Магомаев Абдулмөслим Мөхәммәт оғлы

Магомаев Абдулмөслим Мөхәммәт оғлы (рус. Муслим Магометович Магомаев, Абду́л-Мусли́м Магоме́т оглы Магома́ев, әзерб. Abdul Müslüm Məhəmməd oğlu Maqomayev; 6 (18) сентябрь 1885 — 28 июль 1937 йыл) — әзербайжан, совет композиторы һәм дирижёры, Әзербайжан ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1935), Әзербайжан классик музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, уның исеме Әзербайжан дәүләт филармонияһына бирелгән[⇨]. Магомаев Мөслим Мөхәммәт оғлының олатаһы[⇨][2]..

Биографияһы

undefined

Абдулмөслим Мөхәммәт оғлы Магомаев 1885 йылдың 6 (яңы иҫәп буйынса 18) сентябрендә Баҡы ҡалаһында тыуа. Музыка менән мауығыуы бала сағынан башлана, мәктәп музыка үҙешмәкәрлегендә ҡатнаша.[⇨], Кавказ аръяғы уҡытыусылар семинарияһы оркестрында уйнай, шунда Һажибәков Ғөзәйер Әбделхөсәйен улы менән таныша, уның менән ғүмерлеккә дуҫ булып ҡала.

Семинарияны тамамлағас башта Төньяҡ Кавказда, артабан Әзербайжанда уҡытыусы булып эшләй, Тифлис уҡытыусылар институтында экстерн юлы менән имтихандар тапшырғас, Баҡыла төпләнеп ҡала[⇨]. Башта Һажибәков етәкселегендә музыкант сифатында урындағы опера труппаһы составына инә, һуңғараҡ — театр дирижеры һәм етәксеһе булып китә. Артабан Әзербайжан ССР-ы халыҡ мәғарифы комиссариатында яуаплы вазифалар биләгән[⇨].

«Шаһ Исмаил» һәм «Наргиз» тигән ике опера яҙған, һуңғыһы совет тематикаһына тәүге әзербайжан операһы була. Ижадына Әзербайжан милли сәнғәте йоғонтоһо тойола. Ул шулай уҡ әзербайжан бейеү көйҙәре, йырҙары буйынса өс йөҙләп симфоник эшкәртмә авторы булып тора[⇨].

1937 йылдың 28 июлендә Нальчике ҡалаһында туберкулёздан үлә[3]..

Ғаиләһе

Абдулмөслимдең өс ир туғаны һәм ике ҡыҙ туғаны була. Ул опера йырсыһы Хәнәфи Тереғоловтың һәм һеңлеһе Тереғолова Байҙыгөлгә (Ғөзәйер Һажибәковтың балдыҙына) өйләнә. Уларҙың ике улы — Джамалетдин һәм Мөхәммәт була. Баш балаһы 1953—1957 йылдарҙа беренсе Әзербайжан ССР-ы сәнәғәт министры вазифаһын биләй, икенсеһе театр рәссамы һәм аниматоры була, броне булыуына ҡарамаҫтан, Бөйөк Ватан һуғышына китә һәм 1945 йылдың 24 апрелендә, еңеүгә бер нисә генә көн ҡалғанда, Берлинда һәләк була. Актриса Айшет Кинжалованың уның менән никахтан улы — һуңғараҡ таныласаҡ опера һәм эстрада йырсыһы, композитор Мөслим тыуа[4]

Иҫкәрмәләр

  1. Muslim Magomayev // Musicalics (фр.)
  2. Магомаев Абдул Муслим Магометович / Абасова Э. Г. // Корто — Октоль. — М. : Советская энциклопедия : Советский композитор, 1976. — Стб. 380. — (Энциклопедии. Словари. Справочники : Музыкальная энциклопедия : [в 6 т.] / гл. ред. Ю. В. Келдыш ; 1973—1982, т. 3)
  3. Советские оперы, 1982, с. 411
  4. Муслим Магомаев. История стеснительного человека. Олатаһын — өлкән Мөслим Магомаев, ейәнен — кесе Мөслим Магомаев тип йөрөтөүсәндәр.

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә