11 август
11 август — рәсми календарь буйынса йылдың 223-сө (кәбисә йылында 224-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 142 көн ҡала.
| ← август → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | |||||
| 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
| 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
| 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
| 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
| 31 | ||||||
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй Федерацияһы:
- Аҡ бәшмәк (боровик) көнө.
АҠШ: Ул һәм ҡыҙҙар көнө.
Зимбабве: Милли батырҙар көнө.
Пакистан: Флаг көнө.
Чад: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Әрмәнстан: Милли оҡшашлыҡ көнө.
Төркмәнстан: Ил сиге һаҡсылары көнө.
Төбәк байрамдары
Тарихи ваҡиғалар
- 1845 йыл: Санкт-Петербургта Рәсәй империяһындағы тәүге магистраль паровоз эшләнә.
- 1901 йыл: Өфөлә түләүһеҙ амбулатор күҙ дауаханаһы асыла.
- 1902 йыл: Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында мәктәп асыла.
тулы исемлек
- 1906 йыл: Англияла тауышлы киноға патент алына.
- 1919 йыл: Башҡортостандың дәүләт архив хеҙмәте ойошторола.
- 1959 йыл: Мәскәүҙә «Шереметьево» халыҡ-ара аэропорты эш башлай.
- 1992 йыл: Жуковскийҙа беренсе халыҡ-ара авиасалон асыла.
Был көндә тыуғандар
- Ғата Исхаҡи (Исхаҡов Ғатаулла Камалетдин улы; 1835—12.12.1942), фольклорсы, педагог, музыкант, мәғрифәтсе, яҙыусы, телсе. Төрлө мәҙрәсәләр, үҙенең, шулай уҡ ҡаҙаҡ ауылдарында, Силәбе ҡалаһында уҡытыусы, халыҡ йырҙарын һәм әкиәттәрен йыйыусы. «Нота дәфтәрҙәре» йыйынтығын төҙөүсе (1913; 1917, В. Солтанов менән авторҙашлыҡта). Мандолинала уйнау методикаһын эшләүселәрҙең береһе. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Абдулла ауылынан.
- Блюменталь Юлий Юлиевич (1870—1944), рәссам, йәмәғәтсе. 1905—1906 йылдарҙа Бәләбәй өйәҙ земство идараһы рәйесе һәм почетлы мировой судья, 1918 йылда Өфө ҡала думаһының Ваҡытлы комитеты ағзаһы. 1926—1935 йылдарҙа хәҙерге М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры, бер үк ваҡытта Башҡорт сәнғәт техникумы (хәҙерге Өфө сәнғәт училищеһы) уҡытыусыһы. Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 3‑сө саҡырылыш (1907—1912) Дәүләт думаһы депутаты. Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһының Өфө филиалы ағзаһы, һынлы сәнғәт һөйөүселәр йәмғиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
тулы исемлек
- Потапов Александр Григорьевич (1940), тау инженеры-ғалим. 1963—1995 йылдарҙа Волгоград Нефть сәнәғәте ғилми тикшеренеү һәм проект институтының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1987 йылдан — генераль директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1990—1994 йылдарҙа Волгоград дәүләт университеты уҡытыусыһы. 1995 йылдан Бөтә Рәсәй тәбиғи газ һәм газ технологиялары ғилми тикшеренеү институтының бүлек начальнигы, 2003 йылдан — Тәбиғи газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү, файҙаланыу һәм скважиналар быраулау үҙәгенең директор урынбаҫары. Техник фәндәр докторы (1987), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1984), Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2008). «Газпром» йәмғиәте премияһы лауреаты (2010). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Потаповка ауылынан.
- Романченко Анатолий Фёдорович (1945), инженер-электромеханик-ғалим. 1975 йылдан Өфө авиация институты, 1982 йылдан — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1991 йылға тиклем сервис техникаһы факультеты деканы, 1993—1999 йылдарҙа көнкүреш тәғәйенләнешендәге машиналар һәм аппараттар кафедраһы, 2002—2013 йылдарҙа — автоматлаштырылған проектлау системалары һәм графика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Фёдоров Александр Александрович (1945—13.07.2022), филолог-ғалим. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2013 йылдарҙа рус филологияһы факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1990—2013 йылдарҙа сит ил әҙәбиәте һәм художество мәҙәниәте кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011). Сығышы менән Ставрополь ҡалаһынан.
- Шамратова Валентина Ғосман ҡыҙы (1950), физиолог-ғалим. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2002), профессор (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән Ашхабад ҡалаһынан.
- Мойся Владимир Николаевич (1941—30.07.1995), хеҙмәт алдынғыһы. 1965—1995 йылдарҙа Салауат йылылыҡ-электр үҙәге электрослесары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Гавриловка ауылынан.
- Попов Владимир Георгиевич (1941—5.01.2017), ғалим-гидрогеолог. 1964 йылдан Башҡортостан территориаль геология идаралығының Көнбайыш Башҡортостан комплекслы геология экспедицияһының өлкән гидрогеологы; 1973 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Геология институты хеҙмәткәре, 1977 йылдан нефть һәм газ геологияһы лабораторияһының өлкән, 1987 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта гидрогеология кабинеты мөдире. 1989 йылдан хәҙерге М. И. Платов исемендәге Көньяҡ Рәсәй политехник университеты (Новочеркасск) уҡытыусыһы. Геология минералогия фәндәре докторы (1987), профессор (1990). Сығышы менән Новочеркасск ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Сарапулов Владимир Семёнович (1951), хеҙмәт ветераны. Балаҡатай юл төҙәтеү-төҙөү участкаһының элекке начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай ауылынан.
- Ханов Олег Закир улы (1951—30.09.2025), театр һәм кино актёры, режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. 1979 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1973 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, 2012—2019 йылдарҙа театрҙың художество етәксеһе. 1984—1997 йылдарҙа Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы идараһы рәйесе. Петрбург фән һәм сәнғәт академияһының ағза-корреспонденты (2005), профессор. Рәсәй Федерацияһының (2024) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) халыҡ артисы. Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале лауреаты (1991, 2017). Станиславский исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты (2014). Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1996), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге премияһы (1981) лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2016).
- Ғарипов Хәлит Әлтәф улы (1956), торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1985 йылдан хәҙерге «Дыуанводоканал» муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәре, инженеры, 2005 йылдан – директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре (2022).
- Анатолий Ерошин (1927—28.07.1970), хәрби хеҙмәткәр, журналист һәм яҙыусы. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Полковник. 1948 йылдан Мәскәүҙәге Ф. Э. Дзержинский исемендәге Артиллерия академияһы уҡытыусыһы, 1954 йылдан — Ленинградтағы Хәрби артиллерия командирҙар академияһының халыҡ демократияһы илдәре факультетының начальник урынбаҫары; 1957—1960 йылдарҙа Ленинград һәм Өфөнөң киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре. 1962 йылдан СССР-ҙың Журналистар һәм 1969 йылдан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Ике Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1956), икенсе дәрәжә Ватан һуғышы (1943) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1940, 1951) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сөләймәнов Рәшит Сафиулла улы (1937), механизатор. 1954—1997 йылдарҙа Баймаҡ районы «Йылайыр» совхоз-техникумы тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). Өсөнсө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1975). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1989). Сығышы менән ошо райондың Ибраһим ауылынан.
тулы исемлек
- Түлибаев Насирйән Сәйфулла улы (1937), механизатор. 1970 йылдан Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы тракторсыһы, 1984—1997 йылдарҙа — бүлексә бригадирының техника буйынса ярҙамсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы (1981). «Почёт Билдәһе» (1984) һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны (1979) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылынан.
- Яҡупов Рамазан Зәйнәғәбдин улы (1937), Хәйбулла районы «Хәйбулла» совхозының элекке механизаторы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районының хәҙер бөткән Юлалы руднигы ҡасабаһынан.
- Ғүмәрова Роза Шәриф ҡыҙы (1952), мәғариф, профсоюз органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1971 йылдан Бөрйән районы мәғариф хеҙмәткәре; 1999 йылдан район хакимиәтенең эштәр идарасыһы, 2004—2008 йылдарҙа — район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (1999), Рәсәйҙең мәғариф отличнигы (1985).
- Малышев Борис Сергеевич (1952), ғалим-инженер. 1975 йылдан Күмертау авиация производство предприятиеһының яуаплы хеҙмәткәре, 1987—2007 йылдарҙа — генераль директоры. Халыҡ-ара мәғлүмәтләштерү академияһы академигы, техник фәндәр кандидаты (2002), доцент. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1999). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2012). Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы (2021). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Туҡан ауылынан.
- Барыкин Николай Петрович (1938), ғалим-инженер-металлург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1973—1988 йылдарҙа Өфө авиация институтының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1992), профессор (1996). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1988). Сығышы менән хәҙерге Волгоград ҡалаһынан.
- Игнатьев Владимир Леонтьевич (1938), педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Ишембай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштороусы һәм уның алмашһыҙ директоры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Рәүҙе ҡалаһынан.
- Фищук Раиса Ивановна (1934—2006), йырсы. 1960—1995 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының хор артисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы.
- Кузнецова Людмила Егоровна, электрик. 1969—2013 йылдарҙа Күмертау авиация етештереү предприятиеһының осоу аппараттарын йыһазландырыу буйынса электр монтажсыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған машина эшләүсеһе. Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- 1795 йыл: Иван Спасский, Рәсәй империяһы табибы, Александр Пушкиндың ғаилә табибы, шағирҙың һуңғы көндәре хаҡындағы яҙмалар авторы.
- 1885 йыл: София Парнок, Рәсәй империяһы һәм СССР шағиры, тәржемәсе, әҙәби тәнҡитсе.
тулы исемлек
- 1900 йыл: Александр Мосолов, СССР композиторы, музыкант, пианист.
- 1910 йыл: Филипп Агостини, Франция кинооператоры, кинорежиссёр.
- 1910 йыл: Джордж Хоманс, АҠШ-тың социолог-ғалимы.
- 1920 йыл: Яков Слободкин, СССР һәм Рәсәй музыканты, виолончелист һәм педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1973).
- 1950 йыл: Эрик Бранн, АҠШ музыканты, «Iron Butterfly» рок төркөмө гитарисы.
- 1950 йыл: Стив Возняк, АҠШ программисы, «Apple» фирмаһын ойоштороусыларҙың береһе.
- 1950 йыл: Геннадий Никонов, СССР һәм Рәсәйҙең ҡорал конструкторы, АН-94 «Абакан» автоматын уйлап сығарыусы һәм яһаусы.
- 1955 йыл: Сергей Мавроди, Рәсәй йүнселе, «МММ» финанс пирамидаһын ойоштороусы.
- 1960 йыл: Зөлфәт Хәким, СССР һәм Рәсәй драматургы, композитор, йырсы һәм йәмәғәтсе. Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2020).
- 1955 йыл: Виола Дэвис, АҠШ актрисаһы, «Оскар», «Алтын глобус» кинопремиялары һәм башҡа бүләктәр эйәһе.
Был көндә вафат булғандар
Йыл көндәре