Менахем Бегин

Мена́хем Бе́гин (йәһ. מנחם בגין ‎) – Израилдең сәйәси эшмәкәре,1977 йылдың июненән башлап 1983 йылғаса Израилдең Премьер-министры. 1978 йылғы Тыныслыҡ өсөн Нобель Премияһы лауреаты. 1940 йылдарҙа Иргун йәһүд йәшерен ойошмаһы етәксеһе.

Биографияһы

Менахем Бегин 1913 йылдың 16 авгусында Брест-Литовск (хәҙерге Брест, Беларусь) ҡалаһында тыуған. Атаһы – Брест-Литовск йәһүд общинаһы секретаре. Менахем тыуған ҡалаһындағы йәһүд дини мәктәбен, артабан дәүләт гимназияһын (1931) тамамлай. 1935 йылда Варшава университетын тамамлағас, хоҡуҡ магистры ғилми дәрәжәһен ала.

1992 йылдың 9 мартында Тель-Авив ҡалаһында вафат була.

{{|he}}
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Категориялар