22 октябрь
22 октябрь (рус. 22 октября) — рәсми календарь буйынса йылдың 295-се көнө (кәбисә йылында 296-сы). Йыл аҙағына тиклем 70 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Тотлоғоп һөйләшеүселәр көнө.
- Психофизика (Фехнер) көнө.
- Ксерокопияның тыуған көнө.
- CAPS LOCK (Caps Lock Day) клавишаһы көнө.
АҠШ: Сәтләүек көнө.
Гондурас: Ғәскәр көнө.
Маршалл Утрауҙары: Дуҫлыҡ көнө.
Рәсәй Федерацияһы: «Аҡ торналар» көнө.
Сомали: Революция көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Ҡораллы Көстәрҙең финанс-иҡтисад хеҙмәте көнө.
- 1702 йыл: Пётр I етәкселегендәге рус ғәскәрҙәре Нотебург ҡәлғәһен ала.
- 1721 йыл: Рәсәй Империя итеп иғлан ителә.
тулы исемлек
- 1730 йыл: Ладога каналы асыла.
- 1797 йыл: Француз Андре Жак Гарнерен тарихта беренсе тапҡыр парашют менән осоу аппаратынан — һауа шарынан һикерә.
- 1842 йыл: Ювелир Густав Фаберже Санкт-Петербургта зәргәр оҫтаханаһы аса.
- 1883 йыл: Нью-Йоркта Метрополитен-опера эшләй башлай.
- 1909 йыл: Элиза Дерош (Франция) ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе булып самолетта яңғыҙы осош яһай.
- 1919 йыл: Петроград янында большевиктар тарафынан Юденичтың Төньяҡ-Көнбайыш армияһы ҡыйратыла.
- 1990 йыл: Ҡырғыҙстан үҙаллылыҡ иғлан итә.
- 2009 йыл: «Windows 7» системаһы ҡулланыуға тәҡдим ителә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғөзәйеров Морат Баҡый улы (1950), инженер-электромеханик-ғалим, юғары мәктәп хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999 йылдан университеттың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, 2003—2014 йылдарҙа ректоры, бер үк ваҡытта электротехниканың теоретик нигеҙҙәре кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 2003 йылдан «Вестник УГАТУ» журналының баш мөхәррире. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007) һәм атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006) һәм Рәсәй Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2011).
- Ғәлимова Рәмилә Суфиян ҡыҙы (1955), Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Нур» балалар шифаханаһының баш табибы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
тулы исемлек
- Ильясова Светлана Йәүҙәт ҡыҙы (1955), Мәсетле районы Әләгәҙ участка дауаханаһы табибы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2012).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡарамышев Лотфулла Ғибәҙулла улы (1916—27.03.1985), партия һәм совет органдары эшмәкәре. 1945 йылдағы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1949 йылдан КПСС-тың Күгәрсен, 1951 йылдан — Хәйбулла район комитетының икенсе секретары; 1954 йылдан хеҙмәтсәндәр депутаттарының Хәйбулла, 1959 йылдан — Учалы район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының бишенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).
- Абдуллин Рәмил Рәйес улы (1961), график. 1991 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2016). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Андижан ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ямалов Илдар Урал улы (1961), ғалим-инженер-электрик, дәүләт хеҙмәткәре. 1984 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2014—2015 йылдарҙа дистанцион уҡытыу һәм филиалдар менән етәкселек итеү буйынса проректор вазифаһын башҡарыусы; бер үк ваҡытта 1995 йылдан хәҙерге Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ғилми техник идаралығы начальнигы, 1998 йылдан — министр урынбаҫары; 2010 йылдан Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары; 2012 йылдан Башҡортостандың Мәғлүмәт технологиялары агентлығы етәксеһе. Техник фәндәр докторы (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Осинцев Михаил Александрович (1907—3.06.1968), тимер юлсы, юғары мәктәп эшмәкәре, йәмәғәтсе. СССР-ҙың төньяҡ-көнбайыш төбәктәрен хеҙмәтләндергән Октябрьский тимер юлының 1949—1961 йылдарҙағы начальнигы. 1965 йылдан Ленинград тимер юл инженерҙары институты ректоры, бер үк ваҡытта 1967 йылдан кафедра мөдире, доцент (1967). РСФСР-ҙың 4-се саҡырылыш (1955—1959) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959). КПСС-тың 19-сы, 20-се һәм 22-се съездары делегаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Шафран ауылынан.
- Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы (1912—12.10.1970), 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Уҡсылар полкының взвод командиры, өлкән лейтенат (1944). Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәптрәүепов Фәнил Миңләхмәт улы (1952), нефтсе. 1975—2009 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсеһе. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Абдулла ауылынан.
- Ишморатова Рима Рафаэль ҡыҙы (1957), торлаҡ-коммуналь тармағы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1987 йылдан Күмертау торлаҡ-коммуналь хужалығының баш инженеры, 1991 йылдан юл-йәшелләндереү предприятиеһы директоры. Ҡала Советы депутаты, Совет рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған (1999), Рәсәй Федерацияһы торлаҡ-коммуналь хужалығының почётлы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Николайчук Вадим Алексеевич (1962), нефтехимик, йәмәғәтсе. 2006 йылдан «Башнефть» берекмәһе филиалы «Өфөнефтехим» йәмғиәтенең башҡарыусы, 2009 йылдан — генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө (2003—2008) һәм дүртенсе (2008—2013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Миңлебаев Ғүмәр Хажинур улы (1923—19.11.1999), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, хәрби осоусы, штурмлау авиацияһы полкының эскадрилья командиры урынбаҫары, майор. Советтар Союзы Геройы (1945).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ажнакин Александр Григорьевич (1924—22.04.1999), төҙөүсе-инженер. 1941—1945 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводы, 1949 йылдан — 3-сө төҙөлөш тресы хеҙмәткәре, 1964—1985 йылдарҙа 4-се махсус төҙөлөш идаралығы начальнигы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1974). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982). Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Пенза өлкәһенең Мокшан районы Марфин ауылынан.
- Бикҡолова Әлмира Талха ҡыҙы (1929—22.09.2013), химик-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, шағир һәм йәмәғәтсе. Химия фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1996—2013 йылдарҙа «Күп милләтле Санкт‑Петербург» яҙыусылар союзы, 1995—2013 йылдарҙа — Санкт-Петербургтағы Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).
тулы исемлек
- Матвеев Николай Васильевич (1929—12.08.1985), быраулау мастеры. 1961—1985 йылдарҙа «Башкиргеология» производство берекмәһенең Баймаҡ геология разведка партияһында быраулау мастеры. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1980).
- Елохина Людмила Германовна (1959), малсы. Ҡариҙел районы «Урғыш» совхозының элекке һауынсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1844 йыл: Сара Бернар, Франция актёры.
- 1870 йыл: Иван Бунин, Рәсәй империяһы яҙыусыһы һәм шағиры, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты.
тулы исемлек
- 1929 йыл: Лев Яшин, СССР футболсыһы, ҡапҡасы.
- 1725 йыл: Алессандро Скарлатти, Италия композиторы.
- 1818 йыл: Иоахим Генрих Кампе, Германия философы.