Өлкән лейтенант

Өлкән лейтенант (рус. Старший лейтенант; франц. lieu tenant «урынбаҫар»; lieu «урын» + tenant «биләүсе», һөйләү телендә старлей) — чин, хәрби звание кесе офицерҙар составына ҡараған звание, күп дәүләттәрҙең, шул иҫәптән Рәсәйҙең, ҡораллы көстәрендә ҡулланыла[1][2].

Рәсәй империяһында 1909—1911 йылдарҙа хәрби-диңгеҙ чины IX классҡа ҡараған, ә 1912 йылдан — VIII классҡа. Был чин тик флотта ғына булған. Ул пехоталағы капитан, кавалериялағы ротмистр, казак ғәскәрҙәрендәге есаул һәм граждан хеҙмәтендәге коллеж асессоры чиндарына тура килгән. Хәҙерге ваҡытта — кесе офицерҙар званиеһы, лейтенанттан юғары һәм капитан-лейтенанттан (Хәрби-диңгеҙ флотында) йәки капитандан (ҡалған ғәскәр төрҙәрендә) түбән тора.

undefined

Октябрь социалистик революцияһынан һуң был звание бөтөрөлә. Ул яңынан РККАла 1935 йылдың ноябрендә индерелә. 1943 йылдың ғинуарына тиклем петлицаларҙа өс «кубарь» менән билдәләнә. 1943 йылдың ғинуарынан — бер просветлы погондарҙа өс йондоҙ (өсмөйөш рәүешендә урынлашҡан). Хәҙерге Рәсәй Ҡораллы көстәрендә һаҡлана. Революцияға тиклемге поручик (рус.)баш. чинына тап килә[3].

Гвардия частарында йәки гвардия карабында хеҙмәт иткән хәрби хеҙмәткәрҙең званиеһы алдында «гвардия» һүҙе өҫтәлә.

Хәрби иҫәп һөнәре буйынса юридик йәки медицина профилле булған хәрби хеҙмәткәрҙең йәки граждандарҙың званиеһына ярашлы рәүештә «юстиция» йәки «медицина хеҙмәте» һүҙҙәре өҫтәлә.

Запаста булған йәки отставкалағы граждандарҙың званиеһына «запас» йәки «отставкала» һүҙҙәре өҫтәлә.

Погондарҙа өлкән лейтенанттың йондоҙҙары түбәндәгесә урынлаша: ике йондоҙ — погондың оҙонлоҡ буйы һыҙығының ике яғында, өсөнсөһө — уларҙан юғарыраҡ, урта буй ось һыҙығында. Йондоҙҙарҙың диаметры — 14 мм. Улар үҙәктәре араһында яҡынса 29 мм булған тигеҙ яҡлы өсмөйөш барлыҡҡа килтерә. Погондың өҫкө өлөшөндә төймә урынлаша.

Ҡайһы берҙә ҡыҫҡартылған «старлей» атамаһы ла ҡулланыла[4].

Рәсәй империяһында, СССР-ҙа һәм Рәсәй Федерацияһында өлкән лейтенанттың айырма билдәләре өлгөләре

Хәрби звание Lesser Coat of Arms of Russian Empire.svg Рәсәй империяһы армияһы Naval Ensign of Russia.svg Рәсәй империяһы флоты Red Army flag.svg
РККА СССР
Red Army Badge.svg
Совет Армияһы

Петлицала
знак

погонда
1904ic-p03.png Soviet Red Star Insignia.png RA I K3 1924v.jpg Red Army - Lt col 1943v.png Red Air Force St-leytenant 1943v.png RAF A F1FstLt since 2010par.svg RAF AF F1FstLt since 2010par.svg
RA Komzvoda 1919.svg
Поручик
(до 1917)
Погонда
(1909—1917)
Взвод
командиры
(1919—1924)
Петлицалағы
билдә
К3
(1924—1935)

(1935—1943)

ВВС
(1935—1943)
погонда
ВВС
(1943—1955)

ялан формаһы
Ҡоро ер ғәскәрҙәре
(1943—1955)

СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флоты
(1943—1955)

пaрад формаһы СВ
(1955—1991)

