12 июль
12 июль — рәсми календарь буйынса йылдың 193-сө (кәбисә йылында 194-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 172 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Бортпроводниктар көнө.
- Ҡыҙҙырылған ит көнө.
БМО:
- Фотографтар көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Авиация именлеге хеҙмәте көнө.
- Эске эштәр министрлығының флагы көнө.
- 1590: Һарытау ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1804: Санкт-Петербургта донъяла беренсе тапҡыр һауа шарында ғилми сәйәхәт яһала.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Павлов Пётр Егорович (1925—8.08.1958), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкы һуғышсыһы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Петровка ауылынан.
- Суханова Федосья Павловна (1930), малсы. 1946—1991 йылдарҙа Баҡалы районы «Искра Ленина» колхозы һауынсыһы. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡаҙансы ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мозжерин Василий Иванович (1926—20.04.2008), ғалим-ветеринар врач, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), ветеринария фәндәре докторы (1976), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976), СССР‑ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1970). «Почёт Билдәһе» (1971) һәм I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.
- Горбунов Игорь Алексеевич (1941), хеҙмәт һәм партия органдары ветераны. 1990 йылдың майы — 1991 йылдың ноябрендә РСФСР Коммунистар партияһы Башҡортостан республика ойошмаһының 1-се секретары.
тулы исемлек
- Широких Петр Дмитриевич (1946), хеҙмәт ветераны һәм производство алдынғыһы. «Салауатбыяла» берекмәһенең элекке операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кашапов Солтан Ғилметдин улы (1912—18.07.2001), СССР-ҙың хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1952) һәм почётлы нефтсеһе (1972), Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1967). Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1948, 1952, 1959).
- Грачёв Анатолий Дмитриевич (1937—19.05.2005), театр актёры. 1959 йылдан Мәскәүҙең Малой Бронныйҙағы драма театры, 1992 йылдан — «Et Cetera» театры актёры. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1998). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ярлыҡапов Абрар Бәҙретдин улы (1942), ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Иҡтисад фәндәре докторы (1997), профессор (2007). 1968-1972 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, Башҡорт АССР-ының 7-се һәм 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Халыҡтар Дуҫлығы (1988) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Сәғитова Зөһрә Мөхәрәм ҡыҙы (1957), педагог, Ҡалтасы районының Краснохолмский ауылындағы 1-се мәктәптең элекке директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Бураҡаев Илгизәр Диҡҡәт улы (1957), прозаик, тәржемәсе, дәреслектәр авторы. 2002 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мутин Илдархан Ибраһим улы (1888—3.02.1938), Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Кабанов Лев Максимович (1923—?), инженер-металлург. 1947 йылдан хәҙерге Свердловск өлкәһенең Кировоград еҙ иретеү комбинаты мастеры, металлургия цехы технологы, баш металлургы, производство-техник бүлек начальнигы, 1964 йылдан — комбинаттың баш инженеры, 1971 йылдан — директоры; 1977 йылдан «Союзмедь» Бөтә Союз берекмәһенең (Мәскәү) баш инженеры. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1975) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән Йылайыр кантоны Архангельское утарынан.
тулы исемлек
- Фәтҡуллин Хөснулла Ғәзиз улы (1923—?), нефтсе. 1958 йылдан «Туймазанефть» идаралығы операторы, мастеры, участка начальнигы, ЦНИПР-ҙың өлкән инженеры; 1967 йылдан «Башнефть» берекмәһе ЦНИИЛ-дың техник бүлек начальнигы; 1968—1987 йылдарҙа берекмәнең капиталь төҙөлөш идаралығының ОКС начальнигы урынбаҫары, проекттар һәм сметалар экспертизаһы бүлеге начальнигы, өлкән инженеры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылынан.
- Кожаев Петр Павлович (1928—?), нефтсе. 1949 йылдан Ишембай быраулау контораһы эшсеһе, быраулаусыһы, быраулау мастеры; 1964 йылдан Бәләбәй быраулау контораһының сметчик-инженеры, план бүлеге начальнигы; 1964—1973 йылдарҙа Туймазы быраулау идаралығы Бәләбәй экспедицияһының баш иҡтисадсыһы. Нефть сәнәғәте отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районының Николаевка ауылынан.
- Котиков Василий Герасимович (1938), нефтсе. 1963 йылдан «Арланнефть» идаралығы операторы, 1965—1995 йылдарҙа «Южарланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, мастеры. Әүҙем рационализатор. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Смоленск өлкәһе Рудня ҡалаһынан.
- Майстренко Татьяна Григорьевна (1953), иҡтисадсы. Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника буйынса дәүләт премияһы лауреаты (2003). «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалеры (2002).
- Половинкин Виктор Евгеньевич (1953), хәрби хеҙмәткәр, полковник. 2006 йлдан Күмертау авиация предприятиеһының һынаусы осоусыһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған һынаусы осоусыһы (1999). Сығышы менән хәҙерге Алтай Республикаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бок Николай Борисович (1914—?), инженер-ғалим, педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, лейтенант. 1939—1941 һәм 1946—1949 йылдарҙа Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау техникумы уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1972), профессор (1973). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Тамбов өлкәһе Тамбов районының Горелое ауылынан.
- Князев Иван Николаевич (1924—13.11.1999), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкы яугиры, кесе лейтенант (1946). Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Резников Пётр Иванович (1934), тарихсы-ғалим, комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1993—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең эштәр идарасыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1976). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1934). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районынан.
- Миңлекәев Рафаэль Шәйәхмәт улы (1939—31.03.2022), механизатор. 1966 йылдан Йәрмәкәй районының элекке «Спартак» совхозы тракторсыһы. 2-се (1986) һәм 3-сө (1976) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены каваалеры. Райондың почётлы гражданы (2015). Сығышы менән Түбәнге Ҡарамалы ауылынан.
- Байбулатова Флүрә Фазулла ҡыҙы (1949), малсы. 1966—2003 йылдарҙа Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозының 5-се фермаһы һауынсыһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены каваалеры (1975). Сығышы менән ошо райондың Таштуғай ауылынан.
- Данилова Людмила Александровна (1954), педагог. 2000 йылдан Краснокама районы Краснохолмский ауылының «Радуга» балалар ижад йортоноң өҫтәлмә белем биреү педагогы, шул иҫәптән 2016 йылғаса — директоры (беренсе). Башҡортостандың мәғариф отличнигы. Ауылдың почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Чукот автономиялы округының Провидения ҡасабаһынан.
- Иҙрисов Фәрит Фәтих улы (1954), хәрби дирижёр, композитор. Подполковник. Башҡортостан гимнының музыка авторы. 2002 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының симфоник оркестры дирижёры, бер үк ваҡытта 2004—2010 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының дәүләт академия милли симфоник оркестры дирижеры һәм 2011 йылға тиклем Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1880: Тод Броунинг, АҠШ кинорежиссёры, актёр һәм сценарист, «ҡурҡыныс« фильмдар жанрына нигеҙ һалыусы.
- 1895: Ричард Бакминстер Фуллер, АҠШ архитекторы, инженер һәм уйлап табыусы.
тулы исемлек
- 1904: Пабло Неруда, Чили шағиры, дипломат һәм сәйәси эшмәкәр.
- 1912: Шамил Әләдин, ҡырым татар шағиры, яҙыусы.
- 1930: Ги Лижье, «Формула-1» ярыштарында ҡатнашыусы Франция командаһын ойоштороусы һәм уның тәүге етәксеһе.
- 1940: Юлия Белянчикова, СССР һәм Рәсәй табибы, журналист, «Здоровье» телетапшырыуының элекке алып барыусыһы.
- 1950: Эрик Карр, АҠШ музыканты, «Kiss» төркөмө барабансыһы.
- 1959: Тайс Донн, АҠШ эшҡыуары, менеджер.
- 1960: Евгений Дворжецкий, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (1997).
- 1985: Эмиль Хегле Свендсен, Норвегия биатлонсыһы, дүрт тапҡыр Олимпия уйындары һәм 12 тапҡыр донъя чемпионы.