27 ғинуар
27 ғинуар (рус. 27 января) — рәсми календарь буйынса йылдың 27-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 338 көн ҡала (кәбисә йылында 339). Мосолман календары буйынса 1446 йылдың Рәжәб айының 28-се көнө. Өфөлә ☀️Ҡояш 9 сәғәт 5 минутта ҡалҡа, 17 сәғәт 32 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 8 сәғәт 26 минут. 🌘 Иҫке ай (йәше 27.45 көн).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Германия: Милли-социализм ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
Вьетнам: Тыныслыҡ көнө.
Исландия: Ҡояшлы ҡәһүә көнө.
Италия: Хәтер көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Хәрби дан көнө. Ленинград фашист блокадаһынан тулыһынса азат ителә (1944).
- Кибер-дүшәмбе.
- Сноубордта шыуыу көнө.
Сербия: Рухилыҡ көнө.
Төркмәнстан: Ватанды һаҡлаусылар көнө.
Польша: Дәүләт мәшғүллек хеҙмәтендә эшләүселәр көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығы матбуғаты көнө.
- 1962 йыл: Өфөлә троллейбус йөрөй башлай.
- 1983 йыл: Японияла иң оҙон һыу аҫты тоннеле асыла (53.85 км, Хонсю — Хоккайдо).
тулы исемлек
- 1993 йыл: «Башкредитбанк» (хәҙер «УралСиб») республика инвестицион-кредит банкы эш башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Швецов Пётр Филимонович (1910—9.06.1992), инженер-гидрогеолог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1961 йылдан Бөтә Союз гидрогеология һәм инженерлыҡ геологияһы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире, геокриология лаборатория етәксеһе, директорҙың фән буйынса урынбаҫары; 1980 йылдан СССР Фәндәр академияһы Литосфера институтының физик география бүлеге етәксеһе, кәңәшсе. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1953), геология-минералогия фәндәре докторы (1951), профессор (1965). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1952). Октябрь Революцияһы (1971), I дәрәжә (1944) һәм II дәрәжә (1985) Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) ордендары кавалеры. Сығышы менән Башҡортостандан.
- Мәлих Харис (Харисов Мәлих Харис улы; 1915—14.03.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет шағиры, тәржемәсе.
тулы исемлек
- Нәҙершин Миңлеғәли Мөхәмәтғәли улы (1950—2015), механизатор. Бөрйән районы Салауат исемендәге колхоздың элекке комбайнеры, тракторсыһы һәм механигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән ошо райондан.
- Солтанбаева Хәҙисә Вәли ҡыҙы (1950), тел белгесе-ғалим. 1985—1993 йылдарҙа РСФСР Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалы хеҙмәткәре, 1994 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2009), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008).
- Калиаскарова Венера Тимеряновна (1960), малсылыҡ хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Ҡалтасы районы «Заря» хужалығының 3-сө һөт-тауар фермаһының элекке мөдире. 26-сы саҡырылыш Иҫке Йәш ауыл советы депутаты (2011—2015). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Семёнкин ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғабдрахман Ҡадиров (1941—31.07.1993), СССР спортсыһы, боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы. Мотоспорт буйынса СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1965), халыҡ‑ара категориялы судья (1991). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1991). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1969).
- Азат Айытҡолов (1956), ҡурайсы, педагог, йәмәғәтсе. 1975—1978 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, 1978 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсы-солисы. 2007—2010 йылдарҙа Башҡортостан Ҡурайсылар союзы идараһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998), Башҡортостандың халыҡ артисы (1991), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1990) лауреаты.
тулы исемлек
- Фәриха Вәлиуллина (1956), журналист, яҙыусы. 1981—2013 йылдарҙа Белорет районының «Урал» гәзите хеҙмәткәре. 1989 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2000). Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге премияһы лауреаты (2006).
- Кедрина Людмила Владимировна (1961—10.10.2015), спортсы, тау саңғысыһы, СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры, тау саңғыһы спорты буйынса ун тапҡыр Рәсәй чемпионы, СССР йыйылма командаһы составында донъя чемпионатында ҡатнашыусы, Европа беренселеге призеры. 2009—2015 йылдарҙа — Санкт-Петербургтың тау саңғыһы спорты һәм сноуборд Федерацияһы йыйылма командаһының баш тренеры.
- Хәйретдинов Айрат Миңлейәр улы (1961), механизатор. 1980 йылдан Мәсетле районы Фрунзе исемендәге колхоз һәм «Йондоҙ» йәмғиәте механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән ошо райондың Ясин ауылынан.
- Ялалов Ирек Ишмөхәмәт улы (1961), инженер-төҙөүсе, муниципаль һәм дәүләт оргшандары хеҙмәткәре. 2012—2018 йылдарҙа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы. 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙан Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2016), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2015).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәйәпов Ғәйнетдин Сайпатал улы (1912—26.09.1979), бухгалтер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1935—1976 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Дүртөйлө районы Крупская исемендәге колхоз хисапсыһы, 1954 йылдан — баш бухгалтеры, 1973—1976 йылдарҙа баш бухгалтер урынбаҫары. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән ошо райондың Йәрмиә ауылынан.
- Каменева Раиса Павловна (1922—2004), китапханасы. 1945—1982 йылдарҙа Илеш район үҙәк китапханаһы мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Яңы Балыҡлы ауылынан.
тулы исемлек
- Ихтисамов Хәмзәфәр Сабир улы (1937—13.12.2008), музыка белгесе, фольклорсы. 1970—1987 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы һәм фольклор кабинете мөдире. 1976 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1997).