BBC
(1955—1991)
Чин Middle emblem of the Armed Forces of the Russian Federation (27.01.1997-present).svg
Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре
Погон
нарукавный
знак
Russia-AirBorne-OF-1c-1994-field.svg Russia-AirForce-OF-1c-1994-parade.svg Russia-AirForce-OF-1c-1994-field.svg Russia-Army-OF-1c-1994-field.svg Russia-Army-OF-1c-1994-parade.svg Russia-Navy-OF-1c-1994-everyday.svg Russia-Navy-OF-1c-1994-white.svg Russia-Army-OF-1c-camo.svg Russia-Navy-OF-1c-2010.svg RAF N F1FstLt since 2010par.svg Russia-Navy-OF-1c-Sleeve.svg Russia-Police-OF-1c-2013.svg
Погон
Рәсәйҙең Һауа-десант ғәскәрҙәре, Рәсәйҙең Космик ғәскәрҙәре
(1994—2010)

пaрад формаһы
Рәсәйҙең Хәрби-Һауа көстәре, ВДВ, КВ
(1994—2010)

ВВС
(1994—2010)

СВ, Рәсәйҙең Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре
(1994—2010)

пaрад формаһы
СВ, РВСН
(1994—2010)

көндәлек форма
ВМФ
(1994—2010)

көндәлек форма аҡ күлдәк менән
ВМФ
(1994—2010)

ялан формаһы
(1994—2010)

көндәлек форма
ВМФ
(2010 йылдан)

пaрад формаһы
ВМФ
(2010 йылдан)

ВМФ-тың ҡулса
билдәһе

Рәсәй полицияһында
СМВЧ

ВB
МВД
Хәрби званиеларҙың эҙмә-эҙлелеге
Кесерәк хәрби звание:
Лейтенант
Өлкән лейтенант
(СВ, ВВС/ПВО, ВДВ һәм Хәрби-Диңгеҙ флоты)
Юғарыраҡ хәрби звание:
Капитан-лейтенант Emblem of the Военно-Морской Флот Российской Федерации.svg

Капитан Lesser Coat of Arms of Russian Empire.svg Red Army Badge.svg Coat of Arms of the Russian Federation.svg

Германияла өлкән лейтенант

Германияның Кайзер армияһында обер-лейтенант званиеһы 1871 йылда индерелә. Уға тиклем ошо чинға тура килгән офицер «премьер-лейтенант» (Premierlieutenant) тип аталған.

1888 йылдан айырма билдәһе итеп погондарҙа дүрт осло бер йондоҙ һәм төймә тирәләй уралған аҡ (1903 йылдан — көмөш) бау ҡулланылған, ләкин штаб-офицерҙар погондарынан айырмалы рәүештә «толом» итеп үрелмәгән.

АҠШ

АҠШ армияһының ҡоро ер ғәскәрҙәре, диңгеҙ пехотаһы һәм хәрби-һауа көстәрендә беренсе лейтенант — кесе офицерҙар составының икенсе званиеһы, Рәсәйҙәге өлкән лейтенантҡа тиң. Был звание Икенсе лейтенант менән капитан араһында тора.

Икенсе лейтенант, ҡағиҙә булараҡ, ҡоро ер ғәскәрҙәрендә 18 ай хеҙмәт иткәндән һуң, ә хәрби-һауа көстәрендә һәм диңгеҙ пехотаһында — 24 айҙан һуң беренсе лейтенант званиеһына күтәрелә.

Ике лейтенант званиеһы араһындағы айырма, нигеҙҙә, хеҙмәт тәжрибәһе һәм эш хаҡы кимәле менән бәйле.

Башҡа илдәр

Өлкән лейтенантҡа тиң булған башҡа илдәрҙәге званиелар:

Айырыу билдәләре

Иҫкәрмәләр

  1. Старший лейтенант — что означает термин, использование и роль в историческом контексте. famiry.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2026.
  2. Воинские звания Вооружённых Сил Российской Федерации. Научно-образовательный портал «Большая российская энциклопедия». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2026.
  3. История происхождения воинских званий. РИА Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2026.
  4. Каланов, 2011

Әҙәбиәт

  • Чаропка Станіслаў. Станаўленне сістэмы знакаў адрознення ў арміі ВКЛ (белор.) // Актуальные проблемы в изучении и преподавании общественно-гуманитарных дисциплин: сб. статей. / Гл. ред. В. А. Космач. — Витебск: Международный университет МИТСО, 2012.
  • Каланов Н. А. Морской жаргон һүҙлеге. — М.: Моркнига, 2011. — 313 с. — ISBN 978-5-9906698-5-7..