Биографияһы

Силантьев Иван Матвеевич 1918 йылдың 28 ғинуарында Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[1] Ҡалтыман ауылында тыуған[2].

Иглин районының Свердлов исемендәге колхозында трактор бригадаһы бригадиры булып эшләй.

1938 йылдың октябрендә Иглин район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1942 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.

Гвардия өлкән сержанты И. М. Силантьев 1943 йылдың 18 июлендә, Төньяҡ Донец йылғаһының уң яҡ ярында дошман оборонаһын өҙгәндә, 150 немец автоматсыһын юҡ итеп, батырлыҡ күрһәтә[3].

Һуғыштан һуң тыуған Ҡалтыман ауылында йәшәй, Свердлов исемендәге колхозда механизатор булып эшләй.

1958 йылдың 7 июлендә вафат була[2].

Батырлығы

«Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 1-се гвардия механизацияланған корпусы 9-сы гвардия танк бригадаһының танк механик-водителе гвардия өлкән сержанты И. М. Силантьев 1943 йылдың 18 июлендә Төньяҡ Донец йылғаһының уң яҡ ярында дошман оборонаһын өҙөүҙә ҙур батырлыҡ күрһәтә. Йылғаның уң яҡ ярында, тар тәрән йырындар йырғылаған, мина яландары һәм танкка ҡаршы соҡорҙар менән уратып алынған, күп һанлы дзоттар, танкка ҡаршы орудиелар һәм ергә күмеп ҡуйылған танктар менән тултырылған ҙур яланғас бейеклектәрҙә, немецтар яҡын бара алмаҫлыҡ оборона ҡора. Унан ҡаршы ярҙағы йылғаның уйһыу һыубаҫар яры һәм уның эргәһендәге бөтә урын утҡа тотола.

И. М. Силантьев, һуғыш яланында маневр яһап, алға шыуыша. Немец снаряды башняға эләгә, икенсе снаряд моторҙы емерә, һәм танк туҡтап ҡала. Дауыллы ут булыуға ҡарамаҫтан, танкты төҙәтә һәм һуғыш яланынан алып сыға. Хәрби алышта 150 немец автоматсыһын юҡ итә»[3].

Иван Силантьевҡа 1943 йылдың 26 октябрендә «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Иглин районы.
  2. 1 2 И. Г. Каримова. Силантьев Иван Матвеевич. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026.
  3. 1 2 Н. В. Уфаркин. Силантьев Иван Матвеевич. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026.
  4. Силантьев Иван Матвеевич. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026. (рус.)
  5. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 2 октября 2020 года № 585 «О присвоении общеобразовательным организациям Республики Башкортостан имен Героев Советского Союза, Героев Российской Федерации и выдающихся деятелей Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (2 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, кн. 4. 1979.