Һажибәков Ғөзәйер Әбделхөсәйен улы

Һажибәков Ғөзәйер Әбделхөсәйен улы (рус. Гаджибеков Узеир Абдул-Гусейн оглы, әзерб. اوزئییر حاجیبَیاوو, Üzeyir Hacıbəyov; 6 сентябрь (18 сентябрь) 1885 йыл, Елисаветполь губернаһы, Шуша өйәҙе, Ағжабәди — 23 ноябрь 1948 йыл, Баҡы) — композитор, әзербайжан заманса профессиональ музыка сәнғәтенә һәм милли опера сәнғәтенә нигеҙ һалған шәхес. Әзербайжан ССР (1937) һәм СССР (1938) халыҡ артисы. Әзербайжан ССР ФА академигы (1945). Баҡы консерваторияһы ректоры (1928-1929, 1939-1948). Әзербайжан ССР-ы композиторҙар союзы рәйесе (1938-1948).

Биографияһы

undefined

1885 йылдың 6 (18) сентябрендә Елисаветполь губернаһы Шуша өйәҙе Ағжабәди биҫтәһендә ауыл сәркәтибе ғаиләһендә тыуған. Мәҙрәсә һәм ике йыллыҡ урыҫ-татар мәктәбен тәмамлағас, Гори ҡалаһында Кавказ аръяғы уҡытыусылар семинарияһындә уҡый. Баҡыла мәктәптә уҡыта, «Хәйәт» газетаһында тәржемәсе була. 1911 йылда Мәскәүгә барып, Мәскәү филармония йәмғиәте янындағы шәхси музыка курстарында белем ала. Бер йылдан Магомаев Абдулмөслим Мөхәммәт оғлының матди ярҙамы менән Петербург консерваторияһындә (1914) белем ала. Әйткәндәй, улар киләсәктә бажалар булып китәләр - икеһе лә атаҡлы Тереғолов ғаиләһенән кәләш алалар 1914-1918 йылдарҙа «Йени игбал» газетаһының мөхәррире һәм хужаһы була.

Ижады

Көнсығыш һәм европа музыка стилдәрен яраҡлаштырып яҙған 7 опера һәм 3 оперетта авторы:

  • 1908 «Ләйлә үә Мәжнүн» операһы (Фүзули поэмаһы буйынса) — беренсе әзербайжан операһы
  • 1909 «Шәйех Санан» операһы
  • 1910 «Рөстәм үә Сөхраб» операһы
  • 1911 «Шаһ Ғаббас һәм Хөршидбаныу» операһы
  • 1912 «Кәрим үә Асли» операһы
  • 1915 «Һарун үә Ләйлә» операһы
  • 1935 «Күруғлы» операһы
  • 1909 «Ир үә хатын» опереттаһы
  • 1910 «Был булмаһа, тегеһе» опереттаһы
  • 1913 Аршын мал алған опереттаһы

Гимн авторы

undefined
  • 1918 йылда "Әзербайжан Демократик Йөмһүриәте" гимнын яҙа.
  • 1930 йылда Әзербайжан ССР-ы гимнын (кантата) яҙа.
  • 1944 йылда Әзербайжан ССР-ының яңыртылған гимнын яҙа.

Ғ. Һажибәковтың әзербайжан мәҙәниәтендә һәм мәғрифәтендә тотҡан урыны

Ғөзәйер Һажибәков Әзербайжандың милли композиторҙар мәктәбенә һәм музыка мәҙәниәте тарихында яңы йүнәлешкә нигеҙ салды. Азербайжандың беренсе опера, музыкаль комедия һәм башҡа жанрҙар серияһын да беренсе тапҡыр ул барлыҡҡа килтерә.Ғөзәйер Һажибәков оло инноватор, Әзербайжанда уҡытыусы-педагог һәм музыкант, беренсе музыкаль театрҙы һәм концертты ойоштороусы булараҡ, Әзербайжан халҡы тарихына һәм мәҙәниәтенә тәрән эҙ ҡалдырҙылар[5]

Ғөзәйер Һажибәков әзербайжан музыкаһын, уның бай һәм төрлө яғын тәрән өйрәнә һәм фәнни эштәрендә күрһәтә.

1921 йылда Баҡыла Әзербайжан студенттары өсөн беренсе музыка мәктәбе ойоштора — Әзербайжан Дәүләт музыка мәктәбе аса. [6]

1927 йылда өлкән Мөслим Магомаев менән «Әзербайжан төрки халыҡ йырҙары» йыйынтығын баҫтырып сығара[7]

2010 йылда Ғөзәйер Һажибәковтың 125 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Әзербайжанда ғына түгел, был датаны бар донъяла билдәләйҙәр. 18-28 сентябрҙә халыҡ-ара «Üzeyir Hacıbəyli — 125» музыкаль фестивале үткәрелә[8]

Ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Uzeyir Hajibeyov // Musicalics (фр.)
  2. Uzeir Abdul Husein Ogli Hadžibekov // Proleksis enciklopedija, Opća i nacionalna enciklopedija (хорв.) — 2009.
  3. Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #11895850X // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
  4. Record #46992942 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
  5. Musiqili ömrün şərəfli salnaməsi - Üzeyir Hacıbəyov (az-AZ), Milli.Az (18 сентябрь 2012). 19 май 2017 тикшерелгән.
  6. Afrasiyab Badalbeyli. afrasiyab.musigi-dunya.az. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2017.
  7. «Азербайджанские тюркские народные песни»  (рус.), Uzeyirbook.musigi-dunya.az. 2 февраль 2020 тикшерелгән.
  8. Lent.az Saatın əsas xəbərləri. news.lent.az. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2017. 2020 йылдың 15 июнь көнөндә архивланған.

Сығанаҡтар

Әҙәбиәт

  • Сарабский А. Г. Возникновение и развитие азербайджанского музыкального театра (до 1917 г.). — Б.: Издательство Академии наук Азербайджанской ССР, 1968. — 273 с.
  • Мирза Ибрагимов. Tufanlara kömək edən bir qələm (на азербайджанском) // Üzeyir Hacıbəyovun şəxsiyyəti və yaradıcılığı. — Иллюстрированное. — Баку, Азербайджанская ССР, СССР: Азернешр, 1987. — С. 198. — ISBN 47020602000-94.
  • Ахмед Исазаде. Üzeyir Hacıbəyov haqqında seçilmiş xatirə və məqalələr // (на азербайджанском). — Баку, Азербайджанская ССР, СССР: Элм, АН Азербайджанской ССР, 1990. — С. 292. — ISBN 5-8066-0251-6.
  • Х. Гашимова, Р. Оруджалиева, Н. Асланбекова, Г. Сафарова, Н. Салимова. Üzeyir Hacıbəyli: Biblioqrafiya // (на азербайджанском). — Баку, Азербайджан: Азербайджанская Государственная Библиотека имени М.Ф.Ахундова, 2008. — С. 368.
  • Мәммәдли Г. Үзејир Һаҹыбәјов. 1885 — 1948 Һәјат вә јарадыҹылығынын салнамәси. — Б.: Јазычы, 1984.

Тема буйынса өҫтәмә