Израиль

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Израиль дәүләте
йәһ. מְדִינַת יִשְׂרָאֵל
ғәр. دَوْلَة إِسْرَائِيل
Flag of Israel.svg Израиль гербы
Флаг {{{Герб урынына}}}
Гимн: «Ха-Тиква»
Israel (orthographic projection).svg
Үҙаллылыҡ датаһы 14 мая 1948 года (5 ияра 5708 года) ( Бөйөк Британия)
Рәсми телдәр иврит
Баш ҡала Иерусалим[комм. 1]
Эре ҡалалар Иерусалим, Тель-Авив — Яффа, Хайфа
Идара итеү төрө парламент республикаһы[2]
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
147 (143)
20 770 км²[комм. 2]/22 072[комм. 3] км²
2
Халыҡ
• Һаны (2018)
• Халыҡ тығыҙлығы

8 972 000[3] чел. (97)
387 чел./км² (18)
ЭТП (ППС)
  • Бөтәһе
  • На душу населения

333,351 млрд.[4] долл.
38 262[5] долл.
ЭТП (номинал)
  • Бөтәһе
  • Бер кешегә

299,416 млрд.[6] долл.
35 728 (2015)[7] долл.
ИЧР (2018) 0,903[8] (очень высокий) (22 урын)
Этнохороним израильтянин, израильтянка, израильтяне
Валюта новый шекель (ILS, код 376)
Интернет-домен .il
Код ISO IL
МОК коды ISR
Телефон коды +972
Сәғәт бүлкәте GMT+2 (летом GMT+3)

Израиль (йәһ. יִשְׂרָאֵל‎, ғәр. إِسْرَائِيل‎), рәсми — Израиль дәүләте (йәһ. מְדִינַת יִשְׂרָאֵלМединат Исраэль, ғәр. دَوْلَة إِسْرَائِيلиль Исра'Даулить) — Яҡын Көнсығыштағы дәүләт, 2019 йылдың 1 ғинуарына халҡы 8 972 000 кеше, территорияһы — 22 072 км². Халыҡ һаны буйынса донъяла 95-се һәм территорияһының ҙурлығы буйынса 148 урынды биләй.

Яҡын Көнсығышта, Урта диңгеҙҙең көнсығыш яры буйында урынлашҡан. Төньяҡтан Ливан, төньяҡ-көнсығышта — Сүриә, көнсығыштан — Иордания һәм Иордан йылғаһының көнбайыш яры территорияһы менән, көньяҡ-көнбайышта — Мысыр һәм Ғәззә секторы менән сиктәш. Баш ҡалаһы — Йәрүсәлим[комм. 1]. Дәүләт теле — иврит, ғәрәп теле айырым статусҡа эйә.

Унитар дәүләт, парламентлы демократик республикаһы. 6 административ округҡа бүленә.

Йылдам үҫешкән иҡтисадлы индустриаль ил. ТУЛАЙЫМ етештереү күләме 2015 йылда 300 миллиард аҡш доллары (йән башына 36 мең аҡш доллары) тәшкил иткән[10]. Кеше потенциалының үҫеш индексы буйынса илдәр исемлегендә 18-се урында тора: 0,894 индекс[11]. Аҡса берәмеге — израиль яңы шекеле.

Израиль дәүләте 1948 йылдың 14 майында (5708 йылдың 5 июне) БМО Генераль Ассамблеяһының 1947 йылдың 29 ноябрендә ҡабул ителгән 181-се резолюцияһы нигеҙендә иғлан ителә.

Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһына ярашлы, Израиль — йәһүд дәүләте. Шул уҡ ваҡытта Израиль — күп милләтле һәм демократик дәүләт, йәһүдтәр менән бергә башҡа этник төркөмдәр вәкилдәре — мосолман ғәрәптәр, христиан ғәрәптәр, друздар, бәҙүәндәр, самариттәр, черкестар һәм башҡалар — диненә ҡарамай тиң хоҡуҡҡа эйә. Айырым алғанда друз һәм күсмә ғәрәптәр депутаттары, ғәрәп фирҡәһе һәм депутаттары Кнессетта урын алған. Израиль этномәҙәни күп төрлөлөгө менән айырыла. Илдең төп халҡы: 74,3 % — йәһүдтәр, 20,9 % — ғәрәптәр, 4,8 % — башҡа. Ҡалып:TOClimit

Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуңғы өс мең йыл буйы «Израиль» һүҙе Израиль ере (йәһ. אֶרֶץ יִשְׂרָאֵל‎, Эрец-Исраэль) һәм йәһүд халҡы тип аңлатыла. Был исемдең сығанағы булып Йәшәйеш китабы Книга Бытия) тора, унда Яҡуп пәйғәмбәр Аллаһ менән көрәшкәс Израиль исеменен ала: «И сказал: как имя твоё? Он сказал: Иаков. И сказал [ему]: отныне имя тебе будет не Иаков, а Израиль, ибо ты боролся с Богом, и человеков одолевать будешь»  ([[|Быт. ]]32:27,28). Был һүҙең мәғәнәһен төрлөсә аңлаталар. Бер версия буйынса, был сара (идара итеү, көслө власҡа эйә булып, артыҡ биреү) , йәғни «юғарынан бирелгән власҡа эйә» тигәнде аңлата тип фаразлана. Башҡа мәғәнәһе — «Аллаһ Принцы» йәки «Аллаһ көрәше/алышы»[12]. Һуңынан Яҡуптан барлыҡҡа килгән йәһүд халҡы «израиль балалары», «израиль халҡы» йәки «израиллеләр».

«Израиль» һүҙе тарихта беренсе тапҡыр Мернептах стелаһында, Боронғо Мысыр (беҙҙең эраға тиклем XIII быуат аҙағында) территорияһында, яҙылған була һәм халыҡты түгел, ә илде аңлатҡан[13].

Хәҙерге дәүләт «Мединат Исраэль» (йәһ. מדינת ישראל‎ — Израиль дәүләте). Шулай уҡ Эрец Исраэль (Израиль Ер)е, Сион, Йәһүдтәр иле тигән атамалар ҙа күҙ алдында тотола[14]. Ил бойондороҡһоҙлоғоноң беренсе көнәндә үк дәүләт граждандарын билдәләү өсөн «израиллеләр» ( — «исраэлим») һүҙе ҡулланыла башлай. Тәүге тапҡыр ул рәсми рәүештә Израиль сит ил эштәре министры Моше Шарет сығышында ҡулланыла[15]..

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Билдәле булыуынса, хәҙерге заман Израиль территорияһында тура баҫып йөрөүсе кеше йәшәй, уның эҙҙәре Убайдия (йәһ. ‏תל עובדיה‏‎, Тель-Овадия)[16] археологик ҡомартҡыһы территорияһында һаҡланып ҡалған. Яҡынса 200 мең йыл элек был төбәктә неандерталецтар йәшәгән[17], ә бер аҙҙан һуң бында хәҙерге заман кешеләре тибындағылар йәшәй башлаған: Мислие мәмерйәһендә (Кармель массивында) табылған Homo sapiens йәше 194-177 йыл тәшкил итә[18].

Б. э. тиклем X—VIII быуаттарҙа был территория натуфий мәҙәниәте ареалына ҡараған, унда иң беренсе тапҡыр бөртөклөләрҙе ҡуллана башлағандар[19]. Ошо урында яҡынса 9 мең йыл элек неолит революцияһы башланған һәм беренсе ауылдар барлыҡҡа килгән, шул иҫәптән боронғо Иерихон, Хананеи, беренсе семит ҡәбиләһе бында яҡынса IV—III мең йыллыҡта барлыҡҡа килгән. Киләһе 2-3 мең йыллыҡта был территория Боронғо Мысыр протекторатына ҡараған[19].

Иртә тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Израилдең ун ике ырыуы йәшәүен күрһәткән 1759 йылдағы Фәләстин картаһы

Йәһүд халҡының һәм Израиль Еренең тарихы Библия патриархы Авраам менән бәйле. Библияға ярашлы, Израиль ере Аллаһ тарафынан йәһүдтәргә вәғәҙә ителгән «Земля Обетованная» булып тора — йәһүд халҡының бөтә изге урындары бында[20]. Библиялағы патриархтар тураһындағы риүәйәттәрҙә, бәлки, б. э. тиклемге 2 мең йыллыҡтағы иврим (хабиру) миграцияһы һәм Мысырға гиксостарҙың баҫып инеүе тураһында һөйләнәлер. Ибраһим тарихы иврим миграцияһының башланғыс осорона ҡарай, ә халыҡтарҙың күпләп күсеүе б. э. тиклемге XIII быуатта булып, был осорҙағы Ханаан бронза мәҙәниәте яңы мәҙәниәт менән алмашына [19]. Б. э. тиклем яҡынса 1200 йылда илдең яр буйына филистимдар үтеп инә(хәҙерге «палестиндар»). Йәһүдтәрҙең батша власының һәм Израиль, ә һуңғараҡ Йәһүдиә батшалығының барлыҡҡа килеүе б. э. тиклем Х быуатҡа ҡараған[17].

Был территория беҙҙең эраға тиклемге VIII быуаттан алып эҙмә-эҙлекле Ассирия, Вавилон, әһәмәниҙәр империяһы (б. э. тиклемге 539-331 йылдарҙа) һәм Македония (б. э. тиклемге 331 йылдан алып) ҡулы аҫтында була. Б. э. тиклемге III—II быуаттарҙа эллиндарҙың Птолемей һәм Селевкидтар дәүләте составына инә[21]. 142 йылда Селевкидтар дәүләте Йәһүдиәнең бойондороҡһоҙлоғон таный һәм уны яһаҡ биреүҙән бушата, унда б. э. тиклемге 37 йылдарға тиклем Хасмонейҙар династияһы идара итә[22].

Массад ҡәлғәһе янында рим лагеры

Беҙҙең эраға тиклемге 63 йылға тиклем Йәһүҙиә Рим вассалы була һәм шул исемдәге рим провинцияһына әүерелә. Бар-Кохба ихтилалы ваҡытында 135 йылда римлеләр йәһүдтәрҙе бик күп юҡ итә, тере ҡалғандарына Йәрүсәлимдә төпләнеү тыйыла һәм Йәһүдиәне Сүриә Фәләстине тип иғлан итә[23].

Рим империяһы 395 йылдан һуң Көнбайыш һәм Көнсығышҡа (Византия) бүленә, шунан һуң Фәләстин һуңғыһына күсә. 614-629 йылдарҙа Фәләстин Сәсәнидтарҙың фәләстин империяһы составына инә, шул саҡта улар Иерусалимды өс йылға йәһүдтәр контроленә тапшыра, әммә артабан христиандарға кире ҡайтара[24]. Фәләстин Византия империяһы власы аҫтына кире ҡайҡас, 629-630 йылдарҙа йәһүдтәр күпләп үлтерелә һәм ҡыуыла, был хәлдең башында Византия императоры Ираклий тора, төбәктә йһүдтәрҙең һаны был өс меңлек тарих осоронда минимумға етә һәм был ҡыйратылыу бер ваҡытта ла туҡталып тормай [25]. IХ быуатта йәһүд общиналары Тиверияла, ә киләһе ике быуатта Рафах, Ғәззә, Мадждал, Яффа һәм Кесарияла барлыҡҡа килә[26].

Урта быуаттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

636-640 йылдарҙа византия Фәләстинен ғәрәптәр яулай[27]. Киләһе алты быуат эсендә был территориялар Өмийәттәрҙән Ғәббәсиҙәргә, тәре йөрөтөүселәргә һәм кире күсеп йөрөй[23].

Акко ҡәлғәһендәге рефекториум, XII быуат

Ҡыҫҡаса йәһүд энциклопедияһы Фәләстиндәге ғәрәп хакимлығы осорон дүрт осорға бүлә: илде баҫып алыу һәм үҙләштереү (638-660 йыл), Өмийәттәр династияһы (661-750), Ғәббәсиҙәр (750-969) һәм Фатимиҙар (969-1099)[27]. 1099 йылда тәре йөрөтөүселәр бында Йәрүсәлим кенәзлегенә нигеҙ һала, әммә 1187 йылда Сәләх-әд-дин Йәрүсәлимде ала, ә 1291 йылда тәре йөрөтөүселәрҙең һуңғы Акра ҡәлғәһе уға буйһона[28].

Ғосман империяһы составында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Израиль биләмәләрен 1517 йылда ғосман төрөктәре солтан Сәлим I етәкселегендә баҫып ала. Ул 400 йыл дауамында Ғосман империяһының өлөшө булып һанала[23].

Ғосман империяһында йәһүдтәр «зимми» статусына эйә була — йәғни сағыштырмаса гражданлыҡ һәм дин ирке хоҡуғы менән файҙалана ала, әммә ҡайһы бер хоҡуҡтарҙан мәхрүм ителгән була (ҡорал йөрөтөргә, армияла хеҙмәт итергә һәм ат менеп йөрөргә хоҡуҡһыҙ була), йәһүдтәр шулай уҡ айырым һалым түләгән.

XVIII быуатта Европа алиялары Йәрүсәлимдә йәһүд динен һәм милләтен тергеҙеү өсөн мөһим бер хәрәкәт яһарға тырышып ҡарайҙар. 1700 йыл Европаның төрлө илдәрендә йәшәгән меңләгән йәһүдтәр етәкселәре раввин Иехуда Хасид (Йәһүҙә Хәсид) менән бергә Йәрүсәлимгә килә. Әммә илгә килгән Хәсид тиҙ арала вафат була, ә община бурыстары күбәйеү арҡаһында тарҡала. Европанан килгән йәһүдтәр башлыса үҙҙәре өсөн изге булған — Хеврон, Цфат һәм Тверияла төпләнә[29].

1800 йылда Фәләстиндә 300 меңдән ашыу кеше йәшәй. Христиандар халҡы (яҡынса 25 мең кеше) башлыса Назарет һәм Вифлеемда туплана, улар араһында 5 мең кеше йәһүд була. Ҡалған халыҡ мосолмандар була, уларҙың күпселеге сөнниҙәр[29].

Фәләстин халҡы 1880 йылда 450 мең кеше тәшкил итә; был һанға 24 мең йәһүд ингән, улар башлыса Йәрүсәлим ҡалаһында йәшәгән (ундағы 25 мең халыҡтың яртыһынан күберәген тәшкил итә), Цфатта (4 мең кеше), Тверияла (2,5 мең кеше), шулай уҡ Хевронда, Яффа һәм Хайфала йәһүдтәр күпләп йәшәй. Йәрүсәлим төбәктә иң ҙур ҡала булып китә[29].

Йәһүдтәртәрҙең Сионға ынтылышы һәм сәйәси сионизмдың барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Диаспорала йәшәгән йәһүдтәр араһында һәр саҡ Сионға ҡайтыу теләге көслө була. Фәләстиндәге йәһүд общиналарының был теләге ситтән килгән йәһүд диндарҙары уйы менән көсәйтелә. XVI быуатта Цфатҡа Испаниянан 14 мең йәһүд күсеп килә. Бындай күсеү Беренсе алия тип атала, шул ваҡыттағы иң күпләп күсеү 1881 йылда башлана, уны йәһүд халҡын тарихи тыуған иленә ҡайтарырға теләгән палестинофилдар етәкләй[30].

Сәйәси сионизмға — Израиль йәһүдтәре дәүләтен төҙөү, үҙ ерҙәренә ҡайтыу маҡсатын ҡуйған кешеләр хәрәкәтенә нигеҙ һалыусы — Теодор Герцль[31][32] була. 1896 йылда Герцль «Йәһүд дәүләте» тигән китап яҙа, унда буласаҡ йәһүд дәүләтен һүрәтләй. Бының киләһе йылында ул Беренсе бөтә донъя йәһүд конгресы менән етәкселек итә[33].

Икенсе алия 1904 йылда Кишинев ҡыйратылыуынан һуң башлана. Уның барышында Фәләстингә 40 мең йәһүд килә, 1914 йылда йәһүд ишувы Фәләстиндә 85 мең кешегә етә[30]. Беренсе һәм Икенсе алия иммигранттарының күпселеген ортодоксаль йәһүдтәр тәшкил итә[34], әммә улар менән бергә социалистар килә һәм кибуц хәрәкәтен нигеҙләй[35].

Фәләстиндә британ мандаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәләстин тарихи картаһы, 1900 йыл

Беренсе бөтә донъя һуғышы башланыу менән Синай-Фәләстин кампанияһы сиктәрендә британлылар ғосмандар менән һуғышҡан саҡта, 1917 йылдың ноябрендә, Бөйөк Британияның сит ил эштәре секретары Артур Бальфур артабан Бальфур Декларацияһы тип аталасаҡ документты сығара. Был документта «Британия «йәһүд халҡының Фәләстиндә милли тергеҙеленеүенә ҡаршы түгел» тип белдерә[36].

1919-1923 йылдарҙа (Өсөнсө алия) Фәләстингә башлыса Көнбайыш Европанан 40 мең йәһүд килә. Был күскенселәр тулҡыны ауыл хужалығы алып бара белә һәм шуға күрә иҡтисадты үҫтеререргә мөмкинлек бирә. Изреэль һәм Хефер үҙәндәре һаҙлыҡтары ҡоротола һәм был ерҙәр ауыл хужалығы алып барыу өсөн яраҡлы ергә әйләнә. Был осорҙа Гистадрут профсоюздар федерацияһы ойошторола. Йәһүдтәрҙең иммиграцияһына ҡаршы ғәрәптәр протест күрһәтә һәм был йәһүдтәрҙе ҡыйратыуға килтерә. Йәһүдтәр үҙҙәренең һаҡланыу саралары итеп йәһүд («Хагана») хәрби ойошмаһын барлыҡҡа килтерә[37].

1922 йылда Милләттәр лигаһы Бөйөк Британияға Фәләстиндә идара итеү мандатын бирә. Был мандат «илдә йәһүд милли йортон хәүефһеҙ ойоштороу өсөн сәйәси, административ һәм иҡтисади шарттар булдырыу» маҡсатында бирелгән тип аңлатыла[38]. Мандат ғәмәлгә инеү менән Яффала ғәрәп болалары башлана, шунлыҡтан Бөйөк Британия йәһүд иммиграцияһын сикләргә мәжбүр була. Йәһүдтәр дәүләте буласаҡ территорияның бер өлөшө Трансиордания ойоштороу өсөн бирелә[39].Был ваҡытта илдә башлыса ғәрәп-мосолмандар йәшәй, әммә иң ҙур ҡала, Йәрүсәлим, йәһүдтәрҙеке була[40]. 1924-1928 йылдарҙа Дүртенсе алия башлана, Фәләстингә 85 мең йәһүд килә, һуңынан шуларҙың яҡынса 20 мең кешеһе илде ташлап китә[30].

1930-сы йылдарҙа Германияла күтәрелгән нацистар идеологияһы Бишенсе алияны килтереп сығара, ул алия сиктәрендә Фәләстингә 250 мең немец йәһүдтәре килә. Был осор 1936-1939 йылдарҙа ғәрәп ихтилалы һәм 1939 йылда Бөйөк Британия баҫтырып сығарған «Аҡ китап » менән тамамлана. Был йәһүдтәрҙең Фәләстингә иммиграцияһын юҡҡа сығара. Һәләкәттән ҡасҡан йәһүдтәрҙе башҡа илдәрҙә ҡабул итеүҙән баш тарталар, шунлыҡтан уларҙың Фәләстингә килеүен тыйыу уларҙы үлемгә дусар итеүгә тиң һанала[30]. Иммиграцияны тыйыуҙы урап үтер өсөн «Моссад ле-Алия Бет» йәшерен ойшмаһы барлыҡҡа килә, был ойошма йәһүдтәрҙе һәләкәттән ҡотолдорорға ярҙам итә һәм уларға рөхсәтһеҙ Фәләстингә килергә мөмкинлек тыуҙыра[41]. Икенсе донъя һуғышыаҙағында Фәләстиндә йәһүд халҡы 33 % тәшкил итә (11 %- 1922 йылда)[42].

Дәүләт булдырылыуы һәм тәүге йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Давид Бен-Гурион Теодор Герцль портреты аҫтында Израиль бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә. 14 май, 1948 йыл.

1945 йылдан һуң мандатлы власть менән йәһүдтәр ишувы араһында көсөргәнеш арта бара [43]. Бер үк ваҡытта ғәрәптәр һәм йәһүдтәр өсөн ҡәнәғәтләндерерлек сара таба алмағанлыҡтан, 1947 йылда Британия хөкүмәт мандатынан баш тарта[44]. Быға тиклем барлыҡҡа килгән Берләшкән милләттәр Ойошмаһы 1947 йылдың 29 ноябрендә Фәләстинде бүлеу тураһында план ҡабул итә. Был план буйынса Британияның Фәләстин менән идаралыҡ итеү мандаты ғәмәлдән сығарыу һәм Фәләстин территорияһында ике дәүләт: йәһүд һәм ғәрәп дәүләттәрен-төҙөү ҡарала.Иерусалим менән Вифлеем, БМО ҡарарына ярашлы, был ҡалаларҙың статусы өсөн конфликт килеп сыҡмаһын өсөн, халыҡ-ара контроле аша күҙәтеү аҫтында булырға тейеш була[45].