- Ҡәипов Мәһәҙей Хәкимйән улы (1937—2002), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хәйбулла районы «Маҡан» совхозының элекке механизаторы һәм һарыҡ көтөүсеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Саушин Анатолий Захарович (1942), сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре. 1982 йылдан «Почёт Билдәһе» орденлы Ишембай трикотаж фабрикаһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған текстиль һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре (2000). Ишембай районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Никольское ауылынан.
- Вәкилов Булат Ғәлимйән улы (1947—2021), агроном. Салауат районы ауыл хужалығы идаралығының элекке баш агрономы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Лағыр ауылынан.
- Мартазанова Людмила Александровна (1947), педагог. 1981 йылдан Салауат ҡалаһының 8-се мәктәп уҡытыусыһы; 1992 йылдан Уҡыу—методик үҙәге директоры, 2007—2017 йылдарҙа — методисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2000), Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы (1991). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Федотовская ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Исҡужин Әҙеһәм Динислам улы (1928—19.03.2003), ҡурайсы, педагог. 1961—1996 йылдарҙа хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика интернат-гимназияһы һәм 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
- Сафин Әсхәт Мөхтәр улы (1928—?), механизатор. Ҡырмыҫҡалы районы «Бүләк» һәм Шайморатов исемендәге колхоздарҙың элекке тракторсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
тулы исемлек
- Сөләймәнов Килдебай Сөләймән улы (1943—23.03.2021), малсы. 1959 йылдан Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозы һауынсыһы, 1967 йылдан — малсы. СССР-ҙың ун беренсе (1984—1989), РСФСР-ҙың туғыҙынсы (1975—1980) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).
- Симонова Сайма Миңнәхмәт ҡыҙы (1948), педагог, 1971—2017 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының 18-се мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Асҡарова Зәкиә Шәмсимөхәмәт ҡыҙы (1953), фельдшер. 1982 йылдан Әбйәлил районы санитар-эпидемиология станцияһы хеҙмәткәре, 2014 йылдан — Асҡар үҙәк район дауаханаһының шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡайынды-Ҡумаҡ совхозының үҙәк усадьбаһынан.
- Минғәлиев Закир Арыҫлан улы (1953), педагог. 2007 йылдан Бөрө ҡалаһының 1-се мәктәбе директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Дәүләтов Рәшит Мостафа улы (1958), инженер, муниципаль орган хеҙмәткәре. 1980 йылдан Нефтекама автомобиль заводының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2000 йылдан — кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса директор; 2014—2018 йылдарҙа Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1993).
- Кәлимуллина Зиләриә Зиннәт ҡыҙы (1958), малсы. Балтас районы «Рәсәй» хужалығының элекке һауынсыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Мәсәлимов Тәлғәт Хәсән улы (1958), рәссам-график, педагог. 1982 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1993 йылдан художество графикаһы факультеты деканы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2012) һәм мәғариф отличнигы (2005), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы Шатмантамаҡ ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Букин Василий Николаевич (1899—21.01.1979), биохимик-ғалим. 1966 йылда илдә тәүге тапҡыр Өфө витамин заводында B15, 1970 йылдан — U витаминдары етештереүҙе башлау инициаторы. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1964), биология фәндәре докторы (1943). III дәрәжә Сталин премияһы (1949), А. Н. Бах исемендәге премия (1963) лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1969, 1975) һәм «Почёт Билдәһе» (1953) ордендары кавалеры.
- Рәшит Ниғмәти (1909—13.10.1959), Башҡортостандың халыҡ шағиры (1959). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1949, 1955) ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Бабушкин Роман Романович (1919—29.07.1999), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының батальон командиры урынбаҫары, гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945). 1947—1979 йылдарҙа СССР эске эштәр органдары хеҙмәткәре, эске хеҙмәт полковнигы (1961). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районынан.
- Йосопов Дамир Арыҫлан улы (1949), терапевт, Ейәнсура районы Иҙелбәк участка дауаханаһының элекке баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Михайлова Антонина Николаевна (1949), педагог, мәғариф хеҙмәткәре. 1970 йылдан Балаҡатай районы Ҡарлыхан, 1971 йылдан Яңы Балаҡатай урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 1980 йылдан район мәғариф бүлеге инспекторы, 1984 йылдан Яңы Балаҡатайҙағы 1-се урта мәктәп директорының тәрбиә, 1989 йылдан — уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡыытыусыһы (2000). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Мәжитов Фәнил Хажигәрәй улы (1959), инженер, комсомол органдары һәм нефть эшкәртеү тармағы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2001 йылдан «Өфөоргсинтез» йәмғиәтенең, 2006—2010 йылдарҙа «Башкирнефтепродукт» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө (2003—2008) һәм 4-се (2008—2013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған химигы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Ҡауарҙы ауылынан.
- Меркулова Татьяна Вячеславовна (1974), спортсы, муниципаль орган хеҙмәткәре. Өфө ҡала хакимиәте физик культура һәм спорт буйынса идаралығының спорт әҙерлеге бүлеге начальнигы. Спорт акробатикаһы буйынса мастерлыҡҡа кандидат. Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1756 йыл: Вольфганг Амадей Моцарт, Австрия композиторы, музыкант-виртуоз.
- 1775 йыл: Пётр Фролов, Рәсәй империяһы дәүләт органдары хеҙмәткәре, тау инженеры.
тулы исемлек