльник», Дж. Россини), Кончак («Кенәз Игорь», А. П. Бородин), Ҡужаҡ («Ир-Тарғын», Е. Г. Брусиловский), Солтанбәк («Аршын мал алған», У. Гаджибеков), Серлебай («Айһылыу», М. М. Вәлиев һәм Н. И. Пейко), Мулла («Ҡоҙаса», З. Ғ. Исмәғилев), Ҡолой («Һаҡмар», Вәлеев, 1940), Тапҡырхан («Мәргән», А. А. Эйхенвальд, 1940), Старшина («Ҡарлуғас», Н. К. Чемберджи, 1941), Ҡәһҡәһә («Аҡбуҙат»), Солтан («Азат», Р. А. Мортазин, 1949), Юлай Аҙналин («Салауат Юлаев»), Аяҙғол («Шәүрә») партиялары, башҡорт («Азамат», «Аҡһаҡ ҡола», «Ирәндек», «Һыр», «Урал»), татар («Ҡара урман», «Райхан», «Шиңгән сәскәләр»), рус һәм сит ил композиторҙары операларынан йырҙар, романстар, ариялар һәм дуэттар бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1949)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1942)
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1955)
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1947)
- Ленин ордены (06.1955)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1955)
Ғаиләһе
Ҡатыны Мәрйәм менән Сәйәх, Рауил, Шамил, Эдуард исемле дүрт ул үҫтерәләр.
Хәтер
2003 йылдың 19 сентябрендә Өфө ҡалаһында, артист йәшәгән Ленин урамындағы 2-се йортҡа, уның исеме яҙылған иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Цикл «Песни военных лет» - Республиканский Музей Боевой Славы. rmbs-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2022.
- ↑ Хәбибуллин Ғабдрахман Сөләймән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Хабибуллин, Габдрахман Сулейманович. litlife.club. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 май 2026.
Әҙәбиәт
- Хәйруллин Р. Башҡортостандың опера сәнғәте оҫталары. Өфө, 1963.
- Әхмәҙиева Р. Р. «Ғабдрахман Хәбибуллин». Өфө, 1973.
- Ахмадиева Р. Уға Йәлил һоҡланды // Киске Өфө. 1978. 30 дек.
- Хәбибуллин Ғабдрахман Сөләймән улы // Музыкаль энциклопедия. — М., 1982. Т. 6. С. 956—957
- Хәбибуллин Ғабдрахман Сөләймән улы // Театр энциклопедияһы. — М., 1967. Т. 5. С. 560.
- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 55 с. ISBN 5-295-02294-3.
Һылтанмалар
- Хәбибуллин Ғабдрахман Сөләймән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Хабибуллин. ural.ru. 2014 йылдың 16 ғинуар көнөндә архивланған.
- В Уфе открыли мемориал "башкирскому Шаляпину". old.bashvest.ru. 2014 йылдың 16 ғинуар көнөндә архивланған.