Йәһүд агентлығы БМО планын ҡабул итергә ҡарар сығара[46]. Киреһенсә, Ғәрәп дәүләттәре лигаһы һәм Юғары ғәрәп советы Фәләстинде бүлеү тураһындағы БМО-ның ҡарарынан ҡәтғи рәүештә баш тарта[47] һәм был пландың 67 % йәһүд булмаған күпселек халыҡ хоҡуғын боҙоу тип иҫәпләй. Бөтә ғәрәп лидерҙары был пландың тормошҡа ашырылыуына ҡаршы ҙур тырышлыҡ күрһәтергә вәғәҙә бирә, Ғәрәп илдәре лигаһы рәйесе Жәмәл әл Хөссәйени 1947 йылдың 24 ноябрендә былай тип янай: «Йәһүдтәр Фәләстиндең берәй генә өлөшөнә эйә булһа ла, ил ут һәм ҡан эсендә ҡаласаҡ»,[48].

1948 йылдың 14 майында, Британия мандаты тамамланыуға бер көн ҡалғанда, Давид Бен-Гурион БМО планына ярашлы Фәләстин территорияһында бойондороҡһоҙ йәһүд дәүләте төҙөүҙе иғлан итә. Бының икенсе көнөндә үк Ғәрәп дәүләттәре лигаһы Израилгә һуғыш иғлан итә һәм шунда уҡ биш ғәрәп дәүләте (Сүриә, Мысыр, Ливан, Ираҡ һәм Трансиордания) яңы барлыҡҡа килгән илгә һөжүм итә, шулай итеп Израиль бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш башлана[49].

Бер йыл буйына барған хәрби хәрәкәттәрҙән һуң, 1949 йылдың июлендә, Мысыр, Ливан, Сүриә һәм Трансиордания араларында һуғышты туҡтатыу тураһындағы килешеү ҡабул ителә. Был килешеүгә ярашлы, Көнбайыш Галилея һәм башта ғәрәптәргә тәғәйенләнгән диңгеҙ буйы тигеҙлегенән алып Йәрүсәлимгә тиклем территория коридоры йәһүд дәүләте контроленә бирелә, Йәрүсәлим ҡалаһы утты туҡтатыу һыҙығында торған Израиль һәм Трансиордания араһында бүленә. Был сик һыҙыҡ ваҡытлыса «Йәшел һыҙыҡ» тип атала[50].

1949 йылдың 11 майында Израиль дәүләт булараҡ БМО ағзаһы итеп таныла[51]. Ғәрәп дәүләте ойошторолмай; уның урынына Ғәззә секторын Мысыр баҫып ала, ә Йәһүдиә менән Самарияның күп өлөшө, шулай уҡ Көнсығыш Иерусалим Трансиордания тарафынан аннексиялана[48].

Фәләстиндә 1948 йылда һуғыш башланғансы 750 меңгә яҡын ғәрәптәр йәшәгән була[52]. Йөҙҙәрсә мең ғәрәптәр һуғыш барышында Фәләстиндәге[комм. 4] үҙ йорттарын БМО резолюцияһына ярашлы йәһүд дәүләте һәм ғәрәп дәүләте өсөн бүленгән ерҙәрен ташлап китә. Күпселек ғәрәп ҡасаҡтары Фәләстин территорияһының ҡалған өлөшөнә һәм башҡа сит илдәргә күсә. Израилдә барлығы 160 меңгә яҡын ғына ғәрәптәр ҡала[52].

Израиль һуғыштан һуң ғәрәп ҡасаҡтарына йәшәгән урындарына кире ҡайтырға рөхсәт итмәй, ә уларҙың был ерҙә тороп ҡалған мөлкәте Израиль дәүләте тарафынан конфискациялана. Был ваҡиға ғәрәп донъяһында «ан-Накба» (ғәр. ‎النكبة) — «Хисам» һәләкәте (Катастрофа) тип атала. Шул уҡ ваҡытта Йәмән, Мысыр, Ливия, Сүриә һәм Ираҡта йәһүдтәргә ҡаршы демонстрациялар бара һәм аяуһыҙ ҡырғын үткәрелә. Һөҙөмтәлә 800 меңдән ашыу йәһүд ғәрәп илдәренән йәһүд дәүләтенә ҡасырға мәжбүр була[53]. Был процесҡа Израиль яғы төбәктә халыҡтың күпләп алмашыуы тип ҡарай, сөнки ғәрәп-израиль биләмәһендә бынан ҡасып киткән 600 мең ғәрәп урынына 820 мең еврей ҡасаҡтары йәшәй башлай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ғәрәп-израиль конфликтының төп предметы һәр саҡ ғәрәп ҡасаҡтары яҙмышы ғына булып ҡала[54][55].

1948, 1958 йылдарҙа Израиль халҡы 0,8 млн-дан 2 миллион кешегә тиклем арта[56]. Иммигранттарҙың күбеһе ҡасаҡтар була һәм уларҙың мөлкәттәре күпселек осраҡта булмай. Улар ваҡытлыса палаткалағы лагерҙарҙа — «маабарот»тарҙа урынлаша. 1952 йылда ғына бындай палаткаларҙа 200 меңдән ашыу иммигрант йәшәй. Был кризисты хәл итеү маҡсатында Давид Бен-Гурион ГФР менән репарациялар тураһында килешеүгә ҡул ҡуя, әммә был Германия менән хеҙмәттәшлек итеү идеяһына бик күп йәһүд халҡы ҡаршы сыға[57].

Ғәрәп-Израиль конфликты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәрәп-Израиль конфликтының дауамы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Израиль дәүләте төҙөлгәндән һуң да тиҫтә йылдар дауамында ғәрәп илдәре уның төҙөлөүен хаҡлы тип һанамай, ә ғәрәп милләтселәре — уны юҡ итергә саҡыра[58].

1956 йылда Израиль Мысыр национализациялаған Суэц каналын үҙ контролендә тоторға тырышҡан Бөйөк Британия һәм Франция союзына ҡушыла. Суэц көрсөгө сағында Синай ярымутрауы баҫып алынғас, Израиль АҠШ һәм СССР баҫымы аҫтында сигенергә мәжбүр була: АҠШ һәм СССР Израиль караптарына Суэц каналы аша Ҡыҙыл диңгеҙгә сығыуҙы гарантиялай[59].

1967 йылда Мысыр, Иордания һәм Сүриә дәүләттәре үҙ ғәскәрҙәрен Израиль сиктәренә килтерә, БМО-ның тыныслыҡ урынлаштырыусыларын ҡыуа һәм Израиль караптарын Суэц каналына индермәй, Ҡыҙыл диңгеҙгә лә сығармай. Мысыр президенты Нәсер үҙенең радио буйынса сығышында ғәрәптәрҙе Израиль дәүләтен диңгеҙгә сығарып ырғытырға саҡыра[60]. Израиль етәкселеге быға ҡаршы превентив һөжүм хәрәкәте башлай, был тарихҡа Алты көнлөк һуғыш булып инеп ҡала[61]. Израиль Синай ярымутрауын, Ғәззә секторын, Иордан йылғаһының Көнбайышын, Көнсығыш Йәрүсәлим менән Голан бейеклеген бик тиҙ баҫып ала.

Израиль премьер-министры Голда Меир

1973 йылдың 6 октябрендә, Йом Киппурҙа (ҡиәмәт көнө) — йәһүд календарындағы изге көнөндә бөтә булған диндар йәһүдтәр синагогала булған саҡта, Сүриә һәм Мысыр Израилгә (Израиль хөкүмәте һуғышҡа бөтөнләй әҙер булмаған саҡта) көтмәгәндә һөжүм итә[62]. Ҙур юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, һөжүм кире ҡағыла, ә израиль ғәскәрҙәре дошман территорияһында хәрби хәрәкәттәр башлай. Артабан тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөлөүенә ҡарамаҫтан, Израиль премьер-министры Голда Меир отставкаға китә[63].

1978 йылда Мысыр президенты Әнүәр Сәҙәт Израилгә тарихи визит яһай. Был ваҡиға ғәрәп дәүләттәренең Израилде дәүләт булараҡ таныуының беренсе аҙымы була[47]. 1979 йылдың 26 мартында Әнүәр Сәҙәт һәм Менахем Бегин мысыр-израиль тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуя. Был килешеү буйынса Израиль Синай ярымутрауын Мысырға кире ҡайтара һәм Фәләстин автономияһын барлыҡҡа килтереү тураһындағы һөйләшеүҙәрҙе башларға вәғәҙә бирә[64].

1982 йылда Израиль Ливандағы граждандар һуғышына ҡыҫыла, сөнки бында Израилгә һөжүм итергә әҙерләнеүсе Фәләстинды азат итеү ойошмаһы (ООП) төпләнгән була. Был операция «Галилейгә тыныслыҡ» тип атала, һуңғараҡ, рәсми булмаған исеме — Беренсе Ливан һуғышы була[65]. ООП боевиктары һәм етәкселәре Ливандан китергә мәжбүр була, Израиль 1985 йылда үҙ ғәсҡәренең күп өлөшөн Ливандан сығара, бары тик буфер зонаһы ғына 2000 йылға тиклем Израиль контроле аҫтында ҡала[66].

1994 йылда израиль-иордан тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыла, был Израиль менән мөнәсәбәттәрен көйләгән икенсе ғәрәп иле була[67].

2006 йылдың 12 июлендә Сүриә менән Иранға таянған ливандың «Хезболла» шәһиттәре ойошмаһы, Израиль территорияһындағы тораҡ пункттарына бер нисә ракета ата һәм израиль ғәсҡәрҙәре позицияларына һөжүм итә[68], ике һалдатты әсирлеккә ала. Ошо хәрәкәт арҡаһында Икенсе Ливан һуғышыны башлана, Израиль был һуғышта «Хезболланы» көсһөҙләндерә алмай һәм БМО ҡыҫылғандан һуң хәрби операцияһын туҡтата[69].

Фәләстин ғәрәптәре менән мөнәсәбәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланғандан һуң, Фәләстин ғәрәптәре һәм йәһүдтәр араһында йәнә низағ көсәйә. 1947 ноябрендә БМО-ның Фәләстинде икегә бүлеү планы ҡабул ителгәндән һуң улар араһындағы һуғыш киң масштаблы хәрәкәткә әйләнә. Был хәл Израилдең бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеүе менән тамамлана. Шул уҡ ваҡытта фәләстин ҡасаҡтары проблемаһы килеп тыуа[52].

Һөжүмдән һуң, Тель-Мондо, 1956 йыл

Израилгә 1949 йылдан 1967 йылға тиклем Мысыр һәм Иордания оккупациялаған территорияларҙан фәләстин боевиктары («фидаиндар») һөжүм итеп тора, шул сәбәпле Израилдең 450-нән ашыу гражданы һәләк була[70][71].

Ғәрәп дәүләттәре 1976 йылда Алты көнлөк һуғыш ваҡытында еңелгәндән һуң, Израиль бөтә Фәләстин территорияһын үҙ контроленә ала, был артабанғы ғәрәп радикализмына һәм терроризмына килтерә — Фәләстинды азат итеү ойошмаһы (ООП) эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, ул «ҡораллы көрәш Тыуған илде азат итеүҙең берҙән-бер юлы» тип иғлан итә[72]. 1960 — 1970 йылдарҙа бөтә донъя буйынса фәләстиндәр израиллеләргә ҡаршы террор аса. Иң ҙур конфликттарҙың береһе 1972 йылда йәйге Олимпиадала Мюнхендә була, унда израиль атлеттары ҡулға алына һәм юҡ ителә[73]. 1970 йылда фәләстин хәрби ойошмалары Иордания монархияһын ҡолатырға тырыша, шунан һуң улар Иорданиянан сығарып ебәрелә һәм үҙ ойошмалары эшмәкәрлектәрен Ливанға күсерә. Фәләстиндәр Ливандағы граждандар һуғышына әүҙем ҡыҫыла һәм илдең көньяғында анклав ойоштора, был территориянан Израилгә террорлыҡ акттары яһай һәм күп кенә халыҡ-ара террорлыҡ акциялары үткәрә. Был Израиль армияһының Ливанға. баҫып инеүенә килтерә. 1982 йылда ООП Ливандан Тунисҡа ҡыуып сығарыла[74].

1987 йылда Израиль власы менән был территориялағы халыҡ араһындағы низағ Беренсе интифаданы (израиль идаралығына ҡаршы ихтилал) барлыҡҡа килтерә. Уның барышында, 1987 йылдың ноябренән 1993 йылдың авгусына тиклем теракттарҙан 157 израиль гражданы һәләк була, шулай уҡ 4195 граждан яралана. ЦАХАЛ мәғлүмәт хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса 66 израиль хәрби хеҙмәткәре һәләк була, 4918 хәрби хеҙмәткәр яралана. Ошо алты йыл эсендә 808 Израиль хәүефһеҙлек хеҙмәткәре үлтерелә, 16 824 хеҙмәткәр яралана. Тағын да 985 фәләстин кешеһе ватандаштары тарафынан үлтерелә[75]. 1991 йылда Фарсы ҡултығындағы һуғыш ваҡытында бик күп фәләстин ғәрәптәре Саддам Хөсәйен яҡлы була һәм Ираҡтың Израиль биләмәләрен ракета утына тотоуын сәләмләй[76][77].

И. Рабин, Я. Арафат, Б. Клинтон «Осло килешеүенә» ҡул ҡуйыу тантанаһында, 1993 йыл

1991 йылдың октябрендә, Ираҡ еңелгәндән һуң, Мадридта үткән Яҡын Көнсығыш буйынса халыҡ-ара конференцияла Иордан йылғаһының көнбайышында һәм Ғәззә секторында йәшәүсе фәләстин вәкилдәре тәүге тапҡыр ҡатнаша, 1992 йылда Израилдә Ицхак Рабин премьер-министр булғандан һуң, Израиль ғәрәп күршеләренә ҡарата компромисс сәйәсәте күрһәтә башлай[47][78]. 1993 йылда Вашингтонда Рабин һәм ООП лидеры Ясир Арафат менән Билл Клинтон тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуя, был килешеү буйынса Фәләстин милли хакимиәте (ФМХ) барлыҡҡа килә, ул Иордан йылғаһының Көнбайыш ярындағы бер өлөшөн һәм Ғәззә секторын үҙ контролендә тота[79]. Быға яуап итеп ООП Израилде таный һәм террорсылар эшмәкәрлеген туҡтатырға бурыслы була[80].

Тыныс килешеү 1994 йылда башланып киткән террорлыҡ акттары арҡаһында боҙола. Ицхак Рабин 1995 йылда һәләк була[81]. Осло процесына ҡарата ышанысын юғалтыуға ҡарамаҫтан, 1990-сы йылдар аҙағында Израиль премьер-министры Беньямин Нетанияһу Хеврондан ғәскәрен сығара[47] һәм «Меморандум Вай-Ривер»ға ҡул ҡуя, был меморандум буйынса фәләстиндәргә үҙидара хоҡуғы киңәйтелеп бирелә[82].

2000 йылдың июлендә АҠШ президенты Билл Клинтон ҡатнашлығында Кэмп-Дэвидта Израиль премьер-министры Эхуд Барак менән ФМХ етәксеһе Ясир Арафат араһында һөйләшеүҙәр үтә. Унда Б. Клинтон Иордан йылғаһының көнбайыш ярындағы территорияның 97 % һәм Ғәззә секторында Фәләстин дәүләтен төҙөү планын тәҡдим итә, әммә уны Арафат кире ҡаға[83]. Уңышһыҙ һөйләшеүҙәрҙән һуң фәләстин ғәрәптәре Әл-Аҡс Интифадаһын башлай, уның өсөн формаль сәбәп булып оппозиция лидеры Ариэль Шарондың Храм тауына барыуы тора[84].

2001 йылда Ариэль Шарон Израиль премьер-министры була. 2005 йылдың август — сентябрь айҙарында ул Ғәззә секторынан бер яҡлы сығыу планын тормошҡа ашыра, был план һөҙөмтәһендә йәһүдтәрҙең тиҫтәләгән ултыраҡтары юҡҡа сығарыла һәм уларҙан 7000 кеше сығарыла. Ариэль Шарон шулай уҡ Израиль территорияһы менән Иордан йылғаһының көнбайыш ярында «хәүефһеҙлек ҡоймаһын» төҙөй башлай[85].

Израиль ғәскәрҙәренең 2002 йылдың яҙында «Һаҡлағыс диуар» операцияһын үткәреүе билдәле кимәлдә террорлыҡ инфраструктураһын юҡҡа сығара, Әл-Аҡсы Интифадының масштабын түбәнәйтә, уның лидерҙары ла алмашына. 2004 йылда Израиль хәрби һауа көстәре исламлыларҙың фундаменталь хәрәкәте «Хамас»тың лидеры Ясин Әхмәт һәм Әбдел Рантисиҙы юҡ итәләр, ә шул уҡ йылдың ноябрендә Ясир Арафат[84] та вафат була. Шул уҡ ваҡытта Сдерот ҡалаһын һәм бойондороҡһоҙлоҡ алған Ғәззә секторын һәм уның тирәһендәге кибуцтарҙы ракета һәм миномет уты аҫтында тотоу даими күренешкә әйләнеп китә[86].

«Бецелем» хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, 2000 йылдың сентябренән алып 2008 йылдың декабренә тиклем Әл-Аҡсы Интифадаһы барышында («Ҡойолған ҡурғаш» операцияһы ваҡытында) Израиль көстәре һәм граждандары тарафынан 4900-ҙән ашыу фәләстан кешеһе үлтерелә, тағы ла үҙ-ара көрәштә 700 самаһы фәләстин кешеһе үлтерелә[87]. Израиль мәғлүмәттәре буйынса, ошо уҡ осор эсендә фәләстин интифадаһын 1300-ҙән ашыу израиль һәм сит ил граждандары һәләк булған[88].

2006 йылда демократик һайлауҙар барышында «Хамас» хәрәкәтенең Фәләстин закондар сығарыу советы еңеү яулай[89], был хәрәкәтте күпселек илдәр террористик хәрәкәт тип таный, сөнки Хамас» етәкселеге, власҡа килгәс, быға тиклем ПНА тарафынан Израиль менән килешеүҙе танымай һәм боевиктарҙы ҡоралһыҙландырыуҙан баш тарта. Быға яуап итеп, ЕС һәм АҠШ хөкүмәттәре ХАМАС-ҡа иҡтисади бойкот башлай[90]. Ҡораллы түңкәрелеш һөҙөмтәһендә 2007 йылдың июнендә «Хамас» Ғәззә секторында власты баҫып ала, унда ислам дәүләте төҙөү ниәте хаҡында белдерә. 14 июндә ПНА рәйесе һәм ФАТХ лидеры Мәхмүд Аббас хөкүмәтте таратыу тураһында иғлан итә, автономия территорияһында ғәҙәттән тыш хәл режимын индерә һәм бөтә власты үҙ ҡулына ала. Власть өсөн һуғыш тоҡаныу һөҙөмтәһендә «Хамас» бары тик Ғәззә территорияһында ғына үҙе позицияларын һаҡлап ҡала, шул уҡ ваҡытта Иордан йылғаһының көнбайыш ярында Мәхмүд Аббас яҡлылар власы һаҡлана[91].Ошо мәлдән алып «Хамас» етәкселеге һәм ПНА тарафынан бер нисә тапҡыр, шул иҫәптән 2012 һәм 2017 йылда конфликт бөтөрөлөү һәм милли берҙәмлек хөкүмәтен формалаштырыу тураһында иғлан ителә[92], әммә ҡаршылыҡтар бөтөрөлмәй ҡала[93].

Израиль 2007 йылдың октябрь айында Ғәззә секторын «дошмансылыҡ дәүләт ойошмаһы» тип атай һәм уны өлөшләтә иҡтисади блокадаға тота[94]. Ошо ваҡыттан алып Ғәззә территорияһының һауа киңлектәрен һәм яр буйы райондарын, шулай уҡ ундағы халыҡтың башҡа илдәр менән сауҙа итеүен, секторҙан ситкә сығып йөрөүен үҙ контроле аҫтында тота[95], бары тик «Филадельфия коридоры» ғына (Ғәззә секторының Мысыр контроле аҫтында торған сиктәренән башҡа) улар контроле аҫтынан ҡотҡарыла[96]. Ер өҫтөндәге кәртәләрҙән тыш ер аҫты кәртәләре лә тотола. Был фәләстин боевиктары Израиль территорияһына тоннелдәр яһап инмәһен өсөн эшләнелә[97]. Ғәззә секторын блокадалау сиктәрендә 2010 йылда Израиль Хәрби диңгеҙ көстәре ғәрәптәргә тип ебәрелгән гуманитар йөктәр тултырылған «Ирек флотилияһын» «территориаль һыуҙарға» ингән ерҙә туҡтата, был халыҡ-ара киҫкен реакция тыуҙыра[98].

Ғәззә секторындағы эске сәйәси хәл бик ныҡ тотороҡһоҙ — «Хамас» контроле аҫтында ул Израилгә ҡаршы ҡораллы һөжүм плацдармы булып ҡала. 2008 йыл аҙағында — 2009 йыл башында Израиль бында киң масштаблы «Ҡойолған ҡурғаш» сектор операцияһын үткәрә, әммә ул «Хамас» режимын бөтөрә алмай. Тағы ла Ғәззә секторында ике хәрби операция — «Болот таянысы» һәм «Ҡыйралмаҫ ҡая» (2012 һәм 2014 йылдарҙа) үткәрелә — улар ҙа шулай уҡ «Хамасты» бөтөрә алмай[99].

Дәүләт тарихында башҡа мөһим ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1960-сы йылдар башында иң юғары вазифа биләгән, Аргентинала йәшеренеп йәшәгән нацист енәйәтсеһе Адольф Эйхманды Израильдең махсус хеҙмәттәре тота. Адольф Эйхман Икенсе бөтә донъя һуғышында «Йәһүдтәр мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү» проектының төп «архитекторы» һәм тормошҡа ашырыусыһы була. Уның судтағы эше европа йәһүдтәре һәләкәте масштабын аңлауҙа мөһим этап булып тора һәм халыҡ-ара киң резонанс барлыҡҡа килтерә[100]. Эйхманға үлем язаһын сығарыу һәм уны Израилдә тормошҡа ашырыу ундай төр енәйәтткә сығарылған икенсе һәм һуңғы яза була (унан алда Израиль ялан суды тарафынан үлем язаһына тарттырылған хәрби хеҙмәткәр һуңынан аҡлана))[101].

1977 йылда Израилдең эске сәйәси тарихында кнессетҡа һайлауҙар тора. Уның һөҙөмтәләре буйынса Менахем Бегин етәкләгән «Ликуд» партияһы, күпселек тауыш йыйып, илдә тәүге тапҡыр «Авод» партияһын үҙ эсенә алған «Маар» блогын еңә. Шулай итеп Израиль дәүләте барлыҡҡа килгәндән алып был көнгә тиклем ил менән идара итеүсе партия еңелә. Был бер-береһе менән ярышыусы һул һәм уң блоктар араһында дәғәүәселекте арттыра, сөнки улар тышҡы сәйәсәт, дәүләттең һәм баҙарҙың иҡтисадҡа мөнәсәбәтенә һәм дин менән дәүләт араһындағы мөнәсәбәттәргә төрлөсә ҡарай[102].

1990-сы йылдарҙағы күпләп репатриациялау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР-ҙа Михаил Горбачев власҡа килгәс һәм АҠШ хөкүмәте баҫымы аҫтында СССР-ҙан эмиграцияға сығыу еңелләшә. 1989 йылда СССР-ҙан Израилгә күпләп репатриациялау башлана. Шул иҫәптән репатрианттар һанының артыуына АҠШ-тың СССР-ҙан йәһүд ҡасаҡтарын ҡабул итеүен сикләтеүе арҡаһында килеп сыға, был антисемитизмға булышлыҡ итә[103].

1989-1990 йылдарҙа СССР-ҙан Израилгә 200 меңдән ашыу репатриант күсеп килә (35,6 мең кеше өсөн генә килә, 1990 йылдың декабрендә генә 35,6 мең кеше килә). 1991 йылдың башында репатриация темпы Фарсы ҡултығындағы һуғыш арҡаһында кәмей. Шуға ҡарамаҫтан СССР йәһүдтәре СССР тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килгән яңы суверенлы дәүләттәрҙән 1992 йылдан 2000 йылға тиклем йыл һайын уртаса 46 меңдән алып 67 мең йәһүд һәм уларҙың ғаилә ағзалары Израилгә күсеп килә. Бөтәһе «Ҙур алия» осоронда Израилгә СССР-ҙан 1 млн-ға яҡын кеше күсеп сыға. Был репатриация менән бергә 1991 йылдың майында Израилдә «Соломон» операцияһы үткәрелә, уның барышында 15 мең эфиоп йәһүдтәре лә Израилгә күсеп килә. 2000 йылдар башында илдә элекке СССР-ҙан репатриация күләме кәмей бара. Мәҫәлән, 2003 йылда килем 12,5 мең кеше, улар Балтия һәм БДБ илдәренән Израилгә даими йәшәргә килеүселәр була[30]. Репатрианттар 23 мең, 2005 йылда Израиль ҡабул иткән 23 мең репатрианттың 50 % элекке СССР-ҙан була[104]. Репатриацияның яңы үҫеш темпы, атап әйткәндә, Рәсәй һәм Украинанан, киләһе ун йыллыҡта ғына әҙерәк арта[105].

Израилдә ҡайһы бер репатрианттар эшкә урынлаша алмай һәм улар Израилде ташлап сыға. Израилдең «Гаарец» гәзите мәғлүмәттәре буйынса 2007 йылда 100 меңдән ашыу репатриант БДБ илдәренә даими йәшәү урынына күсә, мәҫәлән, бары тик Мәскәүҙә генә 70 меңгә яҡын израиллеләр йәшәй[106][107].

Дәүләт ҡоролошо һәм эске сәйәсәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡарма власы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Израиль президенты штандарты

Израиль — парламент республикаһы, дөйөм тауыш хоҡуҡлы демократик дәүләт[108]. Формаль дәүләт башлығы - президент[109], әммә уның министрҙар кабинеты башлығын раҫлау һәм тотҡондарҙы төрмәлә тотоу срокгын ҡыҫҡартыу йәки ярлыҡау тураһында тәҡдимдәр күрһәтеүҙән тыш башҡа вазифалары башлыса тантанаға ҡағыла[110]. 2007 йылда ҡабул ителгән закон буйынса президент кнессет тарафынан 7 йылға бер тапҡыр ғына һайланып ҡуйыла[111]. 2000 йылдан бирле уның вәкәләрттәр срогы барлығы ете йыл менән сикләнә; ә 1963-1998 йылдарҙа ул ике тапҡыр президент итеп биш йыл һайын һайланыу хоҡуғына эйә булған.

Премьер-министр хөкүмәт башлығы булып тора[109], ғәмәлдә тороуының максималь срогы — 4 йыл, сираттағы кнессет һайлауҙарына тиклем дауам итә.«Хөкүмәт тураһында»төп законға ярашлы, Израиль Президенты Кнессетҡа һайлауҙар үткәндән һуң 7 көн үткәс, вәкәләтле сәйәси партияларҙың лидерҙары менән кәңәшләшеп, Кнессет ағзалары кабинетының бер ағзаһына, ғәҙәттә парламентта иң күп тауыш йыйған фракцияның етәксеһенә хөкүмәт формалаштырыу хоҡуғын тапшыра. Кандидат хөкүмәт коалицияһын йыя, үҙе йыйған кабинет составы вариантын иғлан итә һәм үҙе, әгәр ҙә кнессет депутаттарының күп тауышын йыя һәм ышаныс вотумына эйә була алһа, хөкүмәт башлығы тип һанала. Әгәр ҙә тауыш йыя алмаһа, Президент икенсе кандидатҡа һайлауҙарҙан һуң 42 көн эсендә хөкүмәт формалаштырырға мандат бирә. Әгәр был юлы ла хөкүмәт барлыҡҡа килмәһә, ҡабаттан һайлауҙар иғлан ителә[112].

1996 - 2001 йылға тиклем премьер-министр граждандар тарафынан туранан-тура һайлана, хөкүмәт башлығын һайлау парламентҡа һайлауҙар менән параллель рәүештә үтә. Ошо ваҡыт эсендә Израиль граждандары өс тапҡыр туранан-тура премьер-министр һайлай, әммә 2002 йылда Ариэль Шарон, Израиль сәйәсәтенең секторҙарға бүленеүенең көсәйеүен бөтөрөү маҡсатында был законды бөтөрөү тураһында закон үткәрә[113].

Закон сығарыу власы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кнессет бинаһы

Кнессет — бер палаталы Израиль парламенты, 120 депутаттан тора[108]. Процентлыҡ барьерын еңгән сәйәси партиялар (кнессетҡа 19-сы саҡырылыш һайлауҙарынан һуң 3,25 процент тәшкил итә) партиялар исемлеге буйынса дөйөм милли һайлауҙар һөҙөмтәһе күрһәткестәре буйынса пропорциональ рәүештә кнесетта урын бүлешә. Һәр дүрт йыл һайын парламент һайлауҙары үткәрелә. Шулай уҡ айырым осраҡтарҙа кнессет үҙ вәкәләттәрен оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул итә ала[114].

Кнессет бурыстарына закондар ҡабул итеү, (шул иҫәптән Төп закон), хөкүмәт эшмәкәрлеген күҙәтеү, министрҙар һәм башҡа вазифалы кешеләрҙе һайлауҙы раҫлау, шул иҫәптән президент һәм Дәүләт контролерын һайлауҙы раҫлау ҙа инә. Кнессет һәр депутатты тейелгеһеҙлек хоҡуғынан мәхрүм итә ала, президентты вазифаһынан ситләтә, Дәүләт контролеры һәм премьер-министрын эштән ситләтә, шулай уҡ хөкүмәткә ышанмау вотумын белдерә ала, бының өсөн 61 депутаттың тауышын алыу етә.

Суд власы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Израилдә өс кимәлдәге суд системаһы. Судтың түбәнге кимәлендә илдең күпселек ҡалаларында урынлашҡан мировой суд тора. Уларҙан юғарыраҡ округ суды тора, улар Израилдең алты округында урынлашҡан. Улар апелляция эштәрен ҡарай һәм беренсе инстанция суды булараҡ эшләй. Өсөнсө, иң юғары кимәлдә — Юғары суд, ул Йәрүсәлимдә урынлашҡан. Ул шулай уҡ ике роль үтәй, беренсенән, апелляциялар ҡарай, икенсенән, беренсе инстанция суды — Юғары Ғәҙеллек суды булып тора. Һуңғы ролде ул граждандарҙың һәм граждан булмағандарҙың дәүләт власы ҡарарҙарына ҡаршы мөрәжәғәттәрен ҡарай[115][116]. Израиль үҙ ҡануниәт системаһына инглиз дөйөм ҡануниәте, граждандар закондары һәм йәһүд хоҡуҡтарын алған[108]. Уның нигеҙләнгән системаһы stare decisis (прецедент) тип аталған һәм адверсариаль системаһы, был система буйынса суд алдына ике яҡ та дәлилдәр килтерергә тейеш. Суд асыҡлау эштәрен присяжныйҙар түгел, ә профессиональ судьялар алып бара[115]. Никах һәм айырылышыу эштәре дини суды юрисдикцияһы аҫтында: уларҙы йәһүд, мосолман, христиан һәм друз дини судтары ҡарай. Кнессеттың махсус комитеты, Юғары суд коллегияһы ағзалары һәм израиль адвокаттар коллегияһы яңы судьялар һайлау хоҡуғына эйә[117].

Израиль Халыҡ-ара енәйәт суды составында тормай, сөнки ул халыҡ-ара сәйәси баҫымдан ҡурҡа[118].

Сәйәси партиялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Израилдә сәйәси партиялар «һул» һәм «уң» партияларға бүленгән һәм уларҙың төп позицияларын, Европаның башҡа илдәренән айырмалы рәүештә социаль-иҡтисад мәсьәлә түгел, ә тышҡы сәйәси мәсьәләләргә ҡараштары билдәләй. Шулай ҙа дини һәм субэтник общиналарҙың хоҡуҡтары һәм улар менән дәүләт араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә ҙур роль уйнай. Шунлыҡтан был ике партиянан тыш, дини һәм ғәрәп фирҡәләре лә бар[119].

Хоҡуҡи система[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1922 йылға тиклем төбәктә Маджалл — ғосман кодификациялы хоҡуҡи система була (1869-1876). Бөйөк Британия мандаты хоҡуҡи системаһы 1922-1948 йылдарҙа ғәмәлдә була[120]. 1980 йылда ҡабул ителгән Хоҡуҡ нигеҙҙәре законы Израиль хоҡуҡ системаһы бойондороҡһоҙлоғон британия хоҡуҡи системаһынан тулыһынса азат итә[121].

1948 йылда Израиль бойондороҡһоҙлоғо декларацияһы ҡабул ителә һәм шул йылдың 1 октябренән ул Израиль конституцияһы булараҡ та билдәле. Әммә юғары юридик документы булараҡ конституция Израилдә сығарылмай[122]. Ҡайһы бер израиль ғалимдары, Израиль дәүләтенең бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһын конституция сифатында ҡарарға мөмкин, тип иҫәпләй[121]. Әммә Израилдең Юғары суды Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы конституция түгел тигән ҡарар ҡабул иткән[122]. Конституция ролен 1958 йылдан берәрләп ҡабул ителә башлаған һәм илдең төрлө хоҡуҡи сфераларына бағышланған Израилдең төп закондары уйнай[123].

Израиль хоҡуҡи системһының мөһим үҙенсәлеге — уның хоҡуғына йәһүд дини элементтарын индереү тора. Дини ҡануниәттең төп өлкәһе — шәхси статусы[121]. Дини суд юрисдикцияһы аҫтында (йәһүд, мосолман, христиан һәм друз диндәре) гражданлыҡ хәле акттары тураһындағы (никах, айырылышыу, ерләү) закондар тора[124].

Израиль дәүләте өсөн был дәүләттең әле формалашмауына тиклем барлыҡҡа килгән закондары статус-квола үҙ кәүҙәләнешен тапҡан [125]:

  • дин судының юрисдикцияһы һәр бер община ағзаларының шәхси статусына (никах һәм айырылышыу) тарала;
  • Шаббат йәһүдтәр өсөн рәсми ял көнө булып тора;
  • кашрут талаптарын барлыҡ хөкүмәт ашханаларында, шул иҫәптән хәрби, полиция һәм дауаханаларындағы ашханаларҙа, үтәү;
  • дини мәктәптәрҙең автономиялы селтәре.

Галаха принциптары өлөшләтә иммиграция закондарына йоғонто яһай (ҡарағыҙ: Кире ҡайтыу тураһындағы закон)[125].

Кеше хоҡуҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Израиль бойондороҡһоҙлоғо декларацияһы яңы барлыҡҡа килгән дәүләттең «иреклелек, ғәҙеллек һәм тыныслыҡ нигеҙҙәрендә ҡоролған булыуын иғлан итә… Дәүләт үҙенең бар граждандарына ла уларҙың ниндәй диндән, расанан һәм енестән булыуына ҡарамаҫтан тулы ижтимағи һәм сәйәси бер тиңлелекте бирә. Ул БМО Хартияһына[138] ярашлы рәүештә, граждандарға намыҫ һәм дин тотоу иреклеген, тыуған теле менән файҙаланыу хоҡуғын, белемгә һәм мәҙәниәткә хоҡуғын тулыһынса тәьмин итә»[138]. Шуға ҡарамаҫтан, Израилдә кеше хоҡуҡтары тураһындағы закон булмаған. Бары тик 1992 йылда ғына Израилдең ике төп законы — кеше ирке, уның мәшғүллек һайлау һәм кеше дәрәжәлелеге тураһындағы закон — ҡабул ителә, был закон нигеҙендә тулы ҡиммәтле хоҡуҡ тураһындағы билль төҙөлә[139]. Израилдең «Конституция революцияһы» халыҡ-ара академик түңәрәктәр араһында кеше хоҡуҡтары өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныш булып һанала; әммә Израиль хөкүмәтенең ил башында уң-дини коалиция торған саҡта ҡабул ителгән ҡайһы бер закондары ныҡ тәнҡит утына тотола һәм Израилдең «Яҡын Көнсығыштағы берҙән-бер демократия» статусына эйә булып тороуы шик аҫтында тотола[140].

Вашингтонда төпләнгән, хөкүмәт ойошмаһы тип танылмаған Freedom House ойошмаһы үҙенең 2018 йыл өсөн отчетында Израилгә дөйөм 7 баһаның бары тик 2 баһаһын ғына ҡуя (баһа шкалаһы буйынса 1 — «иң ирекле ил» 7-гә тиклем — «иң әҙ ирекле ил»). Израиль сәйәси иреклек компоненты буйынса 1 баһа ала, граждандарҙың иреклелеге компоненты буйынса 3 баһаһын ала , был баһа 2017 йылда Израилгә бойкот кампанияһын яҡлаған ойошмаларҙың илдәге эшмәкәрлеген сикләтеү менән бәйле закондар сығарылыу арҡаһында ҡуйыла[141]. Ошо уҡ ваҡытта Израиль контроле аҫтында күп өлөшө торған Иордан йылғаһының көнбайышында, Freedom House рейтингында Израилгә 6 баһа бирелә, ә сәйәси иреклек рейтингында 7 баһа (иң түбәнге, насар) баһа бирелә; кеше хоҡуҡтары һәм уның иреклелегенең ошондай күрһәткестә булыуының ғәйеплеләре итеп, беренсенән, Израиль яғының, икенсенән, Фәләстин милли администрацияһы властарының сәйәсәтен һанай[142]. «Репортёры без границ» ойошмаһы йыл һайын үткәргән пресса иреклелеге тураһындағы рейтингта Израиль 2018 йылда баһаланған 180 ил араһында 87-се урынды биләй. Израиль прессаһы (Яҡын Көнсығышта бик һирәк осраған хәл) ирекле тип йөрөтөлһә лә, уның рейтингын хәрби цензура, шулай уҡ фәләстин һәм сит ил журналистарының, бигерәк тә Ғәззә секторындағы хәлдәр тураһында яҙыусыларының, хоҡуҡтары боҙолоуы ныҡ түбәнәйтә[143].

Йәһүдиә, Самария һәм Ғәззәләге сәйәсәттең тәнҡитләнеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Израиль дәүләтенең контролдә тотҡан территорияларындағы сәйәсәте йәмәғәтселек араһында киң резонанс һәм байтаҡ сәйәсәт эшмәкәрҙәренең, БМО, коммерцияһыҙ көнбайыш фондтарының [144], [145] шулар араһында Amnesty International һәм Human Rights Watch[147] хоҡуҡ һаҡлау ойошмаларының тәнҡитен тыуҙыра. Ил эсендә хөкүмәт хәрәкәте «Бецелем»[148] хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан тәнҡитләнә. Был ойошмаларҙың отчеттарында Израиль төрмәләрендә кешеләрҙе ғазаплау [149], фәләстинлеләрҙе граждандар хоҡуғынан мәхрүм итеү[150], фәләстинлеләрҙең йорттарын емереү[151], йәһүдтәрҙең ғәрәптәргә ҡарата агрессивлыҡ күрһәтеүе һәм израиль армияһының бындай хәлдәргә күҙ йомоп ҡарауы тураһында яҙыла[152].

Израилдең рәсми вәкилдәре раҫлауынса, БМО һәм хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары кеше хоҡуғы мәсьәләләрендә Израилгә икенсел стандарттар аша ҡарай. Улар, Израиль — Яҡын Көнсығышта берҙән-бер демократик ил тип һаналһа ла, кеше хоҡуғын боҙоу тураһындағы тәнҡит был төбәктә бары тик Израилгә ҡағыла, тип әйтәләр[153]. Ә политолог Митчелл Бард израиль закондары ғәйепһеҙ кешене ҡулға алыуҙы тыя һәм ғәйепләнеүселәрҙең хоҡуҡтарын һаҡлай, ә суд власы хөкүмәттән бойондороҡһоҙ; Израилдә сәйәси тотҡондар юҡ, тип иҫәпләй[154].

Тышҡы сәйәсәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп мәҡәлә: Израилдең тышҡы сәйәсәте Израиль 158 ил менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырған (һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 2011 йылдың июлендә Көньяҡ Судан менән мөнәсәбәттәр урынлаштырылған) һәм уның 100-ҙән ашыу дипломатик миссиялары бар[155]. Ғәрәп дәүләттәре лигаһынан бары тик ике ил генә: 1979 йылдан алып Мысыр һәм 1994 йылдан алып Иордания менән - рәткә һалынған үҙ-ара мөнәсәбәттәр урынлаштырған. Хатта Мысыр режимы алмашыуы һәм власҡа «Братья-мусульмане» ойошмаһының килеүе лә ике ил араһындағы дипломатик мөнәсәбәттәрҙе түбәнәйтә, әммә уларҙы өҙмәй ҡалдыра[156]. Мавритания тулы ҡанлы дипломатик мөнәсәбәттәрҙе 1999 йылда барлыҡҡа килтерә, ләкин 2009 йылдың ғинуарында Израиль Ғәззә секторында үткәргән хәрби операция арҡаһында Израиль дәүләте менән сәйәси һәм иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе туҡтата[157]. Ғәрәп хдәүләттәренең икәүһе: Марокко һәм Тунис, Израиль менән 2000 йылдан алып дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырған, ләкин Аль-Аҡсы интифадаһы арҡаһында дипломатик мөнәсәбәттәрен ваҡытлыса туҡтатып тора, шул уҡ ваҡытта Израилдең Омандағы сауҙа вәкиллеге ябыла[158]. Израиль закондары буйынса, Ираҡ, Иран, Ливан, Сүриә, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Йәмән дошман дәүләттәр булып һанала һәм израиль граждандарына илдең сит ил эштәре министрлығының рөхсәтенән тыш был илдәргә барыу тыйылған[159]. 1995 йылдан алып Израиль Урта диңгеҙ бассейнындағы ете ил һәм НАТО илдәре араһындағы үҙ-ара килешеп эшләгән Урта диңгеҙ диалогы ағзаһы булып тора[160].

Ирандың Пехлеви династияһы идара иткән осорҙа Израиль менән дипломаик мөнәсәбәттәре була[161], ләкин Ислам революцияһынан һуң ул Израиль менән барлыҡ мөнәсәбәттәрен дә өҙә[162]. Төркиә һәм Израиль араһында 1991 йылға тиклем тулы дипломатик мөнәсәбәттәр булмай, 1949 йылдан алып, Төркиә Израилде танығандан һуң, улар араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе урынлаштырыу өсөн тырышалар[163].Әммә 2009 йылдағы Израилдең «Ҡойолған ҡурғаш» операцияһы һәм Израиль 2010 йылда «Азатлыҡ флотилияһын» баҫып алғандан һуң, 2010 йылда Төркиә менән Израилдең мөнәсәбәттәре насарая[164].

Израилдең иң яҡын союздаштары — АҠШ, Бөйөк Британия, Германия һәм Һиндостан. АҠШ Израилде ул барлыҡҡа килгәндең икенсе көнөндә үк де-факто таный — 1948 йылдың 15 майында[165], артабан Израиль АҠШ-тың НАТО-нан тыш төп союздашы статусын ала[166]. 2018 йылда Израилдәге АҠШ консуллығы Йәрүсәлимгә күсерелә, был латин америкаһы илдәре өсөн өлгө булып тора һәм уларҙың да үҙ вәкиллектәрен Йәрүсәлимгә күсерергә мөмкинлек бирә[167]. Израиль менән Германия араһындағы дуҫлыҡ уларға фән, белем биреү, хәрби партнерлыҡ, иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек итергә мөмкинлек тыуҙыра.[168]. Һиндостан Израиль менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе 1992 йылда урынлаштыра һәм шул ваҡыттана алып Израиль менән хәрби һәи мәҙәни хеҙмәттәшлек итә[169]. Бөйөк Британия Израиль барлыҡҡа килгән мәлдә үк уның менән тулы дипломатиу мөнәсәбәттәр урынлаштыра, Израиль менән тығыҙ сауҙа итешә[170].

1995 йылдан алып Израиль Евросоюздың ассоцияланған ағзаһы[165]. Үҙенең географик урынлашыуы һәм сәйәси ҡоролошо арҡаһында Израиль Урта диңгеҙ союзы проектында һәм Барселона евро-урта диңгеҙ хеҙмәттәшлеге проекты процесында актив ҡатнашыусы булып тора[171].

Административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Израиль округтары

Израиль дәүләте 7 административ округҡа бүленеп, «мехозот» (йәһ. מחוזות‎, ед «махоз») бүленгән — Үҙәк, Хайфа, Төньяҡ, Иерусалим, Көньяҡ, Тель-Авив һәм Самария һәм Йәһүдиә округтары. Улар аҫтында 15 бәләкәйерәк округтар — «нафот» (йәһ. נפות‎; ед «наф») тора, был бәләкәй округтар үҙ сиратында 50 районға бүленгән[126]. Шулай уҡ статистика маҡсатында илдә дүрт ҡала агломерацияһы: Иерусалим (халыҡ һаны 1,3 млн кеше 2017 йыл өсөн), Тель-Авив (3,9 млн), Хайфа (940 мең самаһы кеше) һәм Бәғәр-Шева (380 мең тирәһе бар)[127]. Израилдең 15 ҡалаһында 100 меңдән ашыу кеше йәшәй. 2018 йылда шулар араһында иң ҙуры — Иерусалим, унда 800 меңдән ашыу халыҡ йәшәй; Тель-Авив икенсе урын (430 меңдән ашыу), Хайфа өсөнсө (265 меңдән ашыу) урынды биләй[128].

Комментарий[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 В соответствии с несколькими резолюциями ООН (в частности, резолюция ГА ООН № 194 от 11 декабря 1948 года), установлен статус Иерусалима как муниципалитета, находящегося под международным управлением. Израиль провозгласил Иерусалим столицей в 1949 году после окончания Войны за независимость. В 1967 году после Шестидневной войны Израиль аннексировал Восточный Иерусалим и объединил его с Западным в единое муниципальное образование, однако это объединение не признано ООН (Резолюция Совета Безопасности ООН 478). Посольства абсолютного большинства стран, имеющих дипломатические отношения с Израилем, расположены вне пределов Иерусалима, в основном в Тель-Авиве, Рамат-Гане и Герцлии[1].
  2. Суверенная территория Израиля, сложившаяся в результате Войны за независимость 1949 года. В этих границах Израиль признан большинством государств и ООН
  3. Территория, на которую позже был распространён суверенитет Израиля, включая Восточный Иерусалим и Голанские высоты. Данное число используется в официальных документах Израиля, но, в связи с непризнанием аннексии ООН, не используется в международных документах
  4. 520 мең 900-гә тиклем кешене төрлө сығанаҡтарҙан цифр менән бирелгән, ҡайһы саҡ хаттин ашып; был йәһәттән академик кеүек мөһим фекер бар, һәм сәйәси даирәләренә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Statements of the Prime Minister David Ben-Gurion Regarding Moving the Capital of Israel to Jerusalem (ингл.). Сайт кнессета. Дата обращения: 9 ғинуар 2019. Архивировано 9 июль 2014 года.
  2. Атлас мира: Максимально подробная информация / Етәкселәр проекта: А. Н. Бушнев, А. П. Притворов. — М.: АСТ, 2017. — С. 48. — 96 с. — ISBN 978-5-17-10261-4.
  3. בפתחה של שנת 2019 כ-9.0 מיליון תושבים במדינת ישראל. Центральное статистическое бюро Израиля. Дата обращения: 2019-1-10. Архивировано 10 февраль 2019 года.
  4. Gross domestic product 2017, PPP (ингл.). The World Bank. — ЭТП по ППС. Дата обращения: 9 ғинуар 2019.
  5. GDP per capita, PPP (current US$) (ингл.). The World Bank. — ЭТП по ППС на душу населения. Дата обращения: 9 ғинуар 2019.
  6. Gross domestic product 2015 (ингл.). The World Bank. Дата обращения: 2 март 2017.
  7. GDP per capita (current US$) (ингл.). The World Bank. Дата обращения: 2 март 2017.
  8. Human Development Indices and Indicators (ингл.). Программа развития ООН (2018). — Доклад о человеческом развитии на сайте Программы развития ООН. Дата обращения: 14 сентябрь 2018.
  9. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
  10. World Economic Outlook Database, October 2016. Report for Selected Countries and Subjects: Israel. IMF. Дата обращения: 17 декабрь 2018.
  11. Human Development Report 2015. Программа развития ООН. Дата обращения: 27 октябрь 2015.
  12. Wenham 1994
  13. Barton & Bowden 2004.
  14. Popular Opinion  (инг.), The Palestine Post (7 December 1947), стр. 1.
  15. On the Move (ингл.). Time (31 май 1948). Дата обращения: 1 июль 2008. 2008 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған.
  16. Repenning, C. A., and Fejfar, O. Evidence for earlier date of ′Ubeidiya, Israel, hominid site // Nature. — 1982. — Vol. 299. — P. 344—347. — DOI:10.1038/299344a0.
  17. 17,0 17,1 Палестина // Энциклопедия «Кругосвет».
  18. Scientists discover oldest known modern human fossil outside of Africa. Phys.org (25 ғинуар 2018). Дата обращения: 18 декабрь 2018.
  19. 19,0 19,1 19,2 Израиль. Земля Израиля (Эрец-Исраэль). Исторический очерк. Введение — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  20. Земля Израиля (Эрец-Исраэль) — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  21. Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  22. Земля Израиля (Эрец-Исраэль). Исторический очерк. Эпоха Второго храма — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  23. 23,0 23,1 23,2
    Palestine (инг.)Encyclopædia Britannica Online. 2018 тикшерелгән 20 ноябрь.
  24. Земля Израиля (Эрец-Исраэль). Исторический очерк. Период римско-византийского владычества (70–638) — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  25. Palestine: History (ингл.). The Online Encyclopedia of the Roman Provinces. The University of South Dakota (22 февраль 2007). Архивировано 21 июнь 2000 года.
  26. Pre-State Israel: Jewish Claim To The Land Of Israel (ингл.). Jewish Virtual Library.
  27. 27,0 27,1 Земля Израиля (Эрец-Исраэль). Исторический очерк. Период арабского владычества (638–1099) — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  28. Земля Израиля (Эрец-Исраэль). Исторический очерк. Период крестоносцев (1099–1291) — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  29. 29,0 29,1 29,2 Земля Израиля (Эрец-Исраэль). Исторический очерк. Период османского владычества (1517–1917) — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  30. 30,0 30,1 30,2 30,3 30,4 Государство Израиль. Алия — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  31. Kornberg 1993
  32. Herzl 1946
  33. Chapter One: The Heralders of Zionism (ингл.). Jewish Agency for Israel. Дата обращения: 12 июль 2007. Архивировано 10 декабрь 2018 года. 2018 йылдың 10 декабрь көнөндә архивланған.
  34. Stein 2003
  35. Romano 2003
  36. Бальфура Декларация — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  37. Scharfstein 1996, p. 269
  38. League of Nations: The Mandate for Palestine, July 24, 1922 (ингл.). Modern History Sourcebook. Fordham University. Дата обращения: 5 июль 2008.
  39. Liebreich 2005
  40. J. V. W. Shaw. A Survey of Palestine: Prepared in December 1945 and January 1946 for the Information of the Anglo-American Committee of Inquiry. — Government Printer, Palestine. — Vol. 1. — P. 148.
  41. Immigration to Israel: Aliyah Bet (1939-1948) (ингл.). Дата обращения: 18 декабрь 2018.
  42. The Population of Palestine Prior to 1948 (ингл.). Дата обращения: 5 июль 2008.

    Population Statistics (ингл.). Дата обращения: 7 июль 2008.
  43. Fraser 2004
  44. Background Paper No. 47 (ST/DPI/SER.A/47). United Nations (20 апрель 1949). Архивировано 10 ғинуар 2019 года. 2019 йылдың 10 ғинуар көнөндә архивланған.
  45. Израиль (страна) // Энциклопедия «Кругосвет».
  46. History: Foreign Domination (ингл.). Israel Ministry of Foreign Affairs (1 октябрь 2006). Дата обращения: 6 июль 2007.
  47. 47,0 47,1 47,2 47,3 Bregman 2002
  48. 48,0 48,1 Планы раздела Палестины — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  49. Part 3: Partition, War and Independence (ингл.). National Public Radio (2 октябрь 2002). Дата обращения: 13 июль 2007.
  50. Newman, 1995, pp. 4—9, 38—40
  51. Two Hundred and Seventh Plenary Meeting (ингл.). The United Nations General Assembly (11 май 1949). Дата обращения: 28 декабрь 2018. 2019 йылдың 8 февраль көнөндә архивланған.
  52. 52,0 52,1 52,2 . Израиль и палестинская проблема: Война 1948 г. и проблема беженцев — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  53. General Progress Report and Supplementary Report of the United Nations Conciliation Commission for Palestine, Covering the Period from 11 December 1949 to 23 October 1950. The United Nations Conciliation Commission (23 октябрь 1950). Дата обращения: 2 август 2008. 2007 йылдың 3 июнь көнөндә архивланған. (U.N. General Assembly Official Records, Fifth Session, Supplement No. 18, Document A/1367/Rev. 1)
  54. Nature of the Flashpoint. Center for International Studies. Massachusetts Institute of Technology. Дата обращения: 11 сентябрь 2007.
  55. Reveron & Murer 2006
  56. Population, by Religion and Population Group. Israel Central Bureau of Statistics (2006). Дата обращения: 7 август 2007. 2007 йылдың 30 сентябрь көнөндә архивланған.
  57. Shindler 2002
  58. Encarta — Six-Day War 2009 йылдың 6 июнь көнөндә архивланған.
  59. The Suez Crisis (ингл.). University of San Diego (5 декабрь 2005). Дата обращения: 15 июль 2007.
  60. Политэкономия: Шесть дней вечной войны (6 июнь 2007).
  61. Smith 2006. «Nasser, the Egyptian president, decided to mass troops in the Sinai…casus belli by Israel.»
  62. 1973: Arab states attack Israeli forces. On This Day. Дата обращения: 15 июль 2007.
  63. Государство Израиль. Исторический очерк — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  64. Peace Treaty between Israel and Egypt March 26, 1979. Дата обращения: 13 ноябрь 2018.
  65. Комиссия решила назвать Вторую Ливанскую войну Второй Ливанской войной. NEWSru (21 март 2007). Дата обращения: 17 декабрь 2018.
  66. Ливано-израильское противостояние. История конфликта (13 июль 2006). Дата обращения: 18 декабрь 2018.
  67. Harkavy & Neuman 2001, p. 270
  68. Hezbollah Captures Two Israeli Soldiers (12 июль 2006). Дата обращения: 4 июль 2008.

    Day-by-day: Lebanon crisis — week one (19 июль 2006). Дата обращения: 5 июль 2008.
  69. Kerch A. A. An Analysis of the Second Lebanon War and its Impact on United States Military Strategy. — Quantico, VA: U.S. Marine Corps Command and Staff College, Marine Corps University, 2010. — P. 10—12.

    Ivry D. The Second Lebanon War – Objectives vs. Results. Israel Defense (4 август 2016). Дата обращения: 13 ноябрь 2018.
  70. Gilbert 2005
  71. Terrorism deaths in Israel - 1920-1999. Israel Ministry of Foreign Affairs (1 ғинуар 2000). Дата обращения: 20 ноябрь 2018.
  72. James Bennett. The Interregnum. The New York Times (13 март 2005). Дата обращения: 3 ноябрь 2018.

    The Palestinian National Covenant — July 1968. Дата обращения: 18 декабрь 2018.
  73. Самые громкие теракты в мире (21 октябрь 2012). Дата обращения: 3 ноябрь 2018.
  74. Владимир Гелаев, Тимур Мухаматулин. Куфия и флаг. Исполняется 50 лет Организации освобождения Палестины. Газета.Ru (28 май 2014). Дата обращения: 3 ноябрь 2018.
  75. The Intifada (ингл.) (17 март 2009). Дата обращения: 18 декабрь 2018.
  76. After 4 Years, Intifada Still Smolders (ингл.) (9 декабрь 1991). Дата обращения: 28 март 2008.
  77. Mowlana, Gerbner & Schiller 1992
  78. From the End of the Cold War to 2001 (ингл.). Boston College. Дата обращения: 16 июль 2007. Архивировано 25 июнь 2007 года. 2007 йылдың 25 июнь көнөндә архивланған.
  79. Declaration of Principles on Interim Self-Government Arrangements (ингл.). United States Department of State. Архивировано 23 август 2003 года.
  80. Двусторонние переговоры. Израиль — палестинцы. Министерство иностранных дел Израиля. Дата обращения: 18 декабрь 2018.
  81. Amos Harel. Why the Oslo Peace Process Went Into Deep Freeze (ингл.). Haaretz (7 сентябрь 2018). Дата обращения: 18 декабрь 2018.
  82. The Wye River Memorandum (ингл.) (23 октябрь 1998).
  83. Gelvin 2005
  84. 84,0 84,1 Первая и вторая палестинские интифады. РИА Новости (12 декабрь 2017). Дата обращения: 18 декабрь 2018.
  85. West Bank barrier route disputed, Israeli missile kills 2 (29 июль 2004). Дата обращения: 16 июль 2007.
  86. Ни размежевания, ни мира: Израиль и Сектор Газа пять лет спустя. Институт Ближнего Востока (16 август 2010). Дата обращения: 3 ноябрь 2018.
  87. Fatalities before Operation "Cast Lead" (ингл.). B'Tselem. Дата обращения: 1 ноябрь 2018.

    Fatalities during Operation Cast Lead (ингл.). B'Tselem. Дата обращения: 1 ноябрь 2018.

    Fatalities since Operation Cast Lead (ингл.). B'Tselem. Дата обращения: 1 ноябрь 2018.
  88. Victims of Palestinian Violence and Terrorism since September 2000 (ингл.). Israel Ministry of Foreign Affairs. Дата обращения: 1 ноябрь 2018.
  89. ХАМАС возглавил Палестину. Lenta.ru (1 ғинуар 2009). Архивировано 1 ғинуар 2009 года.
  90. США: палестинское эмбарго отменять рано. Би-би-си (15 сентябрь 2006).
  91. Боевики «Хамас» добились господства в секторе Газа (15 июнь 2007). Архивировано 16 март 2009 года.
  92. ФАТХ и ХАМАС договорились о формировании правительства национального единства. Голос Америки (6 февраль 2012). 2018 йылдың 4 ноябрь көнөндә архивланған.

    ФАТХ И ХАМАС уверены, что их соглашение будет прочным. РИА Новости (12 октябрь 2017).
  93. ХАМАС и ФАТХ обменялись упреками (7 август 2018).
  94. Три пути для Газы: блокада, «зачистка» или прекращение обстрелов (4 сентябрь 2007). Дата обращения: 16 декабрь 2018.
  95. Gaza Blockade. Дата обращения: 1 ноябрь 2018. 2018 йылдың 16 ноябрь көнөндә архивланған.
  96. Египет разместит на границе с сектором Газа 5,000 полицейских (29 октябрь 2006). Дата обращения: 21 июль 2008.

    Profile: Gaza Strip (6 ғинуар 2009). Дата обращения: 1 ноябрь 2018.
  97. Israel begins work on sea barrier to tighten Gaza Strip blockade (28 май 2018). Дата обращения: 1 ноябрь 2018.
  98. В Европе, Азии и Африке прошли массовые антиизраильские выступления (1 июнь 2010). Дата обращения: 1 ноябрь 2018.
  99. Eiland G. Operation Cast Lead: Civil-Military Processes and Results of the Campaign (инг.) // Strategic Assessment. — 2009. — Vol. 11, no. 4. — P. 7—12.

    Siboni G. Operations Cast Lead, Pillar of Defense, and Protective Edge: A Comparative Review // The Lessons of Operation Protective Edge / Anat Kurz and Shlomo Brom (Eds.). — Tel Aviv: Institute for National Security Studies, 2014. — P. 27—36.
  100. Adolf Eichmann (ингл.). Дата обращения: 18 сентябрь 2007.
  101. Смертная казнь — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  102. Ханин, 2014, с. 22
  103. Советский Союз. Евреи в годы перестройки — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  104. Репатриация из США и Франции растет, из СНГ — сокращается (27 декабрь 2005). Дата обращения: 1 ноябрь 2018.
  105. Россияне и украинцы обогнали европейцев по темпам репатриации в Израиль (13 июль 2015). Дата обращения: 1 ноябрь 2018.
  106. Россия стремится вернуть своих эмигрантов. Демоскоп Weekly (31 декабрь 2007). Дата обращения: 1 ноябрь 2018.
  107. Репатрианты из Израиля. Коммерсантъ (15 апрель 2018). Дата обращения: 1 ноябрь 2018.
  108. 108,0 108,1 108,2 Israel (ингл.). The World Factbook. CIA (23 октябрь 2018). Дата обращения: 29 октябрь 2018. 2018 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған.
  109. 109,0 109,1 Field Listing — Executive Branch (ингл.). The World Factbook. CIA (19 июнь 2007). Дата обращения: 20 июль 2007. 2008 йылдың 22 апрель көнөндә архивланған.
  110. Президент Израиля. Официальный сайт кнессета. Дата обращения: 29 октябрь 2018.
  111. Excerpts from the Basic Law: The President (ингл.). Дата обращения: 23 июль 2008.
  112. Закон «О Правительстве» (йәһ.). Дата обращения: 10 декабрь 2012.
  113. Ханин, 2014, с. 26—29
  114. The Electoral System in Israel (ингл.). The Knesset. Дата обращения: 13 ноябрь 2018.
  115. 115,0 115,1 The Judiciary: The Court System (ингл.). Israel Ministry of Foreign Affairs (1 август 2005). Дата обращения: 5 август 2007.
  116. Israel’s high court unique in region  (инг.), The Boston Herald (9 сентября 2007). 15 сентябрь 2007 тикшерелгән.
  117. The State — Judiciary — The Court System (ингл.). Israel Ministry of Foreign Affairs (1 октябрь 2006). Дата обращения: 22 февраль 2011.
  118. Israel and the International Criminal Court (ингл.). Office of the Legal Adviser to the Israeli Ministry of Foreign Affairs (30 июнь 2002). Архивировано 4 июнь 2012 года.
  119. Ханин, 2014, с. 17—18
  120. Development of the Law in Israel - The First 50 Years (ингл.). Israel Ministry of Foreign Affairs. Дата обращения: 13 ноябрь 2018.
  121. 121,0 121,1 121,2 Сит илдәрҙең конституцион хоҡуғы. Дөйөм редакцияһы аҫтында ағза-корреспондент РАН, профессор м. в. Баглай, и. м. һәм ф. ю. энтин лейбо. М., 2008, стр 1023.
  122. 122,0 122,1 Кнессет в системе власти: Кнессет как учредительно — законодательный орган. Конституция. Государство Израиль. Дата обращения: 13 ноябрь 2018.
  123. Кнессет в системе власти: Основные законы Государства Израиль. Государство Израиль. Дата обращения: 13 ноябрь 2018.
  124. Нойбергер, 1997, с. 84—86
  125. 125,0 125,1 Ilan Fuchs. Israel Studies An Anthology : Religion in Israel (февраль 2016). Дата обращения: 18 декабрь 2018.
  126. Introduction to the Tables: Geophysical Characteristics (ингл.) (doc). Israel Central Bureau of Statistics. Дата обращения: 4 июль 2008.
  127. Населённые пункты, население и плотность на км², по городским агломерациям и избранным городам (йәһ.). ЦБС Израиля (4 сентябрь 2018). Дата обращения: 26 ноябрь 2018.
  128. Population of Cities in Israel (2018). World Population Review. Дата обращения: 26 ноябрь 2018.