Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы
Сәлих Шәйбәк улы Вәлиев (рус. Салих Шайбакович Валеев; 1912 йылдың 22 октябре, Иҫке Ғүмәр, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы — 1970 йылдың 12 октябре, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Уҡсылар полкының взвод командиры, өлкән лейтенант (1944). Советтар Союзы Геройы (1943).
Биографияһы
Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы 1912 йылдың 22 октябрендә Рәсәй империяһы Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Ғүмәр ауылында[1] тыуған[2].
1940 йылдан алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 йылда кесе лейтенанттар курстарын тамамлай. 1941 йылдың июленән Көнбайыш, Брянск, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә.
Герой исеменә 40‑сы армия 309‑сы уҡсылар дивизияһы 957‑се уҡсылар полкы взвод командиры кесе лейтенант Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы 1943 йылдың 24 сентябрендә Украина ССР‑ы Балыко‑Щучинка ауылы янында Днепрҙы аша сыҡҡанда һәм уң яҡ ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була.
Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) Өфөлә йәшәй һәм эшләй. 1970 йылдың 12 октябрендә ошо ҡалала вафат була[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1943);
- Ленин ордены (1943);
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943).
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Сәлих Шәйбәк улы Вәлиевтың исеме Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районы муниципаль (рус.)баш. районының Кушнаренко ауылы дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Гимназияға бирелә[3][4];
- 2024 йылда Өфө ҡалаһының Калинин районы урамдарының береһенә Сәлих Вәлиев исеме бирелә[5].
- Кушнаренко районының үҙәге Кушнаренко ауылында һәм Геройҙың тыуған ауылында уға һәйкәл ҡуйылған.
- Өфөләге ул йәшәгән йортҡа һәм Иҫке Ғүмәрҙәге мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташтар беркетелгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр ауылы
- ↑ 1 2 Ғ. Һ. Булатов, Г. Т. Хөсәйенова. Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 октябрь 2025.
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Сергей Николаев. В Уфе появится несколько новых улиц. ИА «Башинформ» (24 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 октябрь 2025. (рус.)
Әҙәбиәт
- Абдуллин И. Человек со шрамом //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы (Тикшерелеү көнө: 17 октябрь 2025)