28 ғинуар
28 ғинуар (рус. 28 января) — рәсми календарь буйынса йылдың 28-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 337 көн ҡала (кәбисә йылында 338). Мосолман календары буйынса 1447 йылдың Шәғбан айының 11-се көнө. Өфөлә ☀️Ҡояш 9 сәғәт 4 минутта ҡалҡа, 17 сәғәт 33 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 8 сәғәт 29 минут. 🌓 Айҙың беренсе сиреге (йәше 9.55 көн).
| ← ғинуар → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | |||
| 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
| 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
| 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
| 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Дизель двигателенең тыуған көнө.
- ЛЕГО конструкторы көнө.
- Шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау көнө.
- Эшһеҙҙәр көнө.
АҠШ:
- Ромашка көнө.
Руанда:
- Демократия көнө.
АҠШ:
- Педиатрҙар көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Хәрби-Диңгеҙ флотының юғары махсус офицер кластары көнө.
- Хәрби-Диңгеҙ флоты архивы көнө.
Әрмәнстан:
- Армия көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1724 йыл: Петр I указы менән Рәсәйҙә Петербург фәндәр академияһы һәм Петербург университеты ойошторола.
- 1969 йыл: Өфөлә «Вечерняя Уфа» гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
тулы исемлек
- 1813 йыл: Генерал-лейтенант П. М. Волконский командалығындағы корпус составында 2-се башҡорт полкы Варшаваға инә.
- 1967 йыл: Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Салауат Юлаев исемендәге премия булдыра.
- 2010 йыл: «Байыҡ» башҡорт бейеүе балалар республика конкурсы үткәрелә башлай.
Был көндә тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Распопов Игорь Павлович (1925—24.03.1982), тел белгесе-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының тел ғилеме һәм урыҫ теле кафедраһы, 1968 йылдан — Воронеж дәүләт университетының урыҫ теле кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1964), профессор (1967). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1975).
- Ғиләжева Фәрзәнә Ғәйнетдин ҡыҙы (1940), мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәре. 1970 йылдан Дүртөйлө район мәҙәниәт йорто методисы, 1990—1997 йылдарҙа — режиссёры; 1974 йылдан — «Төҙөүсе» мәҙәниәт йорто директоры, 1977 йылдан — художество етәксеһе; 1990 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы Техника йортоноң түңәрәк етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Ахта ауылынан.
тулы исемлек
- Смыслов Анатолий Михайлович (1950), инженер-механик-ғалим. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан — машиналар эшләү технологияһы кафедраһы мөдире; 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының техник фәндәр бүлексәһе ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1993), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1992), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Көҙөй ауылынан.
- Мортазина Нурия Вәкил ҡыҙы (1960), йырсы, педагог. 1986 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы вокалсыһы, педагог-репетиторы. 2007 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, режиссура һәм актёр оҫталығы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Мәнәүезтамаҡ ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Тимашев Сергей Михайлович (1866—27.11.1922), Рәсәй империяһы һәм Совет Рәсәйенең ғалим-терапевы, педиатр. 1897—1922 йылдарҙа Томск университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1907 йылдан кафедра етәксеһе. Медицина фәндәре докторы (1896), профессор (1901).
- Либрович Леонид Сигизмундович (1891—14.12.1967), СССР-ҙың ғалим-геологы, палеонтолог. 1941—1944 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт геология идаралығының өлкән геологы. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1937), профессор (1938). Сығышы менән Санкт-Петербург ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Валавин Анатолий Иванович (1921—17.09.1998), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. 1967—1969 йылдарҙа уҡсылар дивизияһы командиры, гвардия генерал-майоры (1968). Ҡыҙыл Байраҡ, өс Ҡыҙыл Йондоҙ һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Тирлән ауылынан.
- Йәнекәйева Дилә Дәрд ҡыҙы (1951), ғалим-психиатр, яҙыусы. 1976—1989 йылдарҙа Мәскәүҙең 2-се медицина институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты (1981).
- Кашапов Марс Фәрәх улы (1966), хужалыҡ һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 2012—2017 йылдарҙа «Янғантау» шифаханаһы дәүләт унитар предприятиеһының директор урынбаҫары, 2017 йылдың мартынан Салауат районы хакимиәте башлығы. Өсөнсө (2012) һәм дүртенсе (2016) саҡырылыш район Советы депутаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Чапаев Василий Иванович (1887—5.09.1919), Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан һәм граждандар һуғышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. 1919 йылда Өфөнө Колчак ғәскәрҙәренән азат иткән 25-се уҡсылар дивизияһы командиры. Рәсәй империяһының өс Георгий тәреһе һәм Совет Рәсәйенең Ҡыҙыл Байраҡ (1919) ордендары кавалеры.
- Исаев Әбделбарый Низаметдин улы (1907—13.11.1983), ислам дин әһеле һәм белгесе, мәғрифәтсе. 1975-1980 йылдарҙа СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының дини идаралығы мөфтөйө. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
тулы исемлек
- Талипов Мазһар Талип улы (1912—10.10.1997), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, сапёр взводы шартлатыусыһы, ҡыҙылармеец. Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.
- Йосопов Мират Зиятдин улы (1927), тау инженеры‑геолог-ғалим. Техник фәндәре кандидаты. (1975). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған геологы (1989), Татар АССР‑ның атҡаҙанған нефтсеһе (1977), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1970), Татарстан Республикаһының почётлы нефтсеһе (2003). Сығышы менән Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Сыйрышбаш ауылынан.
- Ахунова Ольга Андреевна (1952), педагог. Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡтағы хәҙерге 1-се лицейҙың элекке уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007), Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы (1995). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Нафиҡов Рәүил Камил улы (1957), инженер. Өфө суднолар эшләү-йүнәтеү заводының элекке директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Солтанов Айрат Хәмит улы (1962), театр актёры. 1991 йылдан Туймазы татар дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Бикбулатов Баһауетдин Абдрахман улы (1908—1988), ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, политрук, өлкән лейтенант. 1949 йылдан ВКП (б) һәм КПСС-тың Бөрйән район комитетының икенсе секретарь булып эшләй. 1956—1962 йылдарҙа — «Ленин» исемендәге колхоз председателе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Силантьев Иван Матвеевич (1918—7.07.1958), механизатор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, танкист, механик-водитель, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Ҡалтыман ауылынан.
тулы исемлек
- Хәбирйәнов Сәғит Хәбирйән улы (1933—01.2005), тракторист-машинист. 1957—1993 йылдарҙа Кушнаренко районы М. Горький исемендәге колхоз механизаторы. Ленин ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Илек ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Өмөтҡужин Әүбәкер Һиҙиәт улы (1924—21.08.1981), механизатор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951—1979 йылдарҙа Әбйәлил районы Асҡар МТС-ы механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1957). Сығышы менән ошо райондың Әбделғәзе ауылынан.
- Рәхмәтуллин Яңыбай Әбүбәкер улы (1939—2009), Баймаҡ районының элекке «Сибай» совхозы механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Ленин ордены кавалеры (1972). Сығышы менән ошо райондың 1960 йылдарҙа бөткән Сындәүләт ауылынан.
тулы исемлек
- Нагаев Валерий Сәлим улы (1949), педагог-ғалим, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре. 1966 йылдан Ауырғазы районы мәктәптәре уҡытыусыһы һәм директоры, 1984 йылдан — район мәғариф бүлеге мөдире. Педагогия фәндәре кандидаты (1998). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1997) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1992), Башҡорт АССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1984). Райондың почётлы гражданы (2018).
- Нурғәлиев Әнүәр Мәрүәр улы (1974), йырсы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2021 һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған (2021) артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Әүрезтамаҡ ауылынан.
- Аллаяров Наил Динислам улы (1984), хирург-табип. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының ҡабул итеү бүлеге мөдире. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2023) һәм Рәсәй Президентының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Повод гордиться»: врач-хирург из Башкирии Наиль Аллаяров. ИА «Башинформ», 28 июля 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2024)
Дөйөм исемлек
- 1845 йыл: Виктор Пашутин, Рәсәй империяһы табибы, 1890—1901 йылдарҙа Хәрби медицина академияһы начальнигы.
- 1952 йыл: Башкиров Владимир Леонидович, СССР һәм Рәсәй альпинисы. СССР-ҙың спорт мастеры, халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
Был көндә вафат булғандар
- 814 йыл: Бөйөк Карл, 768 йылдан франк короле (көньяҡ өлөштә 771 йылдан), 774 йылдан лангобард короле, 788 йылдан Бавария герцогы, 800 йылдан Көнбайыш императоры.
- 2009 йыл: Ғәзим Шафиҡов, Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад иткән шағир, прозаик, драматург, сценарист, публицист, тәржемәсе һәм фольклорсы